19 апрель М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре 28-се интернат-мәктәптең 7-се синыф уҡыусылары өсөн "Көрәшергә, эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә" әҙәби сәғәтен үткәрҙе. Сара Валентин Кавериндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды. 
Китапханасылар балаларҙы автор һәм уның ижады, билдәле әҫәрҙәре, уларҙың төп геройҙары менән таныштырҙы. Балалар Валентин Кавериндың тормошонан ҡыҙыҡлы факттарҙы белде. "Ҡом сәғәте" әкиәтен тыңланылар. Был әҫәр юҡҡа ғына һайланманы. Әкиәт геройҙары менән бергә уҡыусы яманды яҡшынан айырырға, үҙеңдә мөхәббәт, дуҫлыҡ, тоғролоҡ хистәрен үҫтерергә һәм һаҡларға өйрәнә.

 

Үҙәк һайлау комиссияһы апрель айында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы буйынса республика конкурсын үткәрә. 
Конкурс саралары муниципаль белем биреү учреждениеларында апрель айында үтәсәк. Маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы һайлауҙарға йәлеп итеү, уларҙың һайлаусы булараҡ конституцион хоҡуҡтарын аңлатыу, актив гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу. 
Конкурс, 2011 йылдан алып йыл һайын үткәрелеп тора. Элек конкурс М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында һәм Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбендә үткәрелә ине. Быйыл конкурс географияһы Башҡортостан республикаһының бөтә муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында тәҡдим ителде. 
Махсус китапхана ҡулланыусылары өсөн конкурс Өфө ҡалаһы Совет ҡала район округында уҙасаҡ. Конкурс 25 апрель 15:00 сәғәттә башлана. 
Конкурсҡа әҙерләү сиктәрендә махсус китапханала һайлау хоҡуғы буйынса лекторий үтәсәк Башҡортостан республика Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һорауҙарға яуап бирәсәк. 
Лекторий 20 апрель 15:00 сәғ. үтә. 
Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47, "Витамин заводы" туҡталышы

 

 
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлеге Рәсәй императоры Петр Беренсенең тыуыуына 350 йыл тулыуға ҡарата ҡабарынҡы график әсбап баҫтырҙы. 
Петр Беренсе - рус тарихында иң танылған хакимдарҙың береһе. Ул илебеҙгә төрлө өлкәләрҙә күп яңылыҡтар индергән, реформалар яһаған. 
Әсбаптағы мәғлүмәт тарихи-мәҙәни һәм документаль материалдарға таянып бирелде. Әсбап махсус һәм коррекцион мәктәптәрҙә өҫтәлмә әҙәбиәт булараҡ ҡулланыла ала. 
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң әсбап китапхана фондына һәм филиалдарға таратыласаҡ.
Нет аудиозаголовка!!!
 
Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү айҡанлы, балалар һәм өлкәндәрҙе бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашырға саҡырабыҙ: 
1. "Ветерандарҙың мәңгелек иҫтәлегенә" - http://рисуйснами.рф/konkurs/pamyat-veteranam
2. "Һалдаттарыбыҙ ҡаһарманлығы" - http://рисуйснами.рф/konkurs/podvig-soldat
3. "Ватанға хеҙмәттә" - http://рисуйснами.рф/konkurs/na-sluzhbe-otechestvu
Конкурста бөтә теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Бының өсөн http://рисуйснами.рф сайтына электрон ғариза ебәрергә кәрәк. 
Шулай уҡ, бөтә теләүселәр өсөн тематик мастер-класстар тәҡдим итәбеҙ -http://рисуйснами.рф/master-class-all
 

 

 

Башҡортостанда Донецк халыҡ республикаһында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ла был акцияға ҡушыла. 


Бөгөн махсус китапхана Донецк ҡалаһының "Һуҡыр һәм насар күреүсе балалар һәм ололар өсөн республика өҫтәлмә белем биреү үҙәге"нә Брайль шрифты менән баҫтырылған биш атамалы әҙәбиәт тапшырҙы. Шулар араһында балалар өсөн әкиәт китаптары һәм ҡабарынҡы график рәсемле әсбаптар: "Башҡортостан геройҙары: 1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышына 75 йыл"; "Тыуған ерҙең күп тауышы: башҡорттар"; "Тыуған ерҙең күп тауышы: украиндар". 
"Тыуған ерҙең күп тауышы" ҡабарынҡы график әсбаптары Башҡортостан республика башлығы гранты сиктәрендә баҫтырылды. Рәсәй халҡы төрлө этник төркөмдәргә бүленә, төрлө дингә табына, әммә ләкин дуҫ, күршеләрсә йәшәй. Бер халыҡ икенсеһен тулыландыра һәм байыта. 
Донецк халыҡ республикаһы һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһындағы Донецк коммюникында ике яҡтың да килешеп эш итеүе һәм артабан да мәҙәниәт өлкәһендә бергә эшләү ҡарала. Әлеге ваҡытта М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Донецк "Һуҡыр һәм насар күреүсе балалар һәм ололар өсөн республика өҫтәлмә белем биреү үҙәге"нә "һөйләй торған китаптар"ға онлайн форматта юл асыҡ.

