22 сентябрь Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Мөмкинлектәре сиклеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханаларҙың эше" тифлосессияһы үтте. Ойоштороусылары Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы.

Төп мөрәжәғәт менән махсус китапхананың директор урынбаҫары Ирина Күсәрбаева доклад яһаны. Унан һуң инновация-методика бүлеге мөдире Ирина Борисевич, тифлобаҫма бүлеге мөхәррире Фәнүр Бәҙретдинов доклад уҡынылар. 
Ҡатнашыусылар Резо Гигинеишвилиның "Комментарийһыҙ" фильмын ҡаранылар. Төп ролдәрҙе Игорь Верник һәм Инна Чурикова башҡарҙылар. Сценарий авторы Никита Власов.
Нет аудиозаголовка!!!

Беҙ һеҙҙе персиктан һәм алманан, айванан һәм ҡурай еләгенән, грушанан һәм сливанан эшләнгән аҙыҡ рецептары менән таныштырабыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы боронғо үҙенсәлекле десерттар менән ҡыуандырығыҙ.
Нет аудиозаголовка!!!
 
Сыҡҡан йылы: 1985
Сығарған ил: СССР
Барыу ваҡыты: 181 мин.
Жанр: драма

Ролдәрҙә: Элина Быстрицкая, Виктор Хохряков, Борис Клюев, Александр Овчинников, Аркадий Смирнов, Лилия Юдина, Валентин Ткаченко, Людмила Пашкова, Людмила Гайликовская, Маргарита Фомина
Режиссёрҙар: Виктор Хохряков, Александр Бурдонский, Марк Орлов.
Күсеү өсөн һылтанма:  https://www.culture.ru/movies/1523/bez-viny-vinovatye
 

 

19 сентябрь Бөтә донъя таҙалыҡ көнө билдәләнә. 150 илдә, Рәсәйҙең 70 төбәгендә был көнгә #Сделаем2020 экологик акцияһы бағышлана. 
Бөтә Рәсәй экологик субботникта дөйөм республика таҙалыҡ көнө үткәрелә. Махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре лә акцияла ҡатнашты.

#СДЕЛАЕМ2020 #WorldCleanupDay2020 #ЗелёнаяБашкирия #СохранениеЛесов

Һуҡырҙар өсөн Һамар китапханаһы төбәк-ара экологик фестиваль үткәрә. "Балаганчик" китап театрының һәүәҫкәр артистары был конкурста ҡатнашасаҡ. Бөтәһе төрлө төбәктән 12 команда көс һынашасаҡ. 
17 сентябрь махсус китапханала Александр Невскийға бағышланған ҡысҡырып уҡыуҙар уҙасаҡ. Сара сиктәрендә уҡыусыларға А. Невскийҙың тормошо тураһында һөйләнеләр. Сара викторина менән тамамланды.

Нет аудиозаголовка!!!
Аркадий Райкин исемендәге "Сатирикон" Рәсәй дәүләт театры
Сыҡҡан йылы: 1987
Сығарған ил: СССР
Барыу ваҡыты: 157 мин.
Жанр: мелодрама

Ролдәрҙә: Константин Райкин, Виктор Шимановский, Марина Голубь, Тамара Кушелевская, Владимир Большов, Елена Бутенко, Сергей Друзьяк, Сергей Зарубин, Владимир Михайловский, Лидия Петракова, Леонид Тимцуник, Игорь Еремеев, Аркадий Райкин.
Режиссёрҙар: Константин Райкин, Аркадий Райкин, Марк Орлов.
Ҡарау өсөн һылтанма:
 https://www.culture.ru/movies/1501/mir-domu-tvoemu

 

Махсус китапхананың методик эшмәкәрлеге сиктәрендә, 22 сентябрь ZOOM платформаһында дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары өсөн тифлосессия үтәсәк.
Баймаҡ, Сибай һәм Әбйәлил райондарындағы китапхана белгестәре мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мәғлүмәт еткереү хоҡуҡи һәм халыҡ-ара акттар тураһында һорауҙар ҡараясаҡ.
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә яңы әсбап баҫтырылды. Баҫма Брайль шрифты менән яҙылды, ҡабарынҡы график иллюстрациялар менән биҙәлде. 
Баҫма Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына: снайпер Наталья Ковшоваға, осоусы Мәғүбә Сыртлановаға бағышлана. 
Әлеге ваҡытта әсбап техник төҙәтмәлә. Һуңынан ул махсус китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.
Нет аудиозаголовка!!!
 
"Батша ауылы" дәүләт музей-заповеднигы Әбей батша һарайындағы сиркәүгә онлайн экскурсия тәҡдим итә. 
Сиркәү XVIII быуатта төҙөлгән. Проекттың авторы: Франческо Растрелли. 
 
 
 

Милли кейем көнөнә ҡарата, махсус китапхананың Бәләбәй филиалы китапханасылары "Милли кейем тарихы" этник әңгәмә ойошторҙо. Тифлокомментарийлы видеороликтан ҡунаҡтар башҡорт халҡының милли кейеме тарихы, төрлө биҙәүес әйберҙәре менән танышты. 


Шулай уҡ был филиалда интеллектуаль уйын да үткәрелде. Сараға Башҡорт гимназияһының 3 класс уҡыусылары саҡырылды. Осрашыу уйын һәм викторина менән тамамланды.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.