Конкурс традицион рәүештә йыл һайын үткәрелә. Тажлы вирус пандемияһына бәйле быйыл ул тулыһынса онлайн форматта ойошторолдо.
Тәүге турҙа 29 кеше ҡатнашһа, икенсе турҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Бәләбәй, Салауат ҡалаларынан 60 кеше көс һынашты.
Конкурс һөҙөмтәләре:
1 урын - Иванова Айгөл, Стәрлетамаҡ ҡ.
2 урын - Зиннәтов Шамил, Өфө ҡ.
3 урын - Касицын Сергей, Стәрлетамаҡ ҡ.
Конкурс еңеүселәре дипломдар һәм сувенирҙар менән бүләкләнде.
Яков Солодухоның опера-әкиәтен Н.И. Сац исемендәге Мәскәү дәүләт академик балалар музыкаль театры артистары, хоры һәм оркестры башҡара. Дирижер: Виктор Яковлев. 1972 йыл. Тауыш тректары киләһе һылтанма буйынса:
28 октябрь 14:00 сәғәттә ZOOM майҙанында мөмкинлектәре сикле граждандар араһында һайлау хоҡуғы буйынса конкурс үтәсәк.
Һуңғы икенсе турҙа 18 йәштән оло бар теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса, дөрөҫ яуап биргән ҡатнашыусылар берәр балл алдылар.
Конкурс ҡатнашыусыларын интеллектуаль блиц-һорауҙар, һайлау хоҡуғы буйынса викторина һорауҙары көтә. Был этап һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк һәм бүләкләнәсәк. Иң әүҙем ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.
Конкурс ZOOM майҙанында онлайн режимда үтә. Күсеү өсөн һылтанма: https://us02web.zoom.us/j/85491986571
Алып барыусының һорауҙарына ҡатнашыусылар яуапты WhatsApp мессенджеры чатына ебәрергә тейештәр.
Ҡатнашыусылар алдан үҙ аллы ZOOM платформаһына теркәлергә тейеш.
Конкурстың маҡсаты: мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе республиканың йәмғиәти-сәйәси тормошона ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Конкурстың ойоштороусылары Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы һәм Башҡортостан республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы.
Иван Бунин рус яҙыусылары араһында тәүгеләрҙән булып Нобелев премияһына лайыҡ була. Ул бөтә донъяға билдәле классик.
Рус яҙыусыһының тормош һәм ижад юлына бағышланған китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Сарала шиғырҙары яңғыраны, китапханасылар уның әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны.
Китап рус һәм башҡорт телдәрендә ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән баҫылды.
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң китап абонементҡа һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.
Күсеү өсөн һылтанма:
Өс рояль тылсымы - Кремлдәге концерт 2019 киләһе һылтанма буйынса:
Совет фильмдарындағы йырҙар - бер-нисә быуындың яратҡан хиттары. "Мәҙәниәт.РФ" бер-нисә кинороманс тәҡдим итә: https://www.culture.ru/materials/186143/5-kultovykh-romansov-sovetskogo-...
Күсеү өсөн һылтанма:
Махсус китапхана хеҙмәткәре Татьяна Резяпкина тыныс ваҡыт һәйкәленә видеоформатта экскурсия әҙерләне. Видеоролик Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәп тәрбиәләнеүселәренә адреслана.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 81
- 82
- 83
- 84
- 85
- 86
- 87
- 88
- 89
- …
- следующая ›
- последняя »