Нет аудиозаголовка!!!
17 ғинуар көндө Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында күреү һәм ишетеү мөмкинселектәре сикләнгәндәр өсөн Раштыуа байрамы үтте. Өфө епархияһының социаль бүлек етәксеһе протоиерей Вячеслав Архангельский йыйылыусыларға байрамдың сығанаҡтары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуаптар бирҙе.
Отец Вячеслав китапхананың яҡын дуҫы һәм ярҙамсыһы, Өфө сиркәүе прихожандары китапханала төрлө байрамдар үткәреүҙә, күреү һәм ишетеү мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙе оҙатып йөрөүҙә ҙур өлөш индерәләр.
Ҡунаҡтар балалар хорын һәм ҡаланың сиркәү йырсылары Дмитрий Коршунов, Евгений Романов, Татьяна Бисерованың сығыштарын тыңланылар.
Гитара һәм саксофон моңдары, ҡыш, ҡар, Раштыуа тураһында йырҙар яңғыраны.
Китапхананың даими уҡыусылары ла байрамға әҙерләнде, Светлана Михайлова Эдуард Асадовтың шиғырҙарын уҡыны, Татьяна Свистунова ҡыш тураһында шиғырҙар һәм әкиәт әҙерләне.
Ҡыштың һалҡын көнөндә ошо йылы атмосфера залдағы һәр бер кешенең күңелен иретте. Әлеге ваҡытта һәр береһенең үҙ ҡыйынлыҡтары,үҙ мәшәҡәттәре бар, әммә ошондай уртаҡ байрамдар тормошобоҙҙо яҡшырта һәм йылыта!
Ошо кисәне үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн “Берләшмә” фондына һәм Өфө урыҫ православ сиркәүе епархияһына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында Өфө ҡалаһы рәссамы Григорий Загвоздкиндың “Тәбиғәт рәссам күҙлегенән” исемле эштәр күргәҙмәһе дауам итә.
Григорий Загвоздкин Силәбе өлкәһендә тыуған, оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһында йәшәй. Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт факультетын тамамлай, әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты кафедраһы доценты.
Тыуған илдең, Башҡортостандың тәбиғәтен һүрәтләү рәссамдың яратҡан жанры. Улар рәссамдың киндергә төшөрөлгән рәсемдәрендә сағыла. Ул Урал һәм Башҡортостан, тыуған Силәбе өлкәһенең Сим, Минйәр ҡалалары буйлап бик күп йөрөй. Пленар сәфәрҙәре менән бәйле булған Башҡортостандың гүзәл Ҡариҙел, Бөрйән ерҙәре лә Григорий Александр улының картиналарының төп нигеҙен билдәләй.
1982 йылдан алып ул төркөм, республика һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләр ҡатнашыусыһы.
Рәссам студенттарынан буш ваҡытында һәр ваҡыт яҙа, уның 5000-дән ашыу эше бар. Ижад юлына бүленгән ваҡыт кеүек, белем биреү, уҡытыу ҙа Григорий Александр улы ғүмеренең төп өлөшөн билдәләй. Загвоздкин дәрестәрен алған шәхестәр араһында бик күп рәссамдар тәрбиәләнгән. Әле булһа ла улар үҙҙәренең уҡытыусыһын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алалар.
Рәсәй сәнғәт белгесе, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт факультеты доценты, күп китаптар авторы Эвелина Фенина Григорий Александр улы тураһында: “Ул иҫ киткес, ихлас кеше. Уның кемгәлер асыуланғанын, йә тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем. Беҙҙең заман өсөн асыҡ кеше, тәртибендә һәм характерында бер ниндәй билдәһеҙлектең булмауы, уның ҡыҙыҡһыныуҙарының сер булмауы һирәк күренеш. Ошо сәнғәтенең “шәхси билдәһе” Григорий Александр улы Загвоздкинды башҡаларҙан айыра ла инде”.
Күргәҙмә февраль уртаһына тиклем дауам итәсәк. Картиналар менән һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем эш көндәрендә танышырға мөмкин. Китапхана адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47. “Витамин заводы” туҡталышы.
