Нет аудиозаголовка!!!

"Минең Рәми" төбәк-ара шиғриәт конкурсы Башҡортостан республикаһы башлығы указы менән уҙғарыла. 
Конкурста 6 йәштән 12 йәшкә һәм 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Шулай уҡ 18 йәштән алып өлкәндәр ҙә үҙ эштәрен тапшыра ала. 
Профессиональ һәм һәүәҫкәр видеороликтар ҡабул ителә. Эштәрҙе рус һәм башҡорт телдәрендә бирергә мөмкин. 
Конкурс 12 февральдән алып 2022 йылдың декабренә тиклем бара һәм 3 этаптан тора: 
1-се этап - 12 февралдән алып 12 апрелгә тиклем конкурс эштәрен ҡабул итеү; 
2-се этап - 26 августан алып 25 сентябргә тиклем телевизион конкурс; 
3-сө этап - финал. 
Ҡатнашыусы балалар эштәрен 2022 йылдың 12 апреленә тиклем "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Минең Рәми - 90" төркөмөнә һала һәм һылтанмаһын ramigaripov90@mail.ru электрон почтаһына "Р. Ғариповҡа - 90. Балалар" темаһы менән ебәрә. Шулай уҡ, үҙ эштәреңде социаль селтәрҙәреңдә #МинеңРәми90 хештегы аҫтында һалыу мотлаҡ. 
Өлкәндәр ҙә ошо уҡ талаптарға буйһона. Электрон почтаның темаһы - "Р. Ғариповҡа - 90. Өлкәндәр". 
Конкурстың ойоштороусылары: башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды, БР белем биреү һәм ғилем министрлығы, Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы, Башҡортостан республика Яҙыусылар союзы, "Башҡортостан" телерадио компанияһы.

Нет аудиозаголовка!!!
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы тауышландырылған виртуаль экскурсия тәҡдим итә. Мемориаль мөйөш башҡорт композиторы, РФ һәм РБ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың юбилейына бағышлана. Уны яҙмыш күреү һәләтенән яҙа, әммә оло талант бүләк итә. Салауат Әхмәҙи улы бөтә ижад тормошо буйына махсус китапхананың әүҙем уҡыусыһы һәм дуҫы булып ҡала. Уның әҙәбиәткә һөйөүенең сиге булмай. Бунин, Куприн, Блок, Набоков, Лесков, Лермонтов кеүек классиктарҙы ҡабат-ҡабат уҡый. Тағы ла шиғриәтте ярата. Уны классика ғына түгел, ә йәш шағирҙарҙың да ижады ҡыҙыҡһындыра. Сөнки уға шиғырҙар уҡыу өсөн генә түгел, ә эш өсөн дә кәрәк. Төп баҫым, әлбиттә, башҡорт шиғриәтенә ята.

Противодействие терроризму и экстремизму

"QR-коды против экстремизма"

В рамках противодействия экстремизму в молодежной среде в Российской Федерации обращаем внимание на информационные изображения «QR-коды против экстремизма», подготовленные Министерством внутренних дел РФ.
Противодействие терроризму и экстремизму
Undefined
Нет аудиозаголовка!!!

Ғаризалар ҡабул итеү 2022 йыл аҙағына тиклем дауам итә. 
Премия мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә бөйөк  үрҙәр яулаған инвалидтарға бирелә. Егерме йыл эсендә был премия өсөн 10 000 ашыу кеше көс һынай. Шуларҙың 470 лауреат булып таныла. Конкурс ике йылға бер тапҡыр үтеп тора. 
"Филантроп" премияһы белем биреү, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә күрһәткән һөҙөмтәләр өсөн халыҡ-ара, сит ил һәм Рәсәй премияларына инә. Бүләкләү фонды шәфҡәтлелек фондынан бирелә. Ғаризалар жюри тарафынан төп өс номинациялар буйынса ҡабул ителә: 
башҡарма сәнғәт, һүрәт төшөрөү сәнғәте һәм әҙәби ижад. Конкурста ҡатнашыусы һәр кеше "Филантроп" халыҡ-ара премия номинанты исемен ала. 
Премияның яңы "Филантроп һәм меценаттар" номинацияһы барлыҡҡа килде. Ул эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә спонсорлыҡ ярҙам өсөн биреләсәк. Ғаризалар ҡабул итеү формаһы ла үҙгәрҙе. Төп баҫым электрон форматҡа яһаласаҡ. 
Тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең сайтта "Премиялар тураһында" бүлегендә ҡарай алаһығыҙ.

