Нет аудиозаголовка!!!
1941 йылдың 22 июнь көнө Рәсәй тарихында иң фажиғәле көндәрҙәң береһе булды. Һәр ғаиләгә, һәр өйгә ҡайғы килтерҙе һуғыш афәте. Беҙҙең халҡыбыҙ егерме миллиондан ашыу юғалтыу кисерҙе.
Ошо фажиғәле көнгә арнап Башҡортостан Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы Быуындар иҫендә исемле күргәҙмә ойошторҙо. Күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында яҙылған әҫәрҙәр урын алды. Улар рус һәм башҡорт телдәрендә Брайль системаһы һәм ябай шрифт менән дә яҙылғандар, шулай уҡ флешкарталарҙа таушландырылған китаптар ҙа ҡуйылған. Өфө ҡалаһының 21-се һанлы лицей-интернаты эргәһендә ойошторолған балаларҙың йәйге лагерында ял итеүсе уҡыусылар беренселәрҙән булып был күргәҙмә менән таныштылар ҙа инде.
 
Нет аудиозаголовка!!!
1941 йылдың 22 июнь көнө Рәсәй тарихында иң фажиғәле көндәрҙәң береһе булды. Һәр ғаиләгә, һәр өйгә ҡайғы килтерҙе һуғыш афәте. Беҙҙең халҡыбыҙ егерме миллиондан ашыу юғалтыу кисерҙе.
Ошо фажиғәле көнгә арнап Башҡортостан Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы Быуындар иҫендә исемле күргәҙмә ойошторҙо. Күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында яҙылған әҫәрҙәр урын алды. Улар рус һәм башҡорт телдәрендә Брайль системаһы һәм ябай шрифт менән дә яҙылғандар, шулай уҡ флешкарталарҙа таушландырылған китаптар ҙа ҡуйылған. Өфө ҡалаһының 21-се һанлы лицей-интернаты эргәһендә ойошторолған балаларҙың йәйге лагерында ял итеүсе уҡыусылар беренселәрҙән булып был күргәҙмә менән таныштылар ҙа инде.
 
 
Нет аудиозаголовка!!!
2015 йылдың 10 июнендә Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  Китап йылына арналған “Йәшә, китап!” акцияһы эсендә сираттағы сара уҙғарылды. Йыл буйы дауам иткән был акцияла Өфө ҡалаһының 126 мәктәп уҡыусылары байрам уртаһында булды. Әлеге ваҡытта А. С. Пушкин  көндәре барыуы айҡанлы, мәктәптең йәйге майҙансығына йөрөгән балалар А.С. Пушкиндың “Балыҡсы һәм балыҡ хаҡында әкиәт” әҫәре буйынса тактиль китап эшләүҙә ҡатнаштылар. Китап күп форматлы баҫмалы: һуҡырҙар өсөн эре нөктәле Брайль шрифты һәм тотоп ҡарамалы һүрәттәр менән биҙәлгән, эре шрифтлы  һәм CD-дискта китаптың аудио (тауышландырылған) варианты ла бирелгән. Тактиль китап эшләнеп бөткәс, уҡыусылар А.С. Пушкиндың әкиәттәре буйынса викторинала белемдәрен һынанылар һәм Светлана Дәүләтбирҙина башҡарыуында экранда “Эбру”техникаһы менән һыуға төшөрөлгән һүрәттәрҙе  ҡаранылар, аҙаҡ балаларға ла  ошо уҡ техникала төшөрөү һәләттәрен тикшереү мөмкинселеге булды.
 
