21 сентябрь 15:00 Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Бер уҡыусы бенефисы" үткәреләсәк. Сарабыҙҙың геройы - Светлана Мусина. 
Светлана "Сударушка" һәм "Дуҫтар тауышы" вокал ансамбленең етәксеһе. Коллектив репертуарында рус халыҡ йырҙары, Рәсәй йырҙары, билдәле классиктарҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ, заман композиторҙарының йырҙары. Үҙенең вокал эшмәкәрлеген Светлана педагогика менән бергә алып бара. Ул Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә музыка класстарын етәкләй. Был мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгән балалар музыка менән шөғөлләнә. 
Светлана Мусина - республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты һәм дипломанты. Музыка менән профессиональ шөғөлләнгән, үҙенең шиғырҙарына музыкаль әҫәрҙәр яҙған ижад кешеһе. Махсус китапхананың әүҙем уҡыусыһы. Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тора. 
Бенефис программаһында билдәле операларҙан ариялар, рус, татар, башҡорт композиторҙарының романстары, ретро эстрада йырҙары һәм Светлана Мусинаның үҙе ижад иткән йырҙар яңғыраясаҡ. 
Башлана: 15:00 
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы уҡыусылары иғтибарына "Кем һин, Дина Рубина?" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. 
Дина Илья ҡыҙы Рубина 1953 йылдың 19 сентябрендә Ташкент ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе украин йәһүдтәре. Рәссам һәм тарих уҡытыусыһы. Ҡыҙҙарын америка актрисаһы Дина Дубрин исеме менән атайҙар. Ҡыҙ Ташкент консерваторияһының махсус музыка мәктәбендә уҡый. 1977 йылда Үзбәкстан дәүләт консерваторияһын тамамлай һәм мәҙәниәт институтында уҡыта башлай. Мәскәүгә күсеп килгәнгә тиклем ул үзбәк авторҙарының әҫәрҙәрен тәржемә итә, шулай уҡ, халыҡ әкиәттәре мотивтары буйынса пьесалар яҙа. 
Йәш сағынан уҡ Дина Рубина "Йәшлек" журналында баҫылып тора. 1977 йылда яҙыусы "Ҡасан ғына ҡар яуыр?" повесын ижад итә. 
1984 йылда ул Мәскәүгә күсеп килә. Унда уның "Иртәгә, ғәҙәттәгесә" повесы буйынса фильм төшөрөлә. 1990 йылда Дина Израилгә эмиграциялана һәм "Беҙҙең ил" рус телле гәзиттә эш башлай. 
Яҙыусы Үзбәк ССР Яҙыусылар союзына, СССР Яҙыусылар союзына инә, ПЕН халыҡ-ара клуб ағзаһы. 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә.

Рельефно-точечные книги, напечатанные шрифтом Брайля:

Рубина, Дина.

Почерк Леонардо [Текст Брайля] : роман / Д. Рубина .— СПб. : Чтение ВОС, 2008 .— 6 кн. — ISBN 978-5-89206-149-0 (150,00) .

Рубина, Дина.

Белая голубка Кордовы [Текст Брайля] : роман / Д. Рубина ; ред. Е.О. Маленкова .— СПб. : Чтение ВОС, 2011 .— 8 кн. — Перепеч.: М.: Эксмо, 2009 .— ISBN 978-5-89206-222-0 (200,00) .

Рубина, Д.

Синдром Петрушки [Текст Брайля] : роман / Д. Рубина .— 1-е изд. по Брайлю .— СПб. : Чтение ВОС, 2012 .— 7 кн. — Перепеч.: М.: ЭКСМО, 2010 .— ISBN 978-5-89206-273-2

 

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Рубина, Дина.

Высокая вода венецианцев [Электронный ресурс] : повесть / Д. Рубина ; чит. автор .— М. : Изд. дом СОЮЗ, 2006 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 2 ч 10 м 45 с.- Формат МР3.