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Оҙатыусы эттәр тураһында бөтә телдәрҙә!" халыҡ-ара инклюзив проектта әүҙем ҡатнаша. Был проект "Аҡтырнаҡ" Башҡортостан республика ярҙамсы эттәр хужалары клубы тарафынан тыуҙырылды. 
Проект сиктәрендә махсус китапхана тарафынан "Оҙатыусы эттәр тураһында һөйөү менән" флешмобы иғлан ителде. Флешмобтың маҡсаты: йәмғиәт иғтибарын һуҡырҙарға ярҙам итеүсе эттәргә йәлеп итеү; дуҫлыҡ атмосфераһын тыуҙырыу; махсус өйрәтелгән эттәр тураһында йәмғиәткә күберәк мәғлүмәт биреү. 
Проекттың мәғәнәһе: волонтерҙар үҙ телендә, оҙатыусы эттәр исеменән текст уҡый. Әҙер аудио-тректар оҙатыусы эттәр тураһындағы йәнһүрәткә тауышландырыу булып ята һәм социаль селтәрҙәргә һалына https://vk.com/kvsprb?z=video-158562108_456239212%2F6951d52192b6374c57%2...
Флешмоб барышында аудио-тректар башҡорт, татар, сыуаш, марий, мордва, яҡут, украина һ.б. телдәрҙә әҙерләнде. 
Китапхана белгестәре Нәзилә Дәүләтханова һәм Ирина Борисевич был проекттың координаторҙары.

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы ҡулланыусылары һәм ҡунаҡтар иғтибарына "Тарих тере дәресе" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә рус совет яҙыусыһы, СССР дәүләт премияһы лауреаты Сергей Пётр улы Алексеевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. 
С. П. Алексеев 1922 йылдың 1 апрелендә Украинала тыуа. 10 йәшенән алып Мәскәүҙә йәшәй һәм уҡый. 1940 йылда Көнбайыш Белоруссиялағы Постава ҡалаһында авиацион училищела белем ала. Һуңынан уҡыуын Ырымбурҙа пединститутта дауам итә. Авиация менән 1945 йылда, ҡаты яраларҙан һуң, хушлаша. 
Әҙәби донъяға ул тәнҡитсе һәм мөхәррир булараҡ килеп инә. 1946 й. - "Балалар әҙәбиәте" баҫмаһының мөхәррире, 1950 й. - яуаплы сәркәтип, балалар әҙәбиәтен үҫтереү буйынса мәҡәләләр авторы. Тәүге китабы - "СССР тарихы. 4-се синыф уҡыусылары өсөн уҡыу китабы". 
Күргәҙмәгә китапхана фондында һаҡланған баҫмалар ҡуйылды.

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом:

Алексеев, С. П. Грозный всадник: рассказы о Степане Разине, казаках и восставшем народе [Текст Брайля]: для младшего школьного возраста / С. П. Алексеев. — М.: Логосвос, 2012. — 2 кн. — Перепеч.: М.: Дет. лит, 1969.

Алексеев, С. П. Жизнь и смерть Гришатки Соколова [Текст Брайля]: для младшего школьного возраста / С. П. Алексеев. — М.: Логосвос, 2012. — 1 кн. — Перепеч.: М.: Дет. лит, 1969 .

Алексеев, С. П. История крепостного мальчика [Текст Брайля]: повесть / С. П. Алексеев. — М.: Логосвос, 2012. — 1 кн. — Перепеч.: М.: Детская литература, 1969 

Алексеев, С.П. Лебединый крик [Шрифт Брайля]: повесть / С. П. Алексеев, В. А. Алексеева. — 1-е изд. по Брайлю. — М.: Логосвос, 2017. — 1 кн. — Перепеч.: М.: АСТ; Астрель, Харвест, 2007 

Алексеев, С. П. Петр Первый [Текст Брайля]: рассказы: для среднего школьного возраста / С. П. Алексеев. — М.: Логосвос, 2012. — 1 кн. — Перепеч.: М.: Дрофа, 1998. — (Школьная программа. Страницы истории) 

Алексеев, С. Рассказы о Суворове и русских солдатах [Шрифт Брайля] / С. Алексеев. — Москва: МИПО Репро, 2021. — 2 кн. — Перепеч.: М.: Оникс 21 век, 2001. — (6+).

Алексеев, С.П. Цари и самозванцы [Шрифт Брайля]: (Рассказы о смутном времени) / С. П. Алексеев, В. А. Алексеева. — 1-е изд. по Брайлю. — М.: Логосвос, 2017. — 2 кн. — Перепеч.: М.: АСТ; Астрель, Харвест, 2007.

