4 мартта Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филормонияһында Башҡортостан Республикаһының  мәҙәниәт министерлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте.
Коллегия ултырышында 2013 йылдың дәүләт политикаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләренә, 2014 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә әһәмиәтле маҡсаттарҙың тармаҡланып үҫешенә бағышланды.
Министрлыҡ коллегияһы эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Йыйылышының мәҙәниәт Комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова, Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова, министрлыҡтар һәм ведомстволар, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында Башҡортостан республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары китапхана селтәрҙәре директорҙары өсөн 2013 йыл йомғаҡтары һәм 2014 йыл бурыстары тураһындағы киңәйтелгән секцион ултырышында барыһы өсөн дә еңел файҙаланыу мөмкинлеге биргән китапханалар эшмәкәрлеге; "Тауарҙар һатып алыу, дәүләт һәм муниципаль йүнәлешле эштәр һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге контракт системаһы тураһында"ғы 44-се Федераль Закон; китапхана-мәғлүмәт белеме һәм уны тормошҡа ашырыу тураһында һорауҙар ҡаралды.
Быйылғы Мәҙәниәт йылында Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы коллективы үҙ алдына: йәмғиәт тормошонда мәҙәниәттең ролен арттырыу, әхлаҡлылыҡты һәм ижтимағи толерантлыҡты нығытыу, рухһыҙлыҡҡа, әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәш, республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың милләт-ара һәм конфессия-ара берҙәмлеген нығытыу кеүек маҡсаттар билдәне.
 
Уҡыусылар һорауы буйынса һуҡырҙар өсөн махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре насар күреүсе һәм күреү мөмкинлегенән мәхрүм булған ғәриптәр өсөн ижтимағи-көнкүреш адаптация буйынса ғәмәли һәм методик ҡулланмалар, тәҡдимдәр китапсыҡтары сериялары ишеттерҙе. Был исемлеккә “Күреү мөмкинлектәре сикләнгән ғәриптәрҙең ижтимағи-көнкүреш адаптацияһы” тип исемләнгән ҡулланманан, Профессиональ реабилитациялау һәм “Реаком” бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенә хеҙмәткәрҙәр әҙерләү институты, һәм Мәскәү ҡалаһы халҡын социаль яҡлау Депортаменты тарафынан төрлө йылдарҙа баҫтырылған мәҡәләләр инде. Был йыйылмала айырым ҙур иғтибар шәхси гигиенаға, көнкүреш техникаһын файҙаланыуға, урынды дөрөҫ күҙаллауға йүнәлтелгән. 
Үҙаллы тормош көтөрлөк йәшкә еткәс ғәрип булған кешегә тәүге мәлдә үҙенең башҡа кешеләр ярҙамына мохтаж булып ҡалыуын аңлауы, был яңылыҡты тейешенсә ҡабул итеүе ауыр. Шуға күрә, ғәриптең башҡалар ярҙамына мохтажлығын мөмкин тиклем аҙайыу - уның туғандары алдынды торған тәү бурыстарҙың береһе. 
“Күреү мөмкинлектәре буйынса ғәриптәрҙе ижтимағи-көнкүреш адаптациялау” тип исемләнгән был “һөйләй торған” китапты беҙҙең китапхананың мәғлүмәт базаһында, сайтыбыҙҙа һаҡлаулы цифр форматында табырға була.
 
 
 
Нет аудиозаголовка!!!
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Социаль селтәрҙәрҙәге китапханабыҙ яңылыҡтары менән танышып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең яңылыҡтарға яҙылығыҙ. Беҙҙең сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙәге битебеҙҙә һеҙ - беҙгә килтерелгән һәм килтерергә планлаштырылған яңы китаптар исемлеге менән дә, төрлө саралар менән дә таныша алаһығыҙ.
Беҙ одноклассники, FacebookВконтактеTwitterLivejournal селтәрҙәрендә барбыҙ.
 