Рубина, Дина.

Альт перелетный; Выпивать и закусывать [Электронный ресурс] : дневники и воспоминания / Д. Рубина ; исп. Д. Рубина .— М. : Издат. Дом "СОЮЗ", 2008 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 1 ч 25 м 32 с.- Формат МР3.

Рубина, Д.

На Верхней Масловке [Звукозапись] : роман / Д. Рубина ; чит. Т. Телегина .— М. : Логос ВОС, 2006 .— 2 мфк. ( 6 ч 26 м 10 с): 2,38 см/с., 4 дор. — С изд.: М.: Эксмо, 2006

Рубина, Д.

На солнечной стороне улицы [Звукозапись] : роман / Д. Рубина ; чит. И. Ерисанова .— М. : Логос ВОС, 2007 .— 4 мфк. (13 ч 17 м 10 ч): 2,38 см/с., 4 дор. — С изд.: М.: Эксмо, 2006 .

Рубина, Д.

Холодная весна в Провансе [Звукозапись] / Д. Рубина ; чит. С. Репина .— М. : Логос ВОС, 2007 .— 3 мфк ( 8 ч 46 м 30 с ): 2,38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: Эксмо, 2005.

Рубина, Д.

Последний кабан из лесов Понтеведра [Звукозапись] : повесть / Д. Рубина ; чит. Н.Винокурова .— М. : Логос ВОС, 2008 .— 2 мфк ( 05 ч 43 м 50 с ): 2,38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: Эксмо, 2007.

Рубина, Дина.

Старые повести о любви: Чужие подъезды; Завтра, как обычно [Звукозапись] / Д. Рубина ; чит. Н. Винокурова .— М. : Логос ВОС, 2010 .— 1 мфк. (3 ч 36 м 8 с): 2,38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: ЭКСМО, 2007.

Рубина, Дина.

Синдикат [Звукозапись] : роман-комикс / Д. Рубина ; чит. И. Ерисанова .— М. : Логос ВОС, 2009 .— 5 мфк. (16 ч 24 м 20 с): 2,38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: ЭКСМО, 2008

Рубина, Д.

Когда же пойдет снег? [Электронный ресурс] : повесть / Дина Рубина ; читает автор .— М. : ИД ""Союз", 2007 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM) : Формат МР3 .— С изд.: Юность, 1977, № 3.

Рубина, Д.

Цыганка [Электронный ресурс] / Д. Рубина ; чит. Н. Винокурова .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 3

Рубина, Д.

Холодная весна в Провансе [Электронный ресурс] / Д. Рубина ; чит. С. Репина .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 3.

Рубина, Д.

Синдром Петрушки [Электронный ресурс] / Д. Рубина ; чит. И. Ерисанова .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 3.

Рубина, Д.

На Верхней Масловке [Электронный ресурс] / Д. Рубина ; чит. Т. Телегина .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 3

Рубина, Д.

Вот идет Мессия [Электронный ресурс] / Д. Рубина ; чит. Т. Середина .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 3.

Рубина, Д.

Больно только когда смеюсь [Электронный ресурс] : роман / Д. Рубина ; чит. Н. Винокурова .— М. : Логосвос, 2009-2010 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 1.

Плоско-печатные издания:

Рубина, Дина.

Рассказы [Текст] / Д. Рубина .— М. : Логос ВОС, 2007 .— 342 с .— (Круг чтения. Издание для слабовидящих) .— Перепеч.: Екатеринбург: У-Фатория, 2001.

14 сентябрь Өфөлә беренсе тапҡыр "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙҙы. Фестивалдә 140 етештереүсе, уйынсыҡ яһаусы, уйлап табыусылар, дизайнерҙар ҡатнашты. 

