Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында крайҙы өйрәнеү циклындағы «Минең ҡәҙерле яҡташтарым» тигән осрашыуҙар бара. Сараның геройҙары беҙҙең яҡташтар, һәләтле, республикаға танылған кешеләр. 19 майҙа махсус китапханала Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәсимә Ғайфуллина менән уҡыусыларҙың осрашыуы үтте.
Халыҡ артисы Рәсимә Риф ҡыҙы Ғайфуллина Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған, «НУР» театрында 23 йыл буйы эшләй. Йәш коллективтың үҫешенә ҙур өлөш  индергән.
Театрҙың репертуарҙарының нигеҙендә хәҙерге башҡорт һәм татар, тағы ла сит ил авторҙарының милли классик әҫәрҙәре тора.
Театр Ҡаҙандағы К.Тинчурин исемендәге Республика театр фестивалендә,  «Науруз», Өфөләге «Ҡолонсаҡ», Мәскәүҙәге «Йәш театрҙарҙың хәҙерге режиссураһы» тигән фестивалдәренең премияһы менән билдәләнгән.
 
 
 
2014 йылдың 16 майында Халыҡ-ара музейҙар көнө айҡанлы Башҡортостан Республикаһының музейҙары “Төнгө музей” акцияһында ҡатнашты. Республиканың Хәрби Дан музейында Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһының «Башҡортостан бармаҡ остарында» тигән экспозицияһы күрһәтелде. Был күргәҙмәгә 2012-2014 йылдарҙағы ҡабарынҡы һүрәттәр баҫылған этнографик юнәлешендәге китаптар серияһы ингән. Уның айырым  китаптары башҡорт халҡының тарихына, Башҡортостандың үҫемлектәренә һәм йәнлектәренә, республикабыҙҙың ер аҫтының файҙалы ҡаҙылмаларына, башҡорттарҙың мәҙәниәтенә һәм көнкүрешенә бағышланған.
Тағы ла ҡунаҡтар һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн булған рельеф-нөктәле Л.Брайль шрифы менән танышты, теләгән кеше үҙенең исем шәрифтәре Л.Брайль шрифы менән яҙылған памяткалар ала алды.
Музейҙың ҡунаҡтары  рельеф-нөктәле шрифт менән яҙыуҙы һәм ҡабарынҡы һүрәттәр менән баҫылған китаптарҙы бик ҡыҙыҡһынып ҡараны.
 
15 май донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ул 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән байрам. Быны ғаиләгә ҡарата ҙур әһәмиәт биреү, уның хәле тураһында ҡайғыртыу тип аңларға кәрәк һәм ул шулай ҙа. 
Уның үткәрелеүе ғаиләгә ҡарата социаль-экономик һәм демографик барышына  тыуған һорауҙарға мәғлүмәт алыуҙға форсат бирә.
Халыҡ-ара ғаилә көнө тип иғлан ителеуе төрлө пропаганда сараларҙы уҙғарыуға стимул булып тора. Күп илдәрҙә ошондай көндәрҙе үткәреү ғаиләләргә төрлө өлкәлә лә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт  алыу мөмкинлеге бирә.
Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһының хеҙмәткәрҙәре ғаиләнең әһәмиәте һәм уның йәмғиәттәге урыны тураһында, Өфө ҡалаһының 28-се мәктәп-интернатында ошо көнгә арнап 5-6 синыф уҡыусыларына асыҡ дәрес үткәрә.
 
Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһының фонды яңы баҫмалар менән тулыландырылды.
 
Санкт-Петербургтың  «Чтение» нәшриәт-полиграфия ойошмаһынан ебәрелгән рельеф-нөктәле Л.Брайль шрифы менән баҫылған әҫәрҙәр менән тулыландырыласаҡ: Хыял һәм алдан күреүлек(4 томда), Балалар уҡыуы (4 китапта), Музыка яратыусыға, Лидия Вертинскаяның «Мөхәббәттең зәңгәр ҡошо» һәм башҡалар.
 
Мәскәү ҡалаһының ООО «МПО Репро» нәшриәтендә рельеф-нөктәле шрифт  менән баҫылған әҫәрҙәр: Дина Рубинаның «Тәҙрәләр», инглиз халыҡ  әкиәттәре, Светлана Лаврованың «Ҡыҙыҡлы медицина»  4 китапта һәм башҡалар.
 
Мәскәүҙән ООО ««Логосвос» Нәшриәт-полиграфия тифломәғлүмәт комплексы»нда эре шрифт менән баҫылған китаптар:  А. Островскийҙың «Йәшен», Д. Медведевтың «Көслө рух», А. Маршалдың «Ошо үлән», М. Твендың «Том Соер», Д. Фонвизин «Недоросль» һәм башҡалар.
 
Был китаптар техник эшкәртеүҙе үткән һәм киләһе арала китапхананың һәм уның филиалдарының фондына инәсәк. 
 