Более подробную информацию Вы можете получить на нашем сайте в разделе «О премии»

9 март Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн беләҙектәр үреү буйынса мастер-класс үтте. 
Ҡатын-ҡыҙ донъяға изгелек, наҙлылыҡ килтерә. Ул үҙ тирәһендә дуҫлыҡ һәм мөхәббәт тыуҙыра. Таланттарын асыу өсөн ҡатын-ҡыҙға ижад итеү бик кәрәк. 
Беләҙектәр үреү барышында китапханасылар һәм ҡатнашыусылар рус һәм башҡорт телендә тауыштан шиғырҙар уҡынылар, яҙ, мөхәббәт тураһында йырҙар йырланылар.


 

Нет аудиозаголовка!!!
Хөрмәтле китапхана уҡыусылары! 
5 март китапхана 17.00 тиклем эшләй. 
6,7,8 март - Ял көнө. 
9 март - эш көнө. 
Администрация
Салауат Низаметдиновтың 65 йәшенә ҡарата, М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә ҡабарынҡы график әсбап баҫылды. 
Салауат Низаметдинов - Башҡортостан республика музыка сәнғәтендә иң ҙур вәкилдәрҙең береһе. Уның ижады ысынлап та төрлө яҡлы. Ул күп камера-вокал һәм камера-ҡорал әҫәрҙәр, ике йөҙҙән ашыу эстрада йырҙарын, спектаклдәргә, документаль һәм нәфис фильмдарға музыка яҙыусы.  
Әсбаптағы мәғлүмәт тарихи-мәҙәни һәм документаль материалдарға нигеҙләнеп бирелде. Ҡабарынҡы графикала ҡулланыусылар композитор уйнаған  музыка ҡоралдары менән таныша ала. 
Махсус китапхананың хеҙмәткәрҙәре хәтерендә Салауат Низаметдинов һәр саҡ шат күңелле, изге йөрәкле кеше булып ҡаласаҡ. 
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң әсбап китапхана фондына һәм филиалдарға таратыласаҡ.
Нет аудиозаголовка!!!
Бергәләп уҡыйбыҙ, тауыштан уҡыйбыҙ! Ошондай девиз аҫтында 2 март М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында онлайн форматта Бөтә донъя тауыштан уҡыу көнө үтте. Махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре үҙ фондтарынан уҡыуға китаптар тәҡдим итте. Уҡыусыларға юбиляр китаптар тәҡдим ителде: Михаил Шолохов "Күтәрелгән сиҙәм", Алексей Толстой "Бала саҡ", Толкиен "Хоббит, йәки тегендә һәм бында".
3 март Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Тәүбәгә килеү: Салауат Низаметдиновтың тормошо һәм ижад юлы" әҙәби-музыкаль кисәһе үтәсәк. Сара композиторҙың тыуыуына 65 йыл тулыуға арнала. 

