Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы, һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы 2020 йылдың 6 октябрендә 12:00 сәғәттә"Һуҡырҙар өсөн китапхана Рәсәй халыҡтарының үҙ-ара мәҙәни эшмәкәрлек структураһында" Халыҡ-ара ғилми-практик конференцияһын үткәрә. Конференция М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһына 85 йыл тулыуға арнала һәм видеобәйләнеш аша уҙасаҡ.

Конференция ның маҡсаты:

• төбәктең этномәҙәни киңлегендә махсус китапханаларҙың ролен һәм урынын билдәләү;

• милли әҙәби мираҫты һаҡлауҙа китапханаларҙың ҡатнашлығы;

• һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн милли электрон китапхана сығанаҡтарын формалашатырыу;

Конференцияла Рәсәй төбәктәрендә (Ҡазан, Калуга, Кузбасс, Мәскәү, Новосибирск, Өфө, Силәбе, Яҡут), яҡын сит илдә (Ҡаҙағстан) инвалидтар менән эш алып барған дөйөм хеҙмәтләндереү һәм махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре, Европа союзы илдәренең (Чехия) интеллектуаль шәхси милек Бөтә донъя ойошмаһының Консорциум хеҙмәткәрҙәре, йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре һәм ҡыҙыҡһыныусы йөҙҙәр ҡатнаша.

Конференцияла киләһе һорауҙарҙы ҡарау планлаштырыла:

• һуҡырҙарҙы хеҙмәтләндереүҙә этник-ара китапхана-мәғлүмәти киңлекте формалаштырыуҙа китапханалар роле;

• төбәктә йәшәгән халыҡтың милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙә махсус китапханаларҙың роле;

• Рәсәй һәм донъя халыҡтарының милли-мәҙәни ғорурлығын тәшкил иткән китаптарҙы, электрон, ресурстарҙы формалаштырыу, һаҡлау  һәм таратыу;

• һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн Рәсәй халыҡтары телдәрендә цифрлы әҙәбиәт коллекцияһын туплауҙа махсус китапханаларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге һәм китаптар менән алыш-биреш итеүе;

• мөмкинлектәре сиклеләр өсөн төбәк-ара һәм халыҡ-ара китапхана хеҙмәттәшлегендә күп форматлы баҫмалар.

Сара 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаларҙың Төп саралар планына инде.

Конференция һөҙөмтәләре буйынса йыйынтыҡ әҙерләү планлаштырыла.

Видеотрансляция "Торатау Конгресс-холл"ы ултырыш залынан интернет селтәрендә барасаҡ.

"Һуҡырҙар өсөн китапхана Рәсәй халыҡтарының үҙ-ара мәҙәни эшмәкәрлек структураһында" Халыҡ-ара ғилми-практик онлайн-конференция.

 

 

Нет аудиозаголовка!!!
Яҡты һәм саф байрам - Ололар көнөндә махсус китапханала онлайн форматта сара ойошторолдо. Рус һәм совет авторҙарының рус, башҡорт, татар телдәрендә йырҙары яңғыраны.
Йырҙарҙы махсус китапхана ҡулланыусылары Илдус Богданов, Рәмзиә Тарасова, Светлана Мусина, Марина Иванова башҡарҙы. Интернетверсия YouTube каналында урынлашҡан.
Интернетверсия размещена на видеохостинге YouTube.
 
 
Башҡортостан республикаһында башҡорт теле йылы сиктәрендә махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында тыуған яҡты өйрәнеү мозаикаһы үтте. 
Филиал ҡулланыусылары этномузей экспонаттары менән танышты: көнкүреш кәрәк-яраҡтары, уларҙың тарихы һәм башҡалар. Предметтарҙың башҡортса атамаһы менән таныштылар. Экскурсия музыкаль минут менән тамамланды. 
3 октябрь шағир Сергей Есениндың тыуыуына 125 йыл тула. Шул айҡанлы махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында "Рәсәйҙең йырсы шағиры" китап күрһәтеү өҫтәле әҙерләнде. Унда шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тәҡдим ителде.

 

Махсус китапханала "Бер уҡыусы бенефисы" саралар циклы дауам итә. 

Талантлы кеше бар яҡлап өлгөлө. Наталья Бессольцева шиғырҙар уҡырға ла, йырларға ла, бейергә лә, бала тәрбиәләргә лә өлгөрә. Ул беҙҙең китапхананың әүҙем ҡулланыусыһы. 
Наталья оҙаҡ йылдар Ғафури районы Красноусольск ҡасабаһында йәшәй. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Күреү һәләтенән яҙғас, Өфөгә күсеп килә. 
Наталья Бессольцеваның бенефисы онлайн форматта үтте. Интернетверсияһы YouTube видеохостингыһында урынлашҡан:

Бенефис Натальи Бессольцевой прошел в онлайн формате. Интернетверсия размещена на видеохостинге YouTube

 

 

Нет аудиозаголовка!!!

Һуҡырҙар өсөн онлайн йога
Йога - иң таралған һәм яратылып өлгөрөлгән практика. Ул стресс сисергә, физик форманы яҡшыртырға ярҙам итә. Йога менән балалар ҙа, ололар ҙа, ҙур компания етәкселәре лә, фрилансер-рәссамдар ҙа шөғөлләнә. 

Курстың тулы варианты:  https://tifloyoga.evland.ru/

 

Нет аудиозаголовка!!!
Е. В. Колобов исемендәге Яңы Опера Мәскәү театры Александр Бородиндың "Кенәз Игорь" операһын тәҡдим итә. Спектаклдең был версияһында төп герой кенәздең ҡатыны Ярослава. 
Төп ролдәрҙә: Сергей Мурзаев, Марина Нерабеева, Артем Голубев, Евгений Ставинский. 
Ҡарау өсөн һылтанма:  https://www.culture.ru/live/6704/knyaz-igor
Нет аудиозаголовка!!!
Зингер йорто Невский проспектында иң билдәле биналарҙың береһе. Уны 1904 йылда архитектор Павел Сюзор проекты буйынса төҙөйҙәр. Бында шулай уҡ тегеү мастерскойҙары, америка консульствоһы, баҫмалар һәм Санкт-Петербург китап йорто урынлаша. 
Йорт тарихы тураһында уҡығыҙ һәм тыңлағыҙ.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Был лекциялар циклын 2018 йылда "Царицыно" музей-заповеднигы сығара. 
Тарихсы Игорь Курукин монарх һарайы нимә аңлатҡанын, һарайҙа йәшәүселәр ниндәй закондар һәм яҙылмаған ҡағиҙәләр тотҡаны тураһында һөйләй. Тамашасылар Екатерина II ваҡытында һарай халҡы нисек көн күргән, петербург һәм ҡала сите резиденциялары, императрицаның көн тәртибе менән таныша ала. 
Күсеү өсөн һылтанма:

 https://www.culture.ru/movies/4299/kak-zhil-imperatorskii-dvor-pri-ekaterine-ii-iz-cikla-ekaterina-ii-ostroumnaya-istoriya

 

22 сентябрь махсус китапханала драматург, прозаик, шағир Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 тулыуға арналған әҙәби дискуссия үтте. 
Сара барышында китапханасылар ҡунаҡтарҙы яҙыусының биографияһы менән таныштырҙы.

"Хуш бул, Рим" романынан, "Тол ҡатындар иламай" повесынан өҙөктәр уҡынылар. Кисә уҡылған әҫәрҙәр тураһында әңгәмә менән тамамланды.

 

Нет аудиозаголовка!!!
 
"Никитскийҙар ҡапҡаһы алдында" театры "Капитан ҡыҙы" музыкаль спектаклен тәҡдим итә. Режиссёры Марк Розовский. 
Ҡарау өсөн һылтанма:
а https://www.culture.ru/live/6656/kapitanskaya-dochka

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.