М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементында "Был донъяла юҡҡа йәшәмәнем" китап күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә рус шағиры һәм тәржемәсе Николай Заболотскийҙың тыуыуына 120 йыл тулыуға бағышлана. 
Николай Алексей улы Заболоцкий (1903-1958) - рус шағиры, тәржемәсе, "Игорь полкы тураһында һүҙ"ҙең шиғри тәржемәсеһе. 
Бала сағы Ҡазан яҡтарында үтә. Өсөнсө класта уҡығанда ул ҡулдан яҙылған журнал эшләй. 
1913 йылда Заболоцкий Уржумдағы училищеға уҡырға инә. Химия, тарих, рәсем кеүек фәндәр менән ҡыҙыҡһына. Үҙе өсөн Блок донъяһын аса. 
1920 йылда Заболоцкий Мәскәү университетының медицина факультетына инә. Әммә ярты йылдан уҡыуын ташлап, өйөнә ҡайта. Тиҙҙән Петроградҡа күсеп, Герцен исемендәге пединституттың тел һәм әҙәбиәт бүлегенә уҡырға инә. 
1926-27 йй. Николай хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ленинградта хәрби стенгазетаның мөхәррире була. 
1929 йылда "Бағаналар" тип аталған тәүге шиғри йыйынтығы баҫыла. 1933 йылда "Ер бүлеү тантанаһы" поэмаһы ла донъя күрә. Унда шағир күп кенә фәлсәфәүи һәм мораль-этик һорауҙарҙы асып һала. Тиҙҙән Заболоцкий "Чиж" һәм "Терпе" балалар журналдарында эш башлай. 1937 йылда "Икенсе китап" йыйынтығы сыға. 
1938 йылда Заболоцкий ҡулға алына һәм советҡа ҡаршы пропагандала ғәйепләнә. 1943 йылға тиклем шағир лагерҙа була. 1946 йылда Мәскәүгә ҡайтырға рөхсәт ителә. Ошо уҡ йылда Яҙыусылар Союзына кире индерелә. 
Күргәҙмәлә махсус китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Заболоцкий , Н.Н.

Жизнь Н.А. Заболоцкого [Звукозапись] / Н.Н. Заболоцкий ; чит. Е. Терновский .— М. : Логос ВОС, 2004 .— 8 мфк. (28 ч 51 м 35 с): 2,38 см/с, 4 дор.

Книгим, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Заболоцкий, Николай Алексеевич.

Стихотворения [Шрифт Брайля] / Н. А. Заболоцкий .— 1-е изд. по Брайлю .— М. : МИПО Репро, 2018 .— 1 кн. — (Б-ка всемирной литературы) .— Перепеч.: М. : Эксмо, 2008.- (12+) .— ISBN 978-5-7693-0999-1.

