Еңеү Көнө алдынан, 7 май көнө Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ғәриптәр ижад йортоноң үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеүсе Варвара Кириловна Михееваға арналған "Бер уҡыусы бенефисы" исемле кисә уҙҙы.
4 йылға һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы бер генә ғаиләне лә урап үтмәне. Бөйөк Еңеү фронтта һәм тылда беҙҙең олатайҙарыбыҙ һәм атайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ һәм әсәйҙәребеҙҙең ҡаһарманлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән яуланған.
Бөйөк Ватан һуғышы 1418 көнгә һуҙылды. Фашист варварҙары илебеҙҙең 70 меңдән дә күп ҡалаларын һәм ауылдарын емерҙе һәм яндырҙы.
Улар 84 мең мәктәпте, 334 мең юғары уҡыу йортын ҡыйрата.
Ер йөҙөндә яҡшылыҡ, сафлыҡ һәм изгелек сәскә атһын, киләсәк быуындың тыуыр көндәре яҡты булһын өсөн миллионлаған совет кешеләре үҙҙәрен ҡорбан иткән. Тағы ла шул тиклем әсәләрҙең, тол ҡалған йәш ҡатындарҙың, атайҙарын юғалтҡан балаларҙың күҙ йәштәре менән һуғарылған был еңеү. Нацизм ағыуының тәүге һәм иң зәһәр ағыуын үҙ тәнендә татыған илебеҙ был тиңһеҙ алышта еңеп сыҡты һәм үҙенең данын бар донъяға танытты.
Беҙ, бөгөнгө көндә йәшәүселәр, ошо Бөйөк Еңеүҙең вариҫтары. Беҙ яу батырҙарының данын дауам итеүселәр. Халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын, батырлығын онотмаясаҡбыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Варвараға 14 йәш була. Ул уҡыған мәктәптә хәрби госпиталь булдыралар, шуға күрә үҫмер ҡыҙ яралыларға ярҙам итә башлай.
1945 йылдың авгусында рус-япон һуғышы башлана, 18 йәшлек Варвара уны ла үтә.
Һуғыш йылдарында күрһәткән батырлығы, ныҡлығы, ғәйрәтлелеге өсөн «Бөйөк Ватан һуғышы II степенле» ордене, «Жуков миҙалы», юбилей миҙалдары һәм «Фронтовик 1941-1945 йй.» знагы менән бүләкләнгән.
Утлы, дәһшәтле һуғыш тураһындағы йырҙар һәм шиғырҙар менән Варвара Кириловна Михеева, китапхананың уҡыусылары һәм Ғәриптәр ижад йортоноң үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеүсе артистар сығыш яһаны.
Кисәнең аҙағында «Миңә кино һөйләгеҙ» проектын бойомға ашырыу нигеҙендә тифлокомментариялы «Блиндаж» филмы күрһәтелде. Фильм 2011 йылда режиссер Александр Горновский төшөргән, ул Бөйөк Ватан һуғышы тураһында.
Башҡортостан Һуҡырҙар махсус китапханаһы сараны ойоштороуҙа ярҙамы өсөн Башҡортостан республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының "Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү үҙәге" муниципаль бюджет учреждениеһына рәхмәтен белдерә.