Литературная дискуссия «Он ушел по Млечному пути…»

Литературная дискуссия «Он ушел по Млечному пути…»

22 сентябрь махсус китапханала драматург, прозаик, шағир Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 тулыуға арналған әҙәби дискуссия үтте. 
Сара барышында китапханасылар ҡунаҡтарҙы яҙыусының биографияһы менән таныштырҙы.

"Хуш бул, Рим" романынан, "Тол ҡатындар иламай" повесынан өҙөктәр уҡынылар. Кисә уҡылған әҫәрҙәр тураһында әңгәмә менән тамамланды.

 

"Капитан ҡыҙы" музыкаль спектакле.».

Музыкальный спектакль «Капитанская дочка».
 
"Никитскийҙар ҡапҡаһы алдында" театры "Капитан ҡыҙы" музыкаль спектаклен тәҡдим итә. Режиссёры Марк Розовский. 
Ҡарау өсөн һылтанма:
а https://www.culture.ru/live/6656/kapitanskaya-dochka

Белгестәр өсөн тифлосессия үтте.

Прошла тифлосессия для специалистов
Прошла тифлосессия для специалистов
Прошла тифлосессия для специалистов
22 сентябрь Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Мөмкинлектәре сиклеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханаларҙың эше" тифлосессияһы үтте. Ойоштороусылары Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы.

Төп мөрәжәғәт менән махсус китапхананың директор урынбаҫары Ирина Күсәрбаева доклад яһаны. Унан һуң инновация-методика бүлеге мөдире Ирина Борисевич, тифлобаҫма бүлеге мөхәррире Фәнүр Бәҙретдинов доклад уҡынылар. 
Ҡатнашыусылар Резо Гигинеишвилиның "Комментарийһыҙ" фильмын ҡаранылар. Төп ролдәрҙе Игорь Верник һәм Инна Чурикова башҡарҙылар. Сценарий авторы Никита Власов.

Емеш десерттарының боронғо рецептары

Старинные рецепты фруктовых десертов

Беҙ һеҙҙе персиктан һәм алманан, айванан һәм ҡурай еләгенән, грушанан һәм сливанан эшләнгән аҙыҡ рецептары менән таныштырабыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы боронғо үҙенсәлекле десерттар менән ҡыуандырығыҙ.

"Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр" телеспектакле

Телеспектакль «Без вины виноватые».
 
Сыҡҡан йылы: 1985
Сығарған ил: СССР
Барыу ваҡыты: 181 мин.
Жанр: драма

Ролдәрҙә: Элина Быстрицкая, Виктор Хохряков, Борис Клюев, Александр Овчинников, Аркадий Смирнов, Лилия Юдина, Валентин Ткаченко, Людмила Пашкова, Людмила Гайликовская, Маргарита Фомина
Режиссёрҙар: Виктор Хохряков, Александр Бурдонский, Марк Орлов.
Күсеү өсөн һылтанма:  https://www.culture.ru/movies/1523/bez-viny-vinovatye
 

 

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө

Всемирный день чистоты
19 сентябрь Бөтә донъя таҙалыҡ көнө билдәләнә. 150 илдә, Рәсәйҙең 70 төбәгендә был көнгә #Сделаем2020 экологик акцияһы бағышлана. 
Бөтә Рәсәй экологик субботникта дөйөм республика таҙалыҡ көнө үткәрелә. Махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре лә акцияла ҡатнашты.

#СДЕЛАЕМ2020 #WorldCleanupDay2020 #ЗелёнаяБашкирия #СохранениеЛесов

Махсус китапхана яңылыҡтары

Онлайн викторина
Громкие читки

Һуҡырҙар өсөн Һамар китапханаһы төбәк-ара экологик фестиваль үткәрә. "Балаганчик" китап театрының һәүәҫкәр артистары был конкурста ҡатнашасаҡ. Бөтәһе төрлө төбәктән 12 команда көс һынашасаҡ. 
17 сентябрь махсус китапханала Александр Невскийға бағышланған ҡысҡырып уҡыуҙар уҙасаҡ. Сара сиктәрендә уҡыусыларға А. Невскийҙың тормошо тураһында һөйләнеләр. Сара викторина менән тамамланды.

"Йортоңа тыныслыҡ" спектакле

СПЕКТАКЛЬ "Мир дому твоему"
Аркадий Райкин исемендәге "Сатирикон" Рәсәй дәүләт театры
Сыҡҡан йылы: 1987
Сығарған ил: СССР
Барыу ваҡыты: 157 мин.
Жанр: мелодрама

Ролдәрҙә: Константин Райкин, Виктор Шимановский, Марина Голубь, Тамара Кушелевская, Владимир Большов, Елена Бутенко, Сергей Друзьяк, Сергей Зарубин, Владимир Михайловский, Лидия Петракова, Леонид Тимцуник, Игорь Еремеев, Аркадий Райкин.
Режиссёрҙар: Константин Райкин, Аркадий Райкин, Марк Орлов.
Ҡарау өсөн һылтанма:
 https://www.culture.ru/movies/1501/mir-domu-tvoemu

 

Дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары өсөн тифлосессия үтәсәк.

Состоится тифлосессия для работников общедоступных библиотек
Махсус китапхананың методик эшмәкәрлеге сиктәрендә, 22 сентябрь ZOOM платформаһында дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары өсөн тифлосессия үтәсәк.
Баймаҡ, Сибай һәм Әбйәлил райондарындағы китапхана белгестәре мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мәғлүмәт еткереү хоҡуҡи һәм халыҡ-ара акттар тураһында һорауҙар ҡараясаҡ.

"Башҡортостан геройҙары: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары фронттарҙа" яңы ҡабарынҡы график әсбап

Новое рельефно-графическое пособие «Герои Башкортостана. Женщины Башкирии на фронтах»
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә яңы әсбап баҫтырылды. Баҫма Брайль шрифты менән яҙылды, ҡабарынҡы график иллюстрациялар менән биҙәлде. 
Баҫма Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына: снайпер Наталья Ковшоваға, осоусы Мәғүбә Сыртлановаға бағышлана. 
Әлеге ваҡытта әсбап техник төҙәтмәлә. Һуңынан ул махсус китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.