27 апрель "Бер уҡыусы бенефисы" сиктәрендә махсус китапханала Надежда Иван ҡыҙы Пушкареваның кисәһе үтте. 
Надежда Пушкарева махсус китапхананың әүҙем уҡыусыһы, "Дуҫтар тауышы" вокал ансамбле ҡатнашыусыһы. Уны ҡотларға яҡындары, класташтары һәм элекке дуҫтары килде. Бенефистың музыкаль өлөшөндә рус һәм совет шағирҙарының шиғырҙарына яҙылған йырҙар һәм романстар яңғыраны. 
Байрамдың иң хисле музыкаль өлөшөнә "Выйду ночью в поле с конем" акапеллаһы инде. Уны Надежда Пушкарева, Илдус Богданов һәм Марина Иванова башҡарҙы. 
Сара аҙағында Надежда Иван ҡыҙы ептәрҙән ат яһау буйынса мастер-класс үткәрҙе.
26 апрель, халыҡ-ара оҙатыусы эттәр көнөндә, "Аҡтырнаҡ" клубы хужалары махсус китапханала байрам программаһына дуҫтарын йыйҙы. 
Бөгөнгө көндә клуб 11 ҡаланан 27 төрлө оҙатыусы эттәрҙе берләштерә. 
Әңгәмә алдынан, ветеринар Евгения эттәрҙе ҡарап сыҡты һәм кәңәштәрен бирҙе. Аралашыу барышында, алып барыусылар эттәр өсөн шаян конкурстар үткәрҙе. Ҡатнашыусылар эт хужаларының ижады менән танышты. Шулай уҡ, рус һәм татар телдәрендә шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. 
Викторинала һәм конкурста еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр алды. Сараның спонсорҙары: "ООО Акари Киар", ГК "Ветна", "Балто" компанияһы. 
Һуҡыр эт хужаһы Роза Баргусова бисер үреү буйынса мастер-класс күрһәтте. Үҙе хужабикә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. БДПУ һәм Өфө сәнғәт училищеһы студенттары буласаҡ күргәҙмә өсөн эт һүрәтен төшөрҙөләр. Сара барышында профессиональ тифлокомментатор һуҡырҙарға ни барғаны тураһында һөйләп барҙы. Сарала УУНиТ, БашГАУ, БГПУ уҡыу йорттарынан волонтерҙар ҡатнашты. Сара аҙағында Өфөнөң иҫке өлөшө буйлап фотопрогулка үтте.
Яҙыусы-фантаст Иван Ефремовтың тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы, "Галактика" фантастика һөйөүселәр клубы сиктәрендә махсус китапханала дискуссия өҫтәле үтте. Иван Антон улы Ефремов - рус совет яҙыусыһы, фантаст, ғалим-палеонтолог, тафономияны тыуҙырыусы, философ-космист, Сталин премияһы лауреаты. 1908 йылдың 22 апрелендә донъяға килгән. Ғалим фотографик хәтере менән башҡаларҙан гел айырылып тора. Ул хатта китаптарҙы ла яттан һөйләй ине. Палеонтолог хөрмәтенә минерал ефремовит һәм кескәй планета 2269 Ефремиана исеме бирелгән. Билдәле әҫәрҙәре: "Туманность Андромеды", "Час быка", "Таис Африканская". Китапханасылар яҙыусының тормошо, билдәле эштәре һәм ижады тураһында һөйләнеләр.
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Аҡтырнаҡ" оҙатыусы-эттәр клубы хужаларын ҡаршылай. 
26 апрель махсус китапханала оҙатыусы-эттәр көнөнә бағышланған сара үтәсәк. "Аҡтырнаҡ" клубы төрлө ауыл һәм ҡалаларҙа дуҫтарын байрамға саҡыра. 
Сара программаһында оҙатыусы-эттәр өсөн конкурстар, уларҙың хужаларынан ижади номерҙар, викторина көтөлә. 
Шулай уҡ бисер менән үреү мастер-класы сиктәрендә Өфөнөң тарихи үҙәгенә фото сәйәхәт буласаҡ. 
Сара профессиональ тифлокомментатор ярҙамында оҙатылып барасаҡ. 
Сараның партнерҙары: 
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы; 
БР йәмғиәт теләген тормошҡа ашырыусы ойошма; 
"Во Благо" тоҙ мәмерйәһе; 
Волонтерҙар; 
"ООО Акари Киар"; 
ГК "Вента" һәм башҡалар. 
Башланыу ваҡыты: 11:00 
Адрес: Өфө, Киров урамы, 47.
Нет аудиозаголовка!!!
Свердловск өлкәһе мәҙәниәт министрлығы һәм Свердловск өлкә милләт-ара китапхана "Этноҡаурый" конкурсын ойоштора. Эштәр ике номинацияла ҡабул ителә: 
• "Төп конкурс" номинацияһы
Конкурс эштәре Рәсәй халыҡтары, уларҙың тарихы һәм көнкүреш мәҙәниәте менән бәйле булырға тейеш. 
• "Этник фэнтези" номинацияһы
Был номинация сиктәрендә этник фэнтези жанрында башҡарылған эштәр ҡабул ителә. 
Тулыраҡ мәғлүмәт Конкурстар бүлегендә.

разделе Конкурсы

Нет аудиозаголовка!!!
21 апрель Башҡортостан республикаһында Милли костюм көнө билдәләнә. Был көн тағы бер тапҡыр халыҡтарҙың йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә әйләнеп ҡарарға мөмкинселек бирә. Байрам республикала йылына ике тапҡыр үтә - апрель айының өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Халыҡ костюмы мозаикаһы" фольклор флешмобы уҙғарылды. Унда махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ҡунаҡтарҙы милли кейемдәрҙә ҡаршыланы. #ДеньНациональногоКостюмаБРСБС2022#МиллиКейемБРСБС2022#НациональныйкостюмБРСБС.
Милли кейем көнөндә махсус китапхананың Белорет филиалында "Теләк ҡурсағы" инклюзив мастер-класы үтте. 
Теләк ҡурсағы яҡты хыялдарҙы, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн эшләнелә. 
Мастер-класты Ломовка ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Штырляева Светлана Виктор ҡыҙы һәм "Ун ҡул" сәнғәт клубы етәксеһе Ватагина Кристина Гаврил ҡыҙы алып барҙылар. 
Милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтар коллекцияһы тәҡдим ителде. Китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡабарынҡы график китаптар менән таныштырҙылар һәм Башҡортостан республикаһы халыҡтарының милли кейемдәре тураһында һөйләнеләр. 
Сарала ҡатнашыусылар теләк ҡурсағын яһанылар.
19 апрель махсус китапханала, Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы, "Һүнмәҫ йондоҙ" әңгәмәһе үтте. Сара "Илһам" клубы сиктәрендә уҙғарылды. 
Китапханасылар башҡорт яҙыусыһының тормош юлы, ижады менән таныштырҙы. 
Дауыт Юлтый күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тәүге белемде ул атаһынан ала. Бер-нисә йыл тыуған ауылында уҡый, һуңынан Сорочинск мәҙрәсәһенә күсә. 11 йәшендә үк шиғырҙар яҙа башлай. 
"Икмәк" шиғырҙар серияһында ул икмәктең, өҫтәлгә килеп ятҡансы ниндәй оҙон юл үтеүен тасуирлай. 
Сарала Дауыт Юлтыйҙың башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙары яңғыраны. Шулай уҡ, сарала ҡатнашыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.


Хөрмәтле ҡулланыусылар!
21 апрель Ураҙа байрамы айҡанлы китапхана 20 апрель сәғәт 17:00 тиклем эшләй.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.