Салауат Әхмәҙи улы бөйөк һуҡыр композитор, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге "Филантроп" халыҡ-ара конкурсы, Д. Шостакович исемендәге Рәсәй композиторҙар союзы премиялары лауреаты. Был көндө уның дуҫтары, тол ҡатыны, уның ижадын дауам итеүселәр йыйыласаҡ. 
Әҙәби-музыкаль кисәлә Салауат Низаметдиновтың төрлө йылдарҙа яҙылған музыкаль әҫәрҙәре, уның иҫтәлегенә арналған рус һәм башҡорт телендә шиғырҙар яңғыраясаҡ. Уларҙы Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, "Алтын юлбарыҫ" халыҡ-ара премия лауреаты Ленар Бикмырҙин, күп конкурстар лауреаты Светлана Мусина, шулай уҡ, һәүәҫкәр артистар һәм коллективтар башҡарасаҡ. 
Сара үтәсәк: Өфө, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы. 
Башлана: 14:00 сәғәттә.
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы ҡунаҡтары һәм ҡулланыусылары иғтибарына "Намыҫ һәм хоҡуҡ дәрестәре" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә рус яҙыусыһы Валентин Григорий улы Распутиндың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнала (1937-2015). 
Валентин Григорий улы Распутин - рус яҙыусыһы, прозаик, публицист һәм йәмғиәт эшмәкәре. "Ауыл прозаһын" яҡтыртҡан иң сағыу вәкил. 
Валентин Григорий улы 1937 йылдың 15 мартында  Иркутск өлкәһе Аталанка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бәләкәйҙән Ангара йылғаһы эргәһендә уның тәбиғәте менән һоҡланып үҫә. Аҙаҡ, әҫәрҙәр яҙа башлағас, һәр береһендә тип әйтерлек, себер пейзаждарын тасуирлай. Бала саҡтан уҡ ата-әсәһен аҡылы һәм отҡорлоғо менән аптырата. Ул иртә уҡый башлай, һәм ҡулына нимә эләгә шуны уҡый: китаптар, журналдар, иҫке гәзит өҙөктәре. Әсәһе сберкассала эшләй, ә атаһы урындағы почта бүлеген етәкләй. Әммә тиҙҙән уларҙың ишеген ҡайғы ҡаға. Билдәһеҙ кешеләр ҡаҙна аҡсаһы ятҡан сумканы урлай һәм атаһын хөкөмгә тарттыралар. Әсә кеше өс бала менән ҡала, ғаилә ас тип әйтерлек йәшәй. 
Ауылда башланғыс мәктәп кенә булғанлыҡтан, Валентин өйҙән 50 км алыҫлыҡта ятҡан ерҙә уҡый башлай. Был ваҡыттар тураһында ул "Француз дәрестәре" хикәйәһендә яҙасаҡ. Ул тик биш билдәләренә генә уҡый һәм мәктәпте яҡшы аттестат менән тамамлай. Һуңынан Иркутск университетының филология факультетына уҡырға инә. 
Вузда Валентин күп ваҡытын уҡыуға бүлә, әммә аҡса эшләү мөмкинлектәрен дә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Университет гәзитендә корреспондент, ә һуңынан  бер-нисә йыл Иркутск һәм Красноярск гәзиттәрендә эшләй. Ошо йылдар уның ижад башланышы тип һанала. "Мин Лешканан  һорарға оноттом" хикәйәһе уның әҙәби дебюты. 
Валентин очерктар яҙыуын дауам итә. Ваҡыт үтеү менән, улар яҙыусының тәүге китабына әйләнә. Тиҙҙән ул Читаға күсә, Виктор Астафьев, Антонина Коптяева, Владимир Чивилихин менән таныша. 
1967 йылда Распутинды СССР яҙыусылар союзына ҡабул итәләр. "Был донъянан килгән кеше", "Мария өсөн аҡса", "Һуңғы срок", "Йәшә һәм хәтерлә", "Иван ҡыҙы, Иван әсәһе" әҫәрҙәрен тәнҡитселәр йылы ҡабул итә. 
Талантлы егеттең исеме тиҙ арала танылыу ала. 
Һуңғы йылдарҙа ул йәмғиәт эшмәкәрелеге менән шөғөлләнә башлай. Ул парламентҡа депутат булып һайлана. Михаил Горбачев етәкләгән йылдарҙа Президент составына инә. 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом:

Распутин, В.Г. Век живи – век люби [Текст Брайля] / В.Г. Распутин. — М.: Просвещение, 1987. — 1 кн. — Перепеч.: М.: Худ. лит., 1984.

Распутин, В.Г. Дочь Ивана, мать Ивана [Текст Брайля] / В.Г. Распутин; ред. Е.Г. Хлюпина, Н.С. Щукина. — М.: МИПО РЕСПРО, 2008. — 3 кн. — Перепеч.: М.: Молодая гвардия, 2004

Распутин, В.Г. Живи и помни [Текст Брайля]: повесть, рассказы / В.Г. Распутин. — М.: Просвещение, 1977. — 5 кн. — Перепеч.: М.: Молодая гвардия, 1974.