Фестиваль сиктәрендә махсус китапхана майҙанында "Етем төлкө" башҡорт халыҡ әкиәте мотивы буйынса ҡурсаҡ спектакле күрһәтелде. Спектакль актерҙары - Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүселәре. 
Шулай уҡ майҙанда үҫтереүсе өҫтәл уйындары, тактиль китаптар һәм "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" китап күргәҙмәһе тәҡдим ителде. 
Һуҡыр балалар өсөн уйынсыҡтар мөһим функция үтәй. Уларҙы тотоп ҡарап балалар донъяны өйрәнәләр. Башҡортостан республика башлығы Радий Хәбиров һуҡыр балалар өсөн бындай уйындарҙың актуаллеген билдәләп үтте. 
Махсус китапхана майҙанын Рәсәй йырсыһы Элвин Грэй ҙа килеп ҡараны. Ул күргәҙмә майҙандары менән танышты һәм ҡурсаҡ спектаклендә ҡатнашыусы балаларҙы йылы сәләмләне. 
Йәш актерҙарҙы Башҡортостан республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина ҡотланы һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 
Беҙ үҙебеҙҙең майҙанда Паралимпия уйындары чемпионы, атҡаҙанған Рәсәй спорт мастеры Рима Баталованы күреүебеҙгә лә шат булдыҡ. 
"Дауалаусы китаптар" майҙаны ҡунаҡтарын Рәсәй яҙыусыһы, прозаик, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин сәләмләне. Камил Фәрух улы китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм кескәй уҡыусылары менән күрешеүгә шат булды. 
Майҙандан фотолар беҙҙең Бәйләнештә селтәрендә.
14-17 сентябрь Өфөлә беренсе тапҡыр "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале үтәсәк. Ул ғилем, сәнәғәт, белем биреү белгестәре һәм ата-әсәләр берләшмәләре өсөн уникаль майҙан булып торасаҡ. Фестивалдә 140 уйындар һәм уйынсыҡтар яһаусы, етештереүсе, уйлап сығарыусылар, дизайнерҙар, оҫталар тәҡдим ителәсәк. 

Бөтә Рәсәй уйын фестивале сиктәрендә, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана майҙанында "Дауалаусы уйындар" сараһы үтәсәк. Бында ҡунаҡтар "Етем төлкө" башҡорт халыҡ әкиәте мотивы буйынса ҡурсаҡ спектаклен ҡарай аласаҡ. Спектаклдә Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫтереүсе өҫтәл уйындарын демонстрациялау буласаҡ, тактиль китаптар яһау буйынса мастер-класс үтәсәк, "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" китап күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. 
Шуны әйтеп үтергә кәрәк, һуҡыр балалар өсөн уйынсыҡтар мөһим функция үтәй. Уйынсыҡ деталдәрен тотоп ҡарау ҡулдың кесе хәрәкәтенә ыңғай йоғонто яһай. Хайуан һәм предметтар образдары менән таныштыра. 
Китапханасылар ата-әсәләр өсөн тактиль китаптар яһау буйынса мастер-класс үткәрәсәк. 
Программаның төп ваҡиғаһы булып пленар сессия буласаҡ. Уның сиктәрендә, шулай уҡ, "Глобаль үҙгәрештәр дәүерендә бала һәм уйын" бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы һәм эшҡыуарлыҡ өсөн практик лекторийҙар рәте үтәсәк. 
Дүрт көн дауамында Совет майҙанында Рәсәй уйынсыҡ етештереүселәренең күргәҙмәһе, уйынсыҡтар демонстрацияһы, тест-драйв ойоштороласаҡ. Фестиваль ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы программа көтә: тематик конкурстар һәм мастер-кластар, спорт турнирҙары, асыҡ балалар телестудияһы, "Непоседы", "Домисолька" кеүек популяр балалар коллективтары, шулай уҡ, Ваня Дмитриенко һәм Милана Хаметова, "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" программаһының сығышы көтәсәк. 
"Әйҙә уйнайыҡ" фестивалендә "Балалар һайлай" бөтә Рәсәй конкурсының бер этабы үтәсәк. Рәсәй уйындарын һәм уйынсыҡтарын етештереүселәр, "Алтын айыуҡай" Милли премияһы лауреаттары майҙанда үҙҙәренең яңы уйынсыҡтарын тәҡдим итәсәктәр, ә балалар уларға тест үткәрәсәк. Кескәй белгестәр оҡшаған уйынсыҡтарына тауыш бирәсәк. Фестиваль программаһы рәсми сайтта: https://xn--80aaaldze4dt4h.xn--d1acj3b/ 
Сараны ойоштороусылар: БР хакимиәте, балалар өсөн тауарҙар индустрия предприятиелар Ассоциацияһы, РФ сауҙа һәм етештереү министрлығы, РФ ағартыу министрлығы, Рәсәй белем биреү академияһы

