26 майҙан 28 майға тиклем Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк. Был әҙәбиәт донъяһында киң күләмле сара, авторҙарға, нәшриәттәргә, китап магазиндарына һәм уҡыусыларға тәжрибә менән уртаҡлашырға, китап таратыу өсөн яңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итә. 
Йәрминкәлә Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәттәр, китап магазиндары, шәхси букинистар, моделле китапханалар, яҙыусылар, рәссамдар, драматургтар, артистар, сәнғәт белгестәре, психологтар, кулинарҙар, кинематографистар, журналистар һәм блогерҙар ҡатнашасаҡ. 
Сараға килеүселәр яңы китаптар һатып ала, билдәле әҙиптәр менән таныша аласаҡ. 
Көн һайын программаны авторҙар менән осрашыу асасаҡ. Владимир Мединский, Константин Чеченев, Георгий Будный, Михаил Лабковский, Татьяна Устинова, Тимофей Баженов, Родион Белецкий, Регина Доктор, Кирилл Крок, Екатерина Рождественская кеүек билдәле шәхестәр менән әңгәмә алып барыласаҡ. 
Шулай уҡ, Өфөгә, йәрминкәлә ҡатнашыу өсөн, билдәле артистар саҡырылған. Фестивалдең киске программаһы "Уҡырға ваҡыт" үҙ эсенә моноспектаклдәр һәм Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз, Анна Якунина башҡарыуында әҙәби әҫәрҙәр уҡыуҙы индерә. 
Сараны көн һайын нәфис фильм ҡарау ябасаҡ. 
"Китап-байрам" программаһына "Урал батыр ерендә йыл китабы", "Тыуған ер тарихы шиғырҙарҙа" шиғырҙар конкурсы, йәш шағирҙар һ. б. конкурстар инә. 
Совет майҙанында, шулай уҡ, периодик әҙәбиәт, моделле китапханалар, аш-һыу китаптары, психология буйынса ғаилә консультациялары зоналары эшләйәсәк. Һәр зонала мастер-кластар, уйындар, сәхнәләштереүҙәр һәм башҡа саралар ойоштороласаҡ. 
Бынан тыш, Өфө ҡунаҡтары һәм йәшәүселәре шәфҡәтлелек акцияларында ҡатнаша аласаҡ. 
Йәрминкәнең ойоштороусылары: Башҡортостан республика хакимлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы. 
Тулыраҡ мәғлүмәт:  http://www.kitap-bayram.ru  www.kitap-bayram.ru.

 

 

"Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" Республика конкурсы үткәрелә. Конкурс балалар өсөн иң яҡшы тактиль китап яһауҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. 
Ойоштороусыһы: М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы. Партнеры: Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы. 
Конкурста ҡатнашырға Башҡортостан республикаһында йәшәгән балалар тәрбиәләү һәм белем биреү менән бәйле  китапханалар һәм учреждение белгестәре, ижади берекмәләр, инициативалы төркөмдәр һәм физик шәхестәр саҡырыла. Конкурс 20 апрелдән 26 майға тиклем дауам итә. 
Һөҙөмтәләр яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү йәрминкә сиктәрендә үтәсәк. "Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе 26-28 май барасаҡ. 
Тулыраҡ мәғлүмәт Положение бүлегендә. Положении 
Халыҡ-ара ара музей көнөндә махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына экскурсияға барып ҡайтты. 
Ҡотопсолар музейы Өфөлә 139 йыл элек, билдәле штурмандың тыуған көнөндә асылған. 
Экспозициялар ике этажда туғыҙ залды биләй. Экскурсовод Елена Арктиканы тикшереү тарихы менән таныштырҙы. Айырым бер зал башҡорт еренән сыҡҡан Арктика тикшеренеүселәренә бағышлана. 
Үҙәк музей экспозицияһы Арктиканы һәм Себер диңгеҙ юлын, Арктикала боҙ хәрәкәтен һәм климат үҙгәрешен өйрәнеүҙе күрһәтә. Был материалдарҙы системаға һалыуҙа Валериан Альбановтың роле бик ҙур. Уның исеме менән музейҙың айырым зал аталған. Унда легендар ҡотопсоноң тормошо һәм батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт һаҡлана. 
Һуҡырҙар өсөн китапханасы Татьяна Резяпкина тифлокомментарийҙар алып барҙы. 
#БашкирскаяБиблиотекаДляСлепых #нмрб #музейполярников #музейальбанова #миллимузейрб #национальныймузейрб

 

 

 

27 май "Библиотөн-2023" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә махсус китапхана саралар серияһын тәҡдим итә. Сара "Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһенең асыҡ майҙанында барасаҡ. 
Брайль шрифын өйрәнеү буйынса мастер-класта китапханасылар бөтә донъяға билдәле һуҡырҙар өсөн нөктәле шрифт менән таныштырасаҡ. 
Шулай уҡ, майҙанда ҡунаҡтар ҡабарынҡы-график рәсемдәрҙең яһалыу процессын ҡарай ала. 
Иң кескәй уҡыусылар өсөн әҙәбиәт менән тактиль китаптар яһау буйынса мастер-класта танышырға мөмкин. Китапханасылар ҡунаҡтарға йомшаҡ китаптарға ҡарата талаптар тураһында һөйләйәсәк. 
"Китап-байрам" йәрминкәһе сиктәрендә, айырым майҙанда, "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы буласаҡ. Тантана Бәйләнештә социаль селтәрендә трансляция алып барасаҡ. 
Библиотөн ҡунаҡтарын китап күргәҙмәһе, һирәк баҫмалар, архивтарҙан торған ҡулъяҙмалар күргәҙмәһенә экскурсия, билдәле Рәсәй яҙыусылары, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар көтә.