2014 йылдың 20 февралендә Нефтекама ҡалаһында республика “Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре” муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Тормошта мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн китапханаларҙы яҡынайтыу” тип аталған тифлосессия үткәрелде. Тифлосессия эшендә Нефтекама ҡалаһынан, Дүртөйлө, Борай райондарынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ижтимағи-мәҙәни мөхиткә ылыҡтырыу, яраҡлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнеүсе белгестәр ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар алдында иннавацион-методик бүлек мөдире Альбина Бобенко сығыш яһаны. Шулай уҡ, Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханыһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса директор урынбаҫары Oлeг Кyшнeрyк менән мәғлүмәт технологиялары бүлеге мөдире Фәнүр Бәҙретдинов күреү мөмкинлектәре сикләнгән компьютер ҡулланыусыларға сайт аша мәғлүмәт алыу тураһында мәғлүмәт еткерҙеләр. Артабан тифлосессияла ҡатнашыусылар тифло комментарийҙар менән байытылған “Иртә яҙ” фильмы миҫалында күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе мәҙәниәт, сәнғәт өлгөләре менән яҡындан таныштырыу мөмкинлеге менән танышты. Йомғаҡлап, телмәр тотоусылар тифлосессияла ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
 

2014 йылдың 18 февралендә Өфө ҡарттар һәм инвалидтар йортонда һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһының хеҙмәткәрҙәре композитор Евгений Крылатовҡа 80 йәш тулыуы айҡанлы музыкаль кисә үткәрәләр.

Евгений Крылатов – совет һәм рәсәй композиторы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, СССР дәүләт премияһы лауреаты, композиторҙар союзы ағзаһы.

Евгений Крылатов үҙенең ижади ғүмерендә төрлө жанрҙарҙа күп әҫәрҙәр ижад итә: симфоник, камерный, эстрада музыкаһы, драма театры, радио һәм телевидения өсөн яҙылған  музыка. Кинематографиялағы ижады бигерәк тә уңышлы.  Евгений Крылатов 140 яҡын фильмдарҙың музыкаһының авторы булып тора.

Уға билдәлелек килтергән мультипликацион фильм «Умка» һәм иҫтә ҡалыусан билдәле «Айыуҙың бишек йыры». Евгений Крылатовтың йырҙары кинемотограф аша билдәлелек ала. Мәҫәлән, «Республиканың байлығы» киноһында А. Миронов башҡарыуындағы «Шпага тураһында йыр», «Ҡанатлы бәүелсәк» («Электрониктың мажаралары»), «Гүзәл йыраҡлыҡ» («Киләсәктең ҡунағы») һ.б.

Кисәлә композиторҙың фильмдарға төрлө йылдарҙа яҙған йырҙары яңғыратыласаҡ.

Хәҙерге ваҡытта үҙенең йәшенә ҡарамаҫтан композитор Евгений Павлович Крылатов ижади эшмәкәрлеге менән актив шөғөлләнә.

 
Афғандан совет  ғәскәрҙәрен сығарыуға 25 йыл үтеүенә айҡанлы Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы «Афған көл-күмере минең йөрәгемде һыҙлата» тигән хәтер дәфтәрен сығарҙы. Хәтер дәфтәре эре шрифт менән баҫылған һәм юғары класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән.
Хәтер дәфтәренең һынау өсөн сығарылған тәүге тиражы махсус рәүештә 28-се Өфө махсус (коррекцион) мәктәп-интернаты уҡыусылары иғтибарына тапшырылды. Мәктәп-интернатта шундай уҡ исемле кисә үтәсәк. Уҡыусылар махсус китапхананың хеҙмәткәрҙәре менән бергә афған геройҙарына арнап хәтер кисәһе үткәрәсәктәр, унда шиғыр һөйләйҙәр, һуғыш ветерандары менән осрашыу буласаҡ.
Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем  дауам итте. Шулай итеп һуғыш 9 йыл 1 ай 19 көн буйы һуҙылды.
1989 йылдың 15 феврале ҡыуаныс, шатлыҡ көнө була, сөнки ғазаплы һәм йонсотҡос һуғыш тамамлана. Шулай ҙа был көн ҡайғылы ла, сөнки бөтә һалдаттар ҙа тыуған еренә тере ҡайта алманы.
1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем Афғанстанда 620 мең совет һалдаттары, офицерҙары, генералдары ғәскәри бурыстарын үтәй. Ошо ваҡыт арауығында 14453 кеше - яраларҙан, бәхетхеҙ ваҡиғаларҙан улде, эҙһеҙ юғалды, плендан ҡайтманы, 35 меңе – йәрәхәт алды.
Әйҙәгеҙ  яуҙа үлгән яугирҙарҙың рухтары өсөн бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Уларҙың яугирлығына, батырлығына, ҡаһарманлығына баш эйәйек.
 