 

14 сентябрь ауыл-ара Үҙәк китапханала Мехроб Назаров менән тура эфир үтте. 
2015 йылда, студент сағында, ул умыртҡа һөйәк муйынын йәрәхәтләндерә. Әммә егет юғалып ҡалмай. "Маҡсатыма бәләкәй аҙымдар менән" - уның тормош девизына әйләнә. 
Мехроб, институт тамамлағандан һуң, машина төҙөү заводында эшләй. Ул мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн коляска проектын нисек яһауы тураһында һөйләне. Мехроб аҙ мобилле кешеләрҙең уңайлығы өсөн коляска моделен яһай. "Коляска - хәрәкәт итеү сараһы ғына түгел, ә уҡыу, эшләү, спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге лә буласаҡ", - тине эфир ҡунағы. 
Киләсәктә Мехроб колясканы презентацияларға уйлай.
Брайль грамотлығына мониторинг 
Хөрмәтле ҡулланыусылар! 
Һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы, "Сәнғәт, ғилем һәм спорт" шәфҡәтлелек фонды менән берлектә, һуҡырҙар араһында Брайль буйынса уҡыу һәм яҙыу буйынса мониторингыһын үткәрә. 
Брайль дисплейын алырға теләүселәрҙе махсус китапханаға анкета тултырырға саҡырабыҙ. 
Анкетаны һылтанма аша үҙаллы, йәки китапханала тултырырға мөмкин. Тултырған саҡта "Йәшәгән регионығыҙ" тигән графала "Башҡортостан" тип яҙыуығыҙ һорала. 
Анкетаны 16 октябрға тиклем тултырыу мотлаҡ.
12 сентябрь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Рәсүл Ғамзатов шиғриәтенә сәйәхәт" әҙәби-музыкаль композиция үтте. Сара замандың бөйөк шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе Рәсүл Ғамзатовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланды. 
Рәсүл Ғамзатов ижадын бөтә донъяла яраталар һәм уҡыйҙар. Шағир ҡәләменә унлаған авар һәм рус шиғырҙары ҡарай. 