 

Нет аудиозаголовка!!!
18 май М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы уҡыусылары өсөн В. И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына экскурсия ойоштороласаҡ. 
Уҡыусылар тифлокомментаторҙар ярҙамында Арктиканы тикшереү тарихы менән танышасаҡ. 
Уҡыусыларҙың китапханала йыйылыу ваҡыты: 14.00
 
18 һәм 19 май Өфөлә "Тарихи-документаль кино фестивале" үтәсәк. Сараны ойоштороусылар: Рәсәй тарихи ойошма һәм "Ватан тарихи" фонды. 
Проект сиктәрендә студенттар өсөн тарихи-документаль фильмдар күрһәтеләсәк. Маҡсаты: йәштәрҙе яҡшы сифатлы, етди тарих киноларына ҡыҙыҡһыныу уятыу. 
Фестиваль 18 май 10.00 сәғ. "Родина" кинотеатрында асыласаҡ. 
Ике көн буйына саҡырылған ҡунаҡтар, уҡытыусылар һәм студенттар 8 документаль фильм ҡараясаҡ. Улар "Июнь 41-го. Без грифа секретно", "Петр Великий. История с французским акцентом", "Владимир Даль. Жизнь в поисках клада" кеүек кинокартиналар бар.
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау барышы буйынса республика конкурсына һөҙөмтәләр яһалды. 
Ҡатнашыусылар "разминка" һорауҙарына яуап бирҙе, ситуацион мәсьәләләрҙе хәл итте һәм блиц-турнирҙа көс һынашты. Жюрилар, Өфө ҡалаһы Совет районы администрация башлығы урынбаҫары Артур Алибаков, Өфө ҡала округы депутаты Андрей Борисов, Өфө ҡала Совет районы территориаль һайлау комиссияһы председателе Оксана Макаренко еңеүселәрҙе бүләкләне: 
1 урын - Абзгильдин Рөстәм; 
2 урын - Мутагаров Альберт; 
3 урын - Чекалов Евгений. 
Шулай уҡ викторинала әүҙем ҡатнашыусылар ҙа бүләкләнде.
12 май М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау барышы буйынса Республика конкурсына һөҙөмтәләр яһаласаҡ. 
Конкурс Башҡортостан республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан уҙғарылды. Уның партнерҙары - М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы һәм "Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы".
Конкурстың төп маҡсаты һәм эше: хоҡуҡ мәҙәниәтен үҫтереү, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу, мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе һайлау хоҡуғы һәм барышына ылыҡтырыу, социаль яҡлап яраҡлаштырыу. 
Ҡатнашыусылар һайлау хоҡуғы һәм барышы буйынса викторина һорауҙарына яуап бирәсәк. Еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. 
Башлана: 12.00.

 

Нет аудиозаголовка!!!
Хөрмәтле уҡыусылар!
Бөйөк Еңеү байрамы менән!
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Совет Армияһы һәм совет халҡы нацист Германияһын еңеүе  менән!
Ата-олатайҙарҙың һуғыштағы ҡаһарманлығы, тылда эшләүселәрҙең тырышлығы онотолмай, улар халыҡ хәтеренә мәңгелеккә уйылған. Атай-олатайҙарыбыҙҙың илбаҫар дошманды еңеүенең 69 йыллығын ҡаршылайыҡ. Ваҡыт ағымында бәләкәй генә бер тамсы был йылдар. Ныҡлы әҙерлекле дошманға йәне-тәне менән ҡаршы тороп, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ ҡалҡаны булған быуындың баһаһын тулы аңлау өсөн артығы менән еткәндер был ваҡыт. Тыуған ил, беҙ - тыуыр балалары өсөн ғүмерҙәрен һалдылар, әммә еңделәр.
Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе ысын күңелдән Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
 
Еңеү көнө - оло байрам,
Ветерандар байрамы.
Уларға тип өҙөлгәндәр,
Матур гөлдәр бәйләме.
 
Сәскәләр ҙә көлә кеүек,
Байрам менән ҡотлайҙар.
Еңеп ҡайтҡан батырҙарҙы
Улар ҙа онотмайҙар.
 
 
 
 
4 май махсус китапханала "Башҡортостан республикаһында Рәсәй эҙләү хәрәкәте"нең төбәк бүлеге менән берлектә  "45-се йылдың майы" күсермә тактиль күргәҙмәһе эшләйәсәк. 
Эҙләү отряды командиры Елена Вязовцева экскурсанттарға 9 май алдынан үткән һуғыштар, алыштар тураһында һөйләйәсәк. Ошо көн 1945 йылда Германияны капитуляциялау тураһында Актҡа ҡултамға ҡуйыла һәм Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана. Был ҡәһәрле һуғышта Советтар Союзы 27 млн тирәһе кешене юғалта (Икенсе донъя һуғышында бөтә кеше юғалтыуҙарының 40% тәшкил итә). Шуларҙың ярайһы уҡ ябай халыҡ иҫәбенә тура килә. 1,7 меңдән ашыу ҡала һәм ауылдар тулыһынса йәки өлөшләтә емерелә. Тыңлаусылар Прага һәм Берлин өсөн һуңғы алыштар тураһында тыңлайҙар. Патриотизм, Ватанға һөйөү тәрбиәләүҙә еңеүселәрҙең әйләнеп ҡайтыуы, халыҡтың ҡаһарманлығы, героизмы ҡоромаҫ сығанаҡ булып тора. Ошо рухи потенциалға Рәсәйҙең замана быуыны ла мөрәжәғәт итә.
Башланыу ваҡыты: 14.00
Туҡталыш: "Витамин заводы".

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.