Распутин, В. Прощание с Матерой [Шрифт Брайля]: повесть / Валентин Распутин. — 1-е изд. по Брайлю. — СПб.: Чтение ВОС, 2016. — 4 кн. — Перепеч.: Л.: Лениздат,1982. — (16+)  

Распутин, Валентин Григорьевич. Последний срок [Шрифт Брайля]: повесть / В. Г. Распутин. — Москва: МИПО Репро, 2021. — 3 кн. — Перепеч.: М.: Стрекоза, 2018. — (12+).

Распутин, Валентин Григорьевич. Уроки французского [Текст Брайля] / В.Г. Распутин. — М.: Логос ВОС, 2009. — 1 кн. — Перепеч.: М., 1984. —  (Избр. произв. в 2 т. Т. 1)

«Говорящие» книги на оптических СD-дисках:

Распутин, Валентин Григорьевич. Уроки французского [Электронный ресурс]: рассказы / В.Г. Распутин; чит. Е. Семенова. — М.: АРДИС, 2005. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 10 ч 25 м. — Формат МР3. — (ХХ век. Русская проза). — C изд.: М.: АСТ; Астрель, 2004.

Распутин, Валентин. Уроки французского [Звукозапись]: рассказ / В. Распутин; чит. В. Золотухин. — М.: ООО "1С-Паблишинг", 2006. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): Формат МР3. — (12+).

«Говорящие» книги на флешкартах:

Распутин, В. Деньги для Марии; Последний срок; Дочь Ивана, мать Ивана [Электронный ресурс]: повести / В. Распутин; чит. В. Герасимов. — М.: Логосвос, 2009-2010. — 1 фк. (3 ч 20 мин).

Распутин, В. Живи и помни; Прощание с Матерой; Рассказы [Электронный ресурс]: повести, рассказы / В. Распутин; чит. В. Герасимов. — М.: Логосвос, 2011. — 1 фк. (4 ч. 25 м).

Распутин, В. Повести [Электронный ресурс] / В. Распутин; чит. Д. Логинова. //  Хисамов, Г.  Девятнадцатый [Электронный  ресурс]: роман: на баш. яз. / Г. Хисамов; чит. Р. Каримова. — Уфа.: БРСБС, 2015. —  1 фк. (16 ч 15 м 35 с).

Распутин, В. Ближний свет издалека; Последний срок; Прощание с матерой; Пожар [Электронный ресурс]: повести / В. Распутин; чит. Д. Логинова. — Уфа: БРСБС, 2013. — (16 ч 15 м). — (Лауреаты премии им. С. К. Аксакова). — С изд.: М.: Советская Россия, 1986. — (16+).

Плоско-печатные издания:

Распутин, В. Г. Век живи – век люби [Текст]: рассказы / В. Г. Распутин. — М.: Молодая гвардия, 1982. — 285 с. — (16+).

Распутин, В. Нежданно-негаданно [Текст]: сборник / В. Распутин. — М.: Логосвос, 2021. — 616 с. — (Круг чтения. Издание для слабовидящих). — Перепеч.: М.: Детская литература, 2008. — (16+).

Распутин, В. Г. Прощание с Матерой [Текст]: повести / В. Г. Распутин. — М.: Вече, 2017. — 560 с. — (Сибириада. Собрание сочинений). — (12+). 

Распутин, В. Г. Повести [Текст] / В. Г. Распутин. — М.: Просвещение, 1991. — 334 с. — (Б-ка словесника). — (16+).

Распутин, В. Г. Последний срок; Прощание с Матерой; Пожар [Текст]: повести / В. Г. Распутин. — М.: Советская Россия, 1986. — 384 с. — (16+).

Распутин, В. Г. Уроки французского [Текст]: рассказы / В. Г. Распутин. — М.: Махаон, 2018. — 112 с. — (Чтение – лучшее учение). — (12 +)  

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.