Китапханасылар уҡыусылар иғтибарына тифлокомментарийлы фильм тәҡдим итте. 
Ғамзатовтың күп шиғырҙары йырҙарға һалынған. Башта уны Дағстанда башҡаралар, ә 1960-сы йылдарҙа улар бар Совет Союзында популяр булып китә. Уларҙы Анна Герман, Мөслим Магомаев, Лев Лещенко, Иосиф Кобзон, Марк Бернес, Вахтанг Кикабидзе, София Ротару кеүек билдәле йырсылар йырлай. 
Өлөшләтә китапханасылар "Торналар" йырының тарихы менән таныштырҙы. Совет композиторы Ян Френкель уға музыка яҙа, ә Марк Бернес башҡара. 
Сара уҡыусыларға Рәсүл Ғамзатов ижадын яҡшыраҡ белергә, әҫәрҙәр менән танышырға ярҙам итте.
Конкурс 25 июль башлана. Сара РФ Хөкүмәте Советы ярҙамында үткәрелә. Ойошторорға ярҙам иттеләр: Алишер Усмановтың "Сәнғәт, ғилем һәм спорт" шәфҡәтлелек фонды, РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты. 
Быйылғы йылда конкурсҡа совет шағиры һәм прозаигы Эдуард Асадов исеме бирелде. 
Конкурста ҡатнашыр өсөн "Үҙенсәлекле ҡараш" порталында анкета тултырыу мотлаҡ. Конкурста 4 номинация ҡаралған: эпик, лирик, драматик һәм әҙәби-публицистик жанрҙар. Эштәр киләһе темаларға тәҡдим ителеүе мөмкин: "Тыуған ил тураһында", "Мөхәббәт тураһында", "Аҡыллы уҡытыусылар", "Кеше яҙмышы", "Балалар өсөн әҫәрҙәр", "Ғүмер буйы шат-көләс булып", "Һеҙгә һөйләргә теләйем".
Махсус китапхана абонементында "Рус күңеле көҙгөһө" китап күргәҙмәһе  асыла. Ул рус яҙыусыһы Алексей Николай улы Толстойҙың тыуыуына  195 йыл тулыуға бағышлана. 
Алексей Толстой 1883 йылдың 10 ғинуарында тыуған. Атаһы - граф Н. А. Толстой, әсәһе - балалар яҙыусыһы А. Л. Толстая. 
Толстой үгәй атаһы А. А. Бостром ҡанаты аҫтында тәрбиәләнә. Һамар училищеһын тамамлай, аҙаҡ 1901 йылда Петербург технология институтына уҡырға инә, 1907 йылда художество училищеһына күсә. 
Тәүге китаптары - "Лирика" (1907), "Һайыҫҡан әкиәттәре" (1910). 
Тәүге донъя һуғышы һәм Октябрь революцияһы Толстойҙы тарихта бөйөк шәхес темаһына этәрә. "Дүрт дәүер мине үҙенә тарта: Иван Грозный, Петр Беренсе дәүерҙәре, 1918-1920 йй Граждандар һуғышы һәм беҙҙең бөгөнгө көн", - тип яҙа ул көндәлектәрендә. 
Толстойҙы фантастика донъяһы ла ҡыҙыҡһындыра. Ул "Петр көнө", "Ыҙалыҡтар буйлап йөрөү", "Аэлита", "Инженер Гарин гиперболоиды" әҫәрҙәрен яҙа. 
Балалар өсөн "Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары"н ижад итә. 
1945 йылдың 23 февралендә Мәскәүҙә яҡты донъя менән хушлаша. 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Толстой, Лев Николаевич.

Собрание сочинений. В 22 т. Т. 3: Повести и рассказы. 1857-1863 [Текст Брайля] / Л.Н. Толстой ; ред. И.В. Аникушина .— М. : МИПО РЕПРО, 2007 .— 8 кн. — Перепеч.: М.: Художественная литература, 1979 .— ISBN 5-87514-166-3 (130,00) .

Толстой, Лев Николаевич.

Учение Христа, изложенное для детей [Текст Брайля] / Л.Н. толстой .— М. : МИПО РЕПРО, 2007 .— 1 кн. — Перепеч.: М.: Русский Раритет, 2001 .— ISBN 5-7034-0080-5 (19,00) 

Толстой, Лев Николаевич.

Учение Христа, изложенное для детей [Текст Брайля] / Л.Н. толстой .— М. : МИПО РЕПРО, 2007 .— 1 кн. — Перепеч.: М.: Русский Раритет, 2001 .— ISBN 5-7034-0080-5 (19,00) .

Толстой, Лев Николаевич.

Собрание сочинений. В 22 т. Т. 13: Воскресение [Текст Брайля] : роман / Л.Н. Толстой .— М. : Репро, 2008 .— 9 кн. — Перепеч.: М.; Худож. лит., 1988 .— ISBN 5-87514-166-13 (137,70) 

Толстой, Лев Николаевич.