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының Башҡортостан республикаһы Һуҡырҙар махсус китапханаһы өсөн эшләнгән Планына ярашлы, 15 апрелдән 15 майға тиклем янғындан һаҡланыу айлығы үткәрелде. Бер ай эсендә китапхана хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы һаҡлау буйынса ғәмәли һәм теоретик белемен яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер-нисә сарала ҡатнашты.
Тыныс ваҡытта ла, һуғыш ваҡытында ла халыҡтың янғындан һаҡланыуын тәьмин итеү мәғлүмәтен еткереү маҡсатында китапхана хеҙмәткәрҙәре йыйылышы үткәрелде. Хеҙмәткәрҙәр китапхана бинаһында янғын, һәм башҡа төрлө хәүефле хәл килеп тыуыуы менән ни эшләргә кәрәклеген аңлатҡан күрһәтмәләр менән таныштырылды. Уларға ут һүндергестәрҙең нисек эшләүе менән таныштырыусы фильм күрһәтелде, янғын һүндереү ҡорамалдарын ҡулланып, янғын расчеттары менән күнекмәләр үткәрелде.
Шулай уҡ, һәр хеҙмәткәр үҙенең эш урынында ниндәй эштәр башҡарырға тейешлеген күрһәтте, йыл әйләнәһенә өҙөлмәгән ҡунаҡтарҙы ҡотҡарыу күнекмәләрендә лә ҡатнашы.
Махсус китапханың бинаһы, ғәмәлдәге закондарға ярашлы, янғын хәүефе айырыуса ныҡ янаған яҙ-йәй һәм көҙ-ҡыш айҙарында бөтөн профилактик-надзор саралары комплексына тап килә: бүлмәләргә янғынға ҡаршы сигнализациялар ҡуйылған, учреждениеның эш бүлмәләрендә һәм залдарында янғын һүндергестәр, коридорҙа янғын һүндереү эсәктәре бар.
 
Еңеү Көнө алдынан, 7 май көнө Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ғәриптәр ижад йортоноң үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеүсе Варвара Кириловна Михееваға арналған "Бер уҡыусы бенефисы" исемле кисә уҙҙы.
4 йылға һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы бер генә ғаиләне лә урап үтмәне.  Бөйөк Еңеү фронтта һәм тылда беҙҙең олатайҙарыбыҙ һәм атайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ һәм әсәйҙәребеҙҙең ҡаһарманлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән яуланған.
Бөйөк Ватан һуғышы 1418 көнгә һуҙылды. Фашист варварҙары илебеҙҙең 70 меңдән дә күп ҡалаларын һәм ауылдарын емерҙе һәм яндырҙы.
Улар 84 мең мәктәпте, 334 мең юғары уҡыу йортын ҡыйрата.
 Ер йөҙөндә яҡшылыҡ, сафлыҡ һәм изгелек сәскә атһын, киләсәк быуындың тыуыр көндәре яҡты булһын өсөн миллионлаған совет кешеләре үҙҙәрен ҡорбан иткән. Тағы ла шул тиклем  әсәләрҙең, тол ҡалған йәш ҡатындарҙың, атайҙарын юғалтҡан балаларҙың күҙ йәштәре менән һуғарылған был еңеү. Нацизм ағыуының тәүге һәм иң зәһәр ағыуын үҙ тәнендә татыған илебеҙ был тиңһеҙ алышта  еңеп сыҡты һәм үҙенең данын бар донъяға танытты.
Беҙ, бөгөнгө көндә йәшәүселәр, ошо Бөйөк Еңеүҙең вариҫтары. Беҙ яу батырҙарының данын дауам итеүселәр. Халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын, батырлығын онотмаясаҡбыҙ. 
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Варвараға 14 йәш була. Ул уҡыған мәктәптә хәрби  госпиталь булдыралар, шуға күрә үҫмер ҡыҙ яралыларға ярҙам итә башлай.
1945 йылдың авгусында рус-япон һуғышы башлана, 18 йәшлек Варвара уны ла үтә.
Һуғыш йылдарында күрһәткән батырлығы, ныҡлығы, ғәйрәтлелеге өсөн «Бөйөк Ватан һуғышы II степенле» ордене, «Жуков миҙалы», юбилей миҙалдары һәм «Фронтовик 1941-1945 йй.» знагы менән бүләкләнгән.
Утлы, дәһшәтле һуғыш тураһындағы йырҙар һәм шиғырҙар менән Варвара Кириловна Михеева, китапхананың уҡыусылары һәм Ғәриптәр ижад йортоноң үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеүсе артистар сығыш яһаны.
Кисәнең аҙағында «Миңә кино һөйләгеҙ» проектын бойомға ашырыу нигеҙендә  тифлокомментариялы «Блиндаж» филмы күрһәтелде. Фильм 2011  йылда режиссер Александр Горновский төшөргән, ул  Бөйөк Ватан һуғышы тураһында.
Башҡортостан Һуҡырҙар махсус китапханаһы сараны ойоштороуҙа ярҙамы өсөн Башҡортостан республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының "Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү үҙәге" муниципаль бюджет учреждениеһына рәхмәтен белдерә.
 