Алексеев, С. В. Ярослав Мудрый. Самовластец Киевской Руси [Шрифт Брайля] / С. В. Алексеев. — 1-е изд. по Брайлю. — М.: МИПО Репро, 2014. — 5 кн. — (Устроители Земли Русской). — Перепеч.: М.: Вече, 2006. — (12+)

 

Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:

Алексеев, С. П. Бородинская битва [Текст]: рассказы / С. П. Алексеев. — М.: Логос ВОС, 2002. — 48 с. — (Сер. Круг чтения. Изд. для слабовидящих).

Алексеев, Сергей Петрович. Грозный всадник [Текст]: рассказы о Степане Разине, казаках и восставшем народе / С. П. Алексеев. — М.: Логос ВОС, 2011. — 201 с. — (Издание для слабовидящих). — Перепеч.: М.: Детская литература, 1969

Алексеев, Сергей. Сто рассказов из русской истории = Рус тарихынан хикәйәләр [Текст]: рассказы на башк. яз. / С. Алексеев. — Уфа: Баш. кн. изд-во, 1981. — 192с.

Алексеев, Сергей Петрович. Рассказы о Великой Отечественной войне [Текст] / С.П. Алексеев. — М.: ОНИКС, 2007. — 208 с: ил. — (Великие страницы истории Отечества).

Алексеев, С.П. Рассказы о Суворове и русских солдатах [Текст]: для младшего школьного возраста / С.П. Алексеев. — М.: ЛогосВОС, 2011. — 174 с. — (Круг чтения. Изд. для слабовидящих).

Алексеев, С. Сто рассказов о войне [Текст]: сборник / С. Алексеев. — М.: Логосвос, 2021. — 510 с. — (Круг чтения. Издание для слабовидящих). — Перепеч.: М.: АСТ: Астрель, 2010. —  (12+) .

«Говорящие» книги на флешкартах:

Алексеев, С. Рассказы о Великой Отечественной войне [Электронный ресурс]: рассказы / С. Алексеев; чит. В. Герасимов. — 1 фк. (45 час 53 мин). — С изд.: М.: АРДИС, 2012. — (12+).

Алексеев, С. Рассказы об Отечественной войне 1812 года [Электронный ресурс]: рассказы / С. Алексеев; чит. В. Герасимов. — 1 фк. (14 час 42 мин). — С изд.: М.: АРДИС, 2011. — (12+).

Алексеев, Сергей Петрович. Рассказы о Великой Отечественной войне [Звукозапись] / С.П. Алексеев; читает В. Герасимов. — Чехов: ИП А. В. Цайкин, 2019. — 1 фк. (45 ч 53 мин). — Запись произведена на профессиональном оборудовании ООО "Треола". — (12+).

В одной обложке с: Рассказы о декабристах [Звукозапись] / С. Алексеев; читает В. ГерасимовРассказы о Степане Разине  [Звукозапись] / С. П. Алексеев; читает В. Герасимов.Рассказы о Суворове [Звукозапись] / С. П. Алексеев; читает В. ГерасимовРассказы об Иване Грозном [Звукозапись] / С. П. Алексеев; читает В. ГерасимовРассказы о монголо-татарском нашествии [Звукозапись] / С. П. Алексеев; читает В. Герасимов

29 март, балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында, М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһына ҡунаҡҡа 126-сы урта белем биреү мәктәбе уҡыусылары килде. 
Китапханасылар уларға экскурсия ойошторҙо. Китапхана бүлектәренең төп эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар, китаптар нисек баҫылғанын һәм һаҡланғанын күрһәттеләр. Татьяна Резяпкина "Корней олатайҙа ҡунаҡта" әҙәби интеллектариумын үткәрҙе. Сара өс турҙа уйын формаһында булды. Уҡыусылар өс командаға бүленде. 
Беренсе турҙа китапханасылар К. И. Чуковскийҙың тормошо тураһында һорауҙар бирҙеләр, икенсе турҙа балалар әкиәт өҙөктәрендә төшөп ҡалған һөйләмдәрҙе эҙләнеләр, өсөнсө турҙа күҙҙе бәйләгән килеш, бармаҡтар ярҙамында предмет атамаларын әйттеләр.

Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө менән!
Хөрмәтле коллегалар!
Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Йәмғиәт һәм дәүләт тормошонда мәҙәниәттең роле, һис шикһеҙ, ҙур. Сөнки мәҙәниәт милләт нигеҙе. Бөгөн халҡыбыҙ мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә көс һалған, өлөш индергән кешеләрҙең байрамы. Был байрамда беҙ һеҙҙең барығыҙға ла илһам, яңынан-яңы ижади һулыш, ныҡлы һаулыҡ, ябай бәхет, ғаилә именлеге һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.