Собрание сочинений. В 20 т. Т.10: Повести и рассказы 1872-1886 [Текст Брайля] / Л.Н. Толстой ; ред. И.В. Аникушина, И.А. Барков .— М. : МИПО РЕПРО, 2008 .— 10 кн .— Перепеч.: М.: Худож. лит., 1982.

Толстой, Лев Николаевич.

Собрание соч. в 22-х томах. Т. 12. Повести и рассказы 1885-1902. [Текст Брайля] / Л. Н. Толстой ; ред. А. А. Бровко, И. В. Аникушина .— М. : МИПО РЕПРО, 2011 .— 8 кн. — Перепеч.: М.: Художественная литература, 1982 .— ISBN 5-87514-166-12 (260,00) .

Толстой, Лев Николаевич.

Собрание сочинений в 22 т. Т. 21 [Текст Брайля] : Дневники 1847-1894 / Л. Н. Толстой .— изд. по Брайлю 1-е .— М. : МИПО РЕПРО, 2012 .— 10 кн. — Перепеч.: М.: Художественная литература, 1985.

Толстой, Лев Николаевич.

Детям [Шрифт Брайля] : рассказы, были, сказки / Л. н. Толстой ; гл. ред. О. Клепикова ; ред. по Брайлю И. Аникушина .— 1-е изд. по Брайлю .— М. : МИПО Репро, 2015 .— 1 кн. — (0+) .— ISBN 978-5-7693-0757-7.

Толстой, Лев Николаевич.

Собрание сочинений : в 22-х т. Т. 20 : Письма 1900-1910 гг. [Шрифт Брайля] / Л. Н. Толстой .— 1-е изд. по Брайлю .— М. : МИПО Репро, 2016 .— 8 кн. — Перепеч.: М.: Художественная литература, 1984.- (16+) .— ISBN 978-5-7693-0791-1.

Толстой, Лев Николаевич.

Война и мир : в 4 т. Т. 1 [Шрифт Брайля] : роман / Л. Н. Толстой .— М. : МИПО Репро, 2017 .— 7 кн. — Перепеч.: М. : Худож. лит., 1979.- (Собр. соч. : в 22 т. Т. 4) .— ISBN 978-5-7693-0894-9.

Толстой, Лев Николаевич.

Рассказы [Шрифт Брайля] : рельефно-графическое издание для незрячих и слабовидящих с плоскопечатным текстоми рельефно-граф. ил. / Лев Толстой .— Новосибирск : Ассоц. "Интеграция", 2014 .— 1 кн. + 1 бр. ППШ текст + ил. — (9+) .— Содерж.: Акула ; Прыжок (быль) ; Шелковичный червь ; Пожарные собаки (быль) ; Как мальчик рассказывал про то, как его в лесу застала гроза (быль) ; Орел (быль) ; Как волки учат своих детей.

 

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Толстой, Лев Николаевич.

ПОВЕСТИ И РАССКАЗЫ [Звукозапись] / ; Читает В. Лебедева .— М. : Логос ВОС, 1998 .— 13 мфк. (49 ч. 37 м. 12 с.): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: М. : Худож. лит., 1979, 1982, 1983.- (Собр. соч.: В 22 т. Т. 2,3,10,12,14).

Толстой, Лев Николаевич.

ВОЙНА И МИР [Звукозапись] : Роман / Л.Н. Толстой ; Читает И. Прудовский .— М. : Логос ВОС, 1998 .— 20 мфк. (77 ч. 6 м.): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: Худож. лит., 1979-1981.- (Собр. соч. В 22 т. Т. 4-7).

Толстой, Лев Николаевич.

Казаки [Электронный ресурс] : лит.-муз. композиция / Л.Н. Толстой ; Авт.композиции Р. Суслович, Ю. Свирин; Оцифровка Д. Буров .— Уфа :

БРСБС, 2006 .— 2 электрон. опт. диска (CD-ROM) : 2 ч 34 м 55 с.- Формат Аудио-CD .

Толстой, Лев Николаевич.

Севастопольские рассказы ; Хаджи-Мурат (фрагменты); Два гусара (Гл. 1-8); Крейцерова соната [Звукозапись] / Л. Н. Толстой ; чит. В. Зозулин, А. Андриенко, Ю. Балмусов, Я. Смоленский, Ю. Михайленко .— М. : РАО "Говорящая книга", 2006 .— 1электрон. опт. диск(CD-ROM) : Формат МР3 .— (Сер. "Школьная хрестоматия: литература") .— (12+).

Толстой, Лев Николаевич.

Война и мир : в 4 т. Т. 1 [Звукозапись] : роман / Л. Н. Толстой ; чит. Е. Терновский .— М. : Студия Ардис, 2006 .— 2электрон. опт. диска (CD-ROM) : Формат МР3 .— (Сер. "ХIХ век. Русская литература") .— (12+).

Толстой, Лев Николаевич.

Война и мир : в 4 т. Т. 2 [Звукозапись] : роман / Л. Н. Толстой ; чит. Е. Терновский .— М. : Студия Ардис, 2006 .— 2электрон. опт. диска (CD-ROM) : Формат МР3 .— (Сер. "ХIХ век. Русская литература") .— (12+).

Толстой, Лев Николаевич.

Война и мир : в 4 т. Т. 3 [Звукозапись] : роман / Л. Н. Толстой ; чит. Е. Терновский .— М. : Студия Ардис, 2006 .— 2электрон. опт. диска (CD-ROM) : Формат МР3 .— (Сер. "ХIХ век. Русская литература") .— (12+).

Книги, изданные плоскопечатным шрифтом:

Толстой, Лев Николаевич.

Детство. Отрочество.Юность. Кн. 1. Детство. Отрочество [Текст] : Трилогия / Л.Н. Толстой .— М. : Логос ВОС, 2009 .— 331 с. — (Круг чтения. Изд. для слабовидящих) .— С изд.: М.: Худож. лит., 1979.

Толстой, Лев Николаевич.

Детство. Отрочество.Юность. В 2 кн. Кн. 2. Юность [Текст] : Трилогия / Л.Н. Толстой .— М. : Логос ВОС, 2009 .— 295 с. — (Круг чтения. Изд. для слабовидящих) .— С изд.: М.: Худож. лит., 1979.

Сираттағы "Бер уҡыусы бенефисы" 25 август махсус китапханала үтәсәк. Уның героиняһы - беҙҙең әүҙем уҡыусы Марина Иванова. 
Беҙҙең бенефистың геройҙары - һуҡыр һәүәҫкәр композиторҙар, шағирҙар, рәссамдар, артистар һәм, әлбиттә, китапханабыҙҙың ҡулланыусылары. 
Марина ҡояшлы Ташкент ҡалаһында донъяға килә. Тик Башҡортостанда үҫә һәм уны тыуған яғы тип иҫәпләй. Тәүҙә Ғафури районы Табын ауылында, аҙаҡ 9-сы синыфтан һуң, Свердлов өлкәһе Верхне-Пышмин мәктәп-интернатында уҡый. Был илебеҙҙәге иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе Маринала сәнғәткә һөйөү хисе тәрбиәләй, ижади һәләтен үҫтерә. Унда ҡыҙ мәктәп театрында шөғөлләнә, ҡала конкурстарында ҡатнаша. 
Мәктәптән һуң Марина Өфөгә ҡайта һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 
1988 йылдан Марина Мәхмүт ҡыҙы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһы менән бәйле. Ул БРҺО музейы директоры, инвалидтарҙың ижад йорто директоры булып эшләй. 
Китапхана ҡунаҡтары сарала Марина Иванованың ижады менән яҡынданыраҡ танышасаҡ. Улар өсөн рус, итальян, француз телдәрендә шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраясаҡ. 
Сара 13:00 сәғәттә башлана. 
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.