 
«Күреү һәләттәре сикләнгән сабыйҙар өсөн һүрәтле китаптар» тигән хәйриә фонды Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһының иң бәләкәй уҡыусылары өсөн һүрәтле баҫмалар бүләк итте.
Рәсәйҙә был хәйриә фонды уникаль тактиль китаптар сығарыусы берҙән-бер фонд.
Эмоциональ һәм социаль адаптациялауҙа ярҙам күрһәтеү маҡсатында фонд баҫып сығарған китаптарын күреү һәләттәре сикләнгән һәм насар күреүсе балаларға бүләк итә.
Китаптар күреү һәләттәре сикләнгән балаларҙың тактиль һәм күреү һәләтен иғтибарға алып һүрәттәрҙе ҡабул итеүгә еңел итеп эшләнгән.
Баҫмалар менән был йыйылмала китаптар менән эшләй торған «тылсымлы ҡәләм» бар, ул тексты уҡыу һәм көйҙө ишеттереү өсөн ҡулланыла.
 Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһы үҙенең рәхмәтле һүҙҙәрен - күрһәткән иғтибарҙары өсөн хәйриә фондына еткерә.
Был баҫмалар махсус китапхананың ауылдарҙағы һәм ҡалаларҙағы филалдарына ебәреләсәк.
 
2014 йылдың 29 апрелендә Һуҡырҙар өсөн Башкортостан республика махсус китапханаһына Стәрлетамаҡ дистанцион мәғариф Үҙәгенән һаулыҡтары сикләнгән уҡыусылар экскурсия менән килделәр.
Балар төрлө республика ҡалаларынан – Күмертау, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Белореттан. Экскурсия барышында улар китапхана эше менән яҡындан танышып киттеләр, һуҡырҙар һәм насар күреүсе уҡысылар өсөн ниндәй методика асыҡ мөхит мәғлүмәти саралар алып барылыуына бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар.
Экскурсия “Маша һәм айыу” тифлойәнһүрәте менән ҡарау тамамланды. 
 
28 апрель Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһына республика статусын биреүенә 65 йыл тулды.
Махсус китапхана 1935 йылда Өфө һуҡырҙар өсөн махсус ойошмаһы мәнфәғәтендә барлыҡҡа килгән. Ә 1938 йылда күреү һәләте булмаған инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү 18 һанлы Өфө ҡала китапханаһына әйләндерелә.
1949 йылдың 28 апрелендә БАССР Совет Министрҙары ҡарары буйынса Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы барлыҡҡа килтерелә.
1998 йылдан башлап Рәсәй китапханалары ассоциаяһында үҙ урынын ала.
Бөгөнгө көндә китапхана һуҡырҙар өсөн методик, мәғлүмәти үҙәк, һуҡырҙар өсөн махсус китап һаҡлағысы булып тора.
Китап уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү өсөн төрлө секторҙар үҙ эшен алып бара. Шул уҡ рәттән өс филиал эшлап бара: Стрәлетамаҡ, Бәләбәй һәм Белорет ҡалаларында.
2015 йылда 69 Рәсәй махсус китапханалыры, Ҡаҙағыстан дәүләте, Башҡортостан муниципаль китапханалары менән берлектә үҙенең 80 йыллығына бағышлап ғилми-практик конференцияһы үткәреләсәк.
 
Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һаулыҡтары сикләнгән мәҙәниәт йорто менән бер рәүештә «Өфө Библио-эңер» акцияһы үҙ программаһын башлап үтте. Үҙэшмәкәр программаһында башҡорт, рус, татар, сыуаш халыҡтары йырҙары башҡарылды.
Артабан төрлө төҫтәге шарҙар күккә осоролдо. Китапхана фойеһында төрлө күргәҙмәләр биҙәне: айырым ҡыҙыҡһындырыу рельеф-график иллюстрациялы “Башҡортостан бармаҡ эҙҙәрендә” серияһы баҫмаһы уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. 3D форматындағы реаль күренештәр махсус урын алды.
Республика хәрби Дан музейы үҙенең экспонаттары менән йәш уҡыусылар араһында айырым ҡыҙыҙһындырыу тыуҙырҙы.
Берәүҙәр тифлойәнһүрәт оҡшап ҡараһа, икенселәргә- музыкаль викторина оҡшаны.
Шул уҡ бер рәттән Ф. Гөбәйҙуллинаның “Балалар антологияһы” китабы презентацияһы үтте.
Махсус китапхана үҙенең рәхмәтле һүҙҙәрен бағыусылары ЯАЙ “СМАРТС-ӨФӨ”, “REAL PRJJECTION”, Хәрби Дан музейына еткерә.
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.