Рәссам һәр бер эшен тасуирлаған картиналар күргәҙмәһенә виртуаль күҙәтеү әҙерләгән. Виртуаль күргәҙмә менән танышырға була.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Яңы йыл төнө һәр ваҡыт мөғжизәләр һәм көтөлмәгән бүләктәр менән тулы. Хәҙерге заман мөғжизәләре техник прогрестар ярҙамында барлыҡҡа киләләр һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай ҡатнашлығында. Беҙҙең китап уҡыусыларыбыҙҙың да Яңы йыл төнө мөғжизәләренең булыуына ышанысы тыуҙы. 10 ғинуар Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһында тифло комментарийлы “Яңы йыл тарифы” исемле фильм күрһәтелде.
Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы ниәттәре буйынса Рәсәй киноһы йылын үткәреү “дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатының логик дауамы, сифаттың артыуы һәм гуманитар тармаҡтың тағы бер мөһим ижтимағи әһәмиәте” була.
“Яңы йыл тарифы” комедия, мелодрама һәм фантастиканы берләштергән иҫ киткес фильм. Ваҡиғалар Яңы йыл алдынан бара, билдәле булыуынса был мөғжизәләр ваҡыты, төп геройҙар менән дә ғәжәп хәл була. Егет осраҡлы ғына рәүештә бер ҡыҙға шылтырата һәм улар осрашырға һөйләшәләр, ләкин асыҡланыуынса егет кеше үткән заманға әле танышҡан ҡыҙға шылтырата. Фильмдың сюжеты төрлө ваҡыт арауығында булған йәштәргә нисек осрашырға. Ҡыҙыҡлы һәм
эскерһеҙ сюжет кино ҡараусыларға бик хуш килде. 
 
Нет аудиозаголовка!!!
Яңы йыл алдынан бүләктәр бирешеү ғәҙәткә ингән, “Мегафон” компанияһы ла үҙ сиратында Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының һуҡыр ҡулланыусыларына балалар өсөн иллюстрациялы китаптар һәм “Батальон” фильмының дисктарын бүләк итте.
“Мегафон” компанияһы Хәйриә фондының меценаты һәм “Бүләккә китаптар” программаһының ҡатнашыусыһы булып тора.
Хәйриә фонды тарафынан балалар өсөн баҫылған “Кескәй һуҡыр балаларға иллюстрациялы китаптар” балаларҙың күреү һәм һүрәтте тактиль аңлау үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлә.
Журналист һәм продюсер Лидия Андреева һәм “Тере йөрәктәр” Хәйриә фонды тарафынан барлыҡҡа килгән фильм “Һуҡырҙар һәм һаңғырауҙарға кино” проекты сиктәрендә яҙылған. Был проект заманса кинематографияны махсус технологиялар ярҙамында күреү һәм ишетеү һәләттәре булмаған инвалидтарға аңлайышлы итергә ярҙам итә. Был фильмдарҙа тифло аңлатмалар бар, ул сценарист һәм диктор тарафынан кадр артында һүрәтләнгән видеолар теҙмәһе. Ошо технологиялар буйынса яҙылған фильмдар күреү һәләттәре сикләнгәндәр өсөн берҙән-бер кино “ҡарау” мөмкинлеге, ә ишетеү һәләттәре насар булғандарға экрандағы субтитрҙар ярҙамға килә.
Әлеге ваҡытта махсус китапхана коллекцияһында 60-тан ашыу тифло аңлатмалы фильм бар, шуларҙың 15 китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында яҙылған. “Мегафон” компанияһы һәм “Тере йөрәктәр” Хәйриә фонды эшмәкәрлеге арҡаһында беҙҙең тифло аңлатмалы фильмдар коллекцияһы яңы кинолар менән тулылана.
Яңы йыл алдынан китапхананың кескәй һәм оло йәштәге ҡулланыусылары исеменән “Мегафон” компанияһы хеҙмәткәрҙәренә һәм Башҡортостан республикаһы Приволжский филиалының төбәк бүлексәһенә күрһәткән иғтибар һәм ярҙамдары өсөн; Михаил Самарскийға һәм “Тере йөрәктәр” Хәйриә фондына идеялары һәм проектты алға ебәреүҙә ярҙамдары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм изгелек, һаулыҡ теләйбеҙ. 