Нет аудиозаголовка!!!
1-се июнь–Халыҡ-ара балаларҙы һаҡлау көнө. Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында “Баласаҡтың иң яратып уҡылған әкиәттәре” тигән байрам уҙғарылды. Байрамды ойоштороусы Динә Конушкина Өфө ҡалаһының 126 мәктәп уҡыусыларын китапхананың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, күреү һәләттәре насар булған йәки тома һуҡыр балалар өсөн эшләнгән тактиль китаптар күргәҙмәһенә лә туҡталды. Ҡунаҡтар шулай уҡ әкиәттәр буйлап сәйәхәткә сыҡтылар, викторинала ҡатнашып Башҡортостан киностудияһы төшөргән тифлоаңлатмалы “Һунарсы улы” тигән фильм ҡаранылар.
Яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина балаларға үҙенең шиғырҙарын уҡыны, һорауҙарға яуап бирҙе.
Байрам сараһына ҡунаҡҡа “Буратино мажаралары” фильмынан ата бесәй Базилио һәм Төлкө лә килгәйне. Был геройҙар балалар менән бергә уйнанылар ҙа, бейене,йырланылар ҙа. Уларҙың ролен китапхананың методик бүлеге мөдире Альбина Бабенко менән Аня Степанова бик оҫта башҡарҙылар.
Китапхананың һуҡырҙарөсөн Бәләбәй филиалында ла ҡаланың тарихи музейы менән берлектә 37 һанлы “Ягодка” башланғыс мәктәп- балалар баҡсаһында ла Балаларҙы һаҡлау көнөнә арнап музейға экскурсия ойошторҙолар. Музей етәксеһе Найлә Хәсәнова тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә экспозициялар менән таныштырҙы, ҡыҙыҡлы итеп башҡорт халҡының мәҙәниәте хаҡында һөйләне, затлы экспонаттарҙы күрһәтте.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостандың  һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында 2015 йылдың 14 майында иртәнге сәғәт 11-ҙә мөмкинселектәре сикләнгән балалар араһында уҙғарылған “Еңеү вариҫтары” Республика конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙғарыласаҡ.   
Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналып Мәҙәниәт министрлығының 2015 йылғы планына ярашлы рәүештә Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика һуҡырҙар китапханаһы тарафынан уҙғарылды.
Конкурстың төп маҡсаты– үҫеп килгән быуынды ватансылыҡ тойғоһонда тәрбиәләү, мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙы йәмғиәт сараларында ҡатнаштырып, уларҙың аралашыу даирәһен киңәйтеү, һәләтен  үҫтереү.
Конкурс 2015 йылдың 1 мартынан 9 майға тиклем барҙы. Был сарала Республикабыҙҙың 14 ҡалаһынан һәм 27 районынан 346 бала ҡатнашты.
Конкурсҡа килде:
–   “Еңеү төҫтәре” һынлы сәнғәт номинацияһында–248 эш;
–   “Беҙҙең хәтерҙә”әҙәби конкурсҡа–59 эш;
–    “Һуғышһыҙ тыныс донъяла рәхәт” тактиль китап яһау– 18 эш;
–   “Һуғыш мәле балалары һөйләй”– видео-конкурс– 21 эш.
Был сарала төрлө министрлыҡ вәкилдәре, төрлө ойошмаларҙан конкурсты ойоштороуға булышлыҡ иткән  шәхестәр ҡатнашасаҡ.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47, адресы буйынса уҙғарыласаҡ.
Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 
Уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу өсөн йыл да үткәрелә торған “Библиотөн” акцияһы эсендә “Өфө библиоэңер” Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика китапханаһында 24 апрелдә уҙғарыласаҡ.
Быйылғы акцияның төп темаһы “Көндәлекте асып ваҡытты туҡтат” тип атала.
Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала XX быуаттың 50-60 йылдары күҙалланасаҡ.
Ни өсөн фәҡәт һуғыштан һуңғы йылдар ҡыҙыҡһындыра һуң беҙҙе? Һуғыш мәлендә унар меңләгән кеше күреү һәләтен юғалта. Һуғыш һәләкәте байтаҡ хәрбиҙәрҙең дә һуҡырайыуына килтерә. Аҙаҡ һуҡырҙар һәм насар күреүселәр белемгә ынтылып уҡый башлайҙар. Шул мәлдең атмосфераһын йырҙар, музыка, кейем, көнкүреш әйберҙәр аша тыуҙырып күҙ алдына килтереү өсөн беҙгә Башҡортостан Республика Милли музейы ярҙам итәсәк.
Башҡортостан ВОС ойошмаһы музейы үҙенең күсмә экспонаттарын күрһәтәсәк. Махсус китапхананың үҙендә нәшер ителгән 50-60 йылдарҙа яҙылған китаптарҙың күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ. Фойелә иң кескәй уҡыусыларыбыҙға ҡулдан яһалған тактиль китаптар күргәҙмәһе лә буласаҡ. Артабан программала башҡорт халыҡ әкиәте буйынса эшләнгән “Һунарсы улы” мультипликацион фильмы күрһәтеләсәк.
Китапханасыбыҙ етәкселеге аҫтында бер төркөм балалар тауыш яҙыу студияһында “Балалар әҙәбиәте антологияһы”на индерелгән Сәләх Кулибайҙың “Ҡоштар” әҫәрен уҡып яҙыласаҡтар. Диск яҙмаһы нәшер ителеп Һуҡырҙар китапханаһының фондына һалынасаҡ. 
Ул заман пионер хәрәкәте менән “Пионер-геройҙар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тигән интерактив викторина аша 28 интернат-мәктәптә тәрбиәләнеүселәр үҙҙәренең йәштәштәренең батырлыҡтарын хәтерләйәсәктәр. Бер үк ваҡытта акция барышында китапхана уҡыусылары менән Skype аша он-лайн консультациялар ойоштороласаҡ. Октябрьск, Нефтекама, Салауат ҡалаларындағы тифлоүҙәктәрҙә насар күреүсе йәки тома һуҡырҙар өсөн компьютер белем нигеҙҙәре буйынса ла он-лайн консультациялар буласаҡ.
Әҙәби ҡунаҡханала ҡунаҡтарҙы Башҡортостан яҙыусылары Леонид Соколов һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ҡаршы аласаҡ. Республикабыҙҙың Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙенең ижады менән таныштырасаҡ, лирик шиғырҙарын уҡыясаҡ һәм һорауҙарға яуап бирәсәк.
Программаның йомғаҡлау өлөшөндә беҙҙең ҡунаҡтар “Башҡортостан” кинокомпанияһы тарафынан төшөрөлгән “Ловец ветра” фильмын тифлоаңлатмалар менән ҡарай аласаҡтар.
Сара 17.00 башлана, 21 сәғәттә тамамланасаҡ.
Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин. 
 

Независимая оценка качества

Во исполнение ряда документов Министерства труда и социальной защиты Российской Федерации и Правительства Республики Башкортостан, с целью обеспечения открытости информации об основной деятельности организации, размещается Анализ удовлетворенности пользователей  ГБУК РБ БРСБС качеством оказания социальных услуг. 
 
Undefined
27 мартта һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһы белгестәре Дүртөйлө районы муниципаль Үҙәк китапханаһында “Муниципаль китапханаларҙа мөмкинселектәре сикләнгәндәр файҙалана алырлыҡ шарттар тыуҙырыу” исемендә тифлосессия уҙғарҙылар. Тифлосессия эшендә Дүртөйлө районының мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙе социаль яҡлау белгестәре, урындағы инавлидтар ойошмаһы ағзалары, китапхана уҡыусылары ҡатнашты. Дүртөйлө районы Үҙәк китапхана директоры З.И. Заһиҙуллина тамашасыларҙы сәләмләгәндән һуң, китапхананың эшмәкәрлеге, яулаған еңеүҙәре һәм тифлосессияның әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһының инновацион-методик бүлеге мөдире Альбина Бабенко сығыш яһаны.Ул китапханаларҙа тупланған барлыҡ мәҙәни һәм рухи байлыҡтарҙың һәр уҡыусыға файҙалана алыу мөмкинселектәрен тыуҙырыу хаҡында бәйән итте. Ифрат та күҙҙәре насар күргән, йәки тома һуҡырҙарҙы хеҙмәтләндереү мөмкинселектәре хаҡында үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
“Доступная среда” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙың актуаллеге һәм мөмкинселектәре сикләнгәндәргә йәмғиәттең һәм тирә-яҡ мөхиттең аңлайышлылығын тәъмин итеүгә йүнәлтелеүе хаҡында йәмғиәт менән бәйләнеш булдырыу буйынса БРСБС директоры урынбаҫары Олег Кушнерук һөйләне. Ул шулай уҡ һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың сайт контенты ике дәүләт телендә эшләнелеүе, сайттың һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн айырым опциялары барлығы хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
БСРБС –ның информацион технологиялар бүлеге мөдире Фәнүр Бәҙретдинов тифлосессияла ҡатнашыусыларға информацион ресурстарҙың китапхана сайты аша еткерелеп тороуы хаҡында һөйләне, тауышландырылған китаптарҙы Башҡортостан Республика махсус китапханаһы сайты он-лайн базаһы аша ҡулланыу мөмкинселектәрен аңлатты.
Артабан тифлосессияла ҡатнашыусылар насар күреүселәрҙең һәм тома һуҡырҙарҙың мәҙәни һәм рухи байлыҡтар менән тифлокомментарийлы (аңлатмалы тауышландырылған) фильмдәр аша таныша алыуҙары хаҡында мәғлүмәт кенә алып ҡалманылар,”Ранняя оттепель” аңлатмалы тауышландырылған фильмы миҫалында күрҙеләр. Фильмға тифлокомментарий һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшләнгән. Тифлосессия аҙағында төрлө һорауҙарға яуаптар бирелде, фекерҙәр алышыу булды.
 
25 мартта һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһында “Май шәме” шиғриәт клубында шағирә Вероника Тушнованың тыуыуының 100 йыллығына арналған “Мөхәбәттең шатлыҡлы һәм әсенеүле мәлдәре” исемле -шиғри-музыкаль кисә уҙғарыла.
Вероника Тушнованың тормош юлы – ул күренекле шағирәнең генә түгел, бынамын тигән врачтың да тормош юлы. Медицина белемле булараҡ, В. Тушнова оҙайлы һуғыш йылдары дауамында госпиталдәрҙә яралыларҙы дауалай һәм шиғырҙар яҙа.Ул үҙе шиғырҙар яҙып ҡына ҡалмай, тәржемә менән дә шөғөлләнә. Шағирә Румыния, Һиндостан,Урта Азия, Кавказ, Польша, Югославия һ.б. ил шағирҙарын рус теленә ауҙара. Вероника Тушнованың һүҙҙәренә байтаҡ йырҙар ҙа яҙылған. Шиғриәт һөйөүсе уҡыусыларыбыҙҙы
көндөҙгө сәғәт 14.00, Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында (Киров урамы, 47 адресы буйынса) көтөп ҡалабыҙ. Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Хөрмәтле китап уҡыусылар!
Халыҡтың хоҡуки мәҙәниәтен үҫтереү һәм хоҡуки ихтияжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, республиканың Үҙәк һайлау комитеты, Бөтәрәсәй һуҡырҙар йәмғиәте һәм һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһы мөмкинселектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы, һайлау процессы буйынса конкурс уҙғара һәм “Минең һайлау хоҡуғым бар” тип аталған интернет-викторинала ҡатнашырға саҡыра.
Конкурстың икенсе турына интернет-викторинаның һорауҙарына 2015 йылдың 01 апреленә тиклем яуап биргәндәр ҡатнаша ала.
Конкурстың икенсе туры ике төр йәш категорияларына бүлеп уҙғарыласаҡ. Күреү һәләттәре насар булған һайлаусы граждандар өсөн “Һору-яуап” формаһында 2015 йылдың апрелендә үтәсәк. Конкурста шулай уҡ башҡа ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәгән күреү һәләттәре насар булған, йәки бөтөнләй булмаған уҡыусы – инвалдитар интернет-бәйләнеш режимында ҡатнаша алалар. Конкурста ҡатнашыр өсөн теркәлергә һәм викторина һорауҙарына яуап бирергә кәрәк.

Для участия в викторине необходимо зарегистрироваться и ответить на вопросы викторины.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.