 
2014 йылдың 12 февралендә 14 сәғәттә һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында «Миңә кино һөйләгеҙ» проектын бойомға ашырыу нигеҙендә  «Барьерһыҙ кино» клубы ағзаларына «Барьерһыҙ кино. Һуҡырҙар өсөн кино нимә ул?» тигән темаға фекер алышыу буласаҡ. Фекер алышыуҙан һуң тифло-аңлатмалы (тифлокомментарий) «Ысын әкиәт» тигән фильм күрһәтеләсәк (Режиссеры С. Безруков, 2011 йыл).
Хәҙерге заман һуҡырҙары һәм насар күреүселәре уңайлы тормош шарттарына кунеккән: улар китап уҡый, компьютерҙар ҡулланалар, радио тыңлайҙар, шахмат уйнайҙар, саңғыла йөрөйҙәр. Күп нәмә шартлы һәм аңлайышлы. Ә хәҙер тифло-аңлатмалы кино. Тифло-аңлатма(тифлокомментарий) – кинола геройҙар бер һүҙ ҙә әйтмәгән ваҡытта, экранда барған күренешкә аңлатма биреү. Профессиональ тифло-аңлатма ниндәй хәрәкәт барғанын, геройҙар ниндәй кейем кейгәндәрен, уларҙың йөҙҙәрен аңлатып әйтеп ебәреүе була күҙ алдына төрлө һүрәттәр килә башлай.
 Танылған актер Сергей Безруков эшләгән илдәге тәүге тифло-аңлатмалы  әкиәттен («Ысын әкиәт») күҙҙән яҙған балаларға ҡарарға мөмкинлек булды.
Яҡшы сифатлы тифло-аңлатманы эшләүе ауыр һәм оҙаҡҡа һуҙылған эш. Иң тәүҙә киноны бер-нисә тапҡыр ҡарап сығырға кәрәк. Шунан ентекләп анализ яһарға, ҡабул итеүгә еңел булһын өсөн ҡайһы мәғлүмәтте аңлатмаға(комментарий) һалырға, ә ҡайһыһын киреһенсә ҡамасаулап тормаһын өсөн ҡуймаҫҡа кәрәк. Һуңынан күренеш менән тауыш тап киләме икәненә анализ яһап, тағы ундан да кәм түгел кире киноны ҡарап сығырға кәрәк. Үҙенә иғтибарҙы йәлеп итмәҫ өсөн аңлатма биреүсенең (комментатор) тауышы бер тонлы ғына булырға тейеш. 
 
"Композитор Салауат Низаметдинов үлем тураһында уйланманы ла, йыйынманы ла, ләкин шулай килеп сыҡты. Күп нимәгә өлгөрҙө, ләкин бөтә уйҙарын тормошҡа ашыра алманы. Үҙенең иң яҡшы тип һанаған, һигеҙенсе операһының постановкаһын планлаштыра. Башҡортостан Республикаһының һәм үҙенең яратҡан Өфө ҡалаһының хәҙерге мәҙәниәтенең торошо тураһында ныҡ борсола. Президенттың уға ҡарата ярҙамы булыуына ҡыуанды һәм ғорурланды.Салауат кем менән бер тигеҙ һөйләшергә, ә кемгәлер бөтөнләй үҙенең йөрәгенә юлды ябыуҙы нескә тоя. Ошолай итеп ул йәшәй һәм ижад итә. Яҙған әҫәрҙәре араһында “Салауат. Тәүбә итеү.” тигән китабы айырым урын алып тора. Унда тарихи персонаждар һәм үткәнде хәтерләүҙәр, ысын барлыҡ һәм киләсәк оҫта аралашҡан".                         
Виктория Симонованын иҫтәлектәренән: "Ул үҙенең ваҡытын һиҙгер ҡорал кеүек тоя һәм беҙгә нәфис образдарҙа көйҙәрен еткерә. Тормош Салауатҡа бик үк изгелекле булмаһа ла, ул уның яратҡан кешеһе. Хәҙер генә аңланым - ҡайҙа уның ҡабаланғанын. Салауат Низаметдиновтан бына тағы бер һабаҡ, ваҡыттың ҡиммәтле булыуы тураһында. Аяуһыҙ, ләкин аңлайышлы."
Китап Башҡортостанда төрлө форматта һәм төрлө категория уҡыусыларына ярашлы баҫылған. Яҫы баҫмалы ҙурайтылған  шрифлы насар күреүсе уҡыусылар өсөн, рельефлы нөктә шрифлы (Л.Брайль буйынса) һуҡыр уҡыусылар һәм Брайлдең азбукаһын белеүселәр өсөн. Ошо аҙнала ғына Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында  тауыш яҙҙырыу студияһында Салауат Низаметдиновтың “Салауат. Тәүбә итеү.” тигән китабының тауышлы версияһын яҙҙырыу эше бөттө. Хәҙерге ваҡытта был әҫәрҙе авторҙың договоры нигеҙендә  һанлы форматта һәм махсус китапхананың мәғлүмәттәр базаһынан күсереп алыу мөмкинлеге  бар.
 
 
31 ғинуарҙа һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһына 2012 йылда Лондонда үткән параолимпия уйынының чемпионы Андрей Коптев ҡунаҡҡа килде.
Андрей Коптев 1984 йылдың 28 февралендә Иркутск өлкәһенең Себер-Усолье ҡалаһында тыуған. Ул ошо ҡалала еңел атлетика менән шөғөлләнә башлай. Һуңынан Андрей Өфө ҡалаһына күсеп килә.
Андрей Коптев - Рәсәй Чемпионатының чемпионы һәм призеры (2004, 2005, 2006, 2007 йылдарҙа); Европа чемпионатың бронза призеры (2005 йылда); 2009 йылда Европа чемпионатың эстафета һәм 100 метрға югереү буйынса бронза призеры.
2012 йылда Лондонда үткән параолимпия уйынында Андрей Коптев эстафетала алтын миҙал еңә. Республиканың Салауат Юлаев исемендәге ордены менән бүләкләнә.
Директор урынбаҫары Пантелеева В.Н. Андрейға иҫтәлеккә библиографик күрһәтмә буләк итте. Чемпион бүләкте ҡыуанып ҡабул итте һәм китапхананың уҡыусылары менән осрашырға вәғәҙә бирҙе
 
Нет аудиозаголовка!!!
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында  29 ғинуарҙа йыл да үткәрелә торған махсус китапхананың уҡыусылары өсөн йыйылыш үтте. Йыйылышты китапхана директоры Әминева А. Р. асты, үҙенең инеш һүҙендә - үткән  экология йылының ваҡиғаларға бай булыуын һәм махсус китапхананың коллективына Мәҙәниәт йылына ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Унан һуң йыйылған уҡыусылар алдында бүлектәр мөдирҙәре махсус китапханала эшләнгән эштәре тураһында сығыш яһаны.
Йыйылыш барышында һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың уҡыусылар ойошмаһы һайланды, уның составы:
Председатель - Сөләймәнова З. А., ағзалары: Акшенцов Ю. Н., Нәбиуллина Ф. М., Иванова М. М., Ғилманшин Р. Р., секретарь: Пантелеева В. Н.
Уҡыусыларҙы йылдың башынан эшләй башлаған яңы сайт һәм уның  мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Насар күреүселәргә эшләнгән версияһында төрлө опциялары бар, мәҫәлән, экранда күренгән мәғлүмәттең төҫөн һәм шрифын үҙгәртергә була.
Йыйылыш башланыр алдынан Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге күҙ ауырыуҙарын диагностикалау бүлеге мөдире биология фәндәре кандидаты Руслан Алик улы Мөхәмәҙиев телмәр тотто.
Махсус китапхананың директоры үҙ нәүбәтендә Мулдашев Э. Р.  тураһындағы библиографик күрһәткес экземплярын Р. А. Мөхәмәҙиевҡа тапшырҙы.
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.