 
Нет аудиозаголовка!!!
22 декабрҙә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы менән Костанай өлкәһенең махсус китапханаһының һуҡыр һәм насар күреүсе граждандары араһында (Ҡаҙағстан) Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған онлайн режимда үткән конкурс-викторинаһы сараһының йомғаҡлау өлөшө булды.
Китапханалар үҙ хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән ил һаҡсылары, ил тарихындағы мөһим ваҡиғалар тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлау һәм мәңгеләштереүҙә ҙур роль уйнай. Был даталар төрлө быуындарҙы, төрлө халыҡтарҙы берләштерә, күп милләтле совет халҡының ҡаһарманлығын һәм данын, рухи көс берҙәмлеген һәм хәрби батырлығын һүрәтләй. Аяуһыҙ һуғышта башҡорт та, ҡаҙах та, урыҫ та, әрмән дә бер тигеҙ. Кисә барышында ошо аяуһыҙ ҡаты һәм ҡан ҡойошло һуғышта еңгән һалдаттың, ниндәй милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, баш эйеүебеҙ тураһында әйтелде. Һуғыш бөтәбеҙ өсөн дә бер булды һәм беҙҙең халыҡтар өсөн уртаҡ хәтирә.
Онлайн осрашыу барышында Костанай китапханаһы уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре әҫәрҙәрендә һуғыш темаһын сағылдырған башҡорт яҙыусылары менән яҡынданыраҡ таныштылар. Атап әйткәндә, Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт яҙыусыларының патриотик һуғыш тематикалы мультияҙмалы аудио китаптар серияһын цифрлы таратыуҙы тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ Костанайҙағы дуҫтарын Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Динис Исламов, Әнүәр Бикчәнтәев, Анатолий Ғинәтулин һәм башҡа яҙыусыларҙың ижадтары менән таныштырҙылар.
Костанай махсус китапханаһы һуҡыр һәм насар күреүсе ҡулланыусылар өсөн һуғыш темаһына яҙған ҡаҙах яҙыусыларының ижадын һүрәтләнеләр. Шул иҫәптән, китапхананың китап уҡыусылары ошо темаға бағышланған әҫәрҙәрен Башҡортостан республикаһының махсус китапхана уҡыусыларына һәм хеҙмәткәрҙәренә уҡынылар.
Был викторинаның еңеүсеһе табылманы. Китапханалар бер-береһенә һуҡырҙар өсөн махсус форматта баҫылған дәһшәтле һуғыш тураһындағы китаптарын бүләк итештеләр. Ҡаҙағстан китап уҡыусылары хәҙер яҡынданыраҡ Бөйөк Ватан һуғыш эпизодтарын сағылдырған башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәре менән танышасаҡ.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның 70 йәшенә арналған "Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның серле донъяһы" исемле юбилей кисәһе үтте.
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы - балалар тураһында һәм балалар өсөн яҙған иҫ киткес шағирәләребеҙҙең береһе. Ул 25 йылдан артыҡ ғүмерен балалар тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға йүнәлтә. Тап ошо эшләү дәүерендә ул башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге  шиғыр, әкиәт, хикәйә, пьеса һәм йомаҡтарында сағылған кескәйҙәр тормошон өйрәнә! Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәржемә итеүе менән милли әҙәбиәтебеҙ үҫешенә тос өлөш индерә. Үҙенең әҫәрҙәрендә башҡорт ерҙәренең, тәбиғәтенең матурлығына, йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә дан йырлауы менән балаларҙың күңелендә ололарға ҡарата ихтырам, тыуған ергә ҡыҙыҡһыныу, атай-әсәйҙе ололау, бер-береңә мәрхәмәтле булыу, тыуған тәбиғәткә һаҡсыл ҡарау, тыуған илде яратыу тойғоларын уята.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина тарафынан урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн башҡорт яҙыусыларының, ауыҙ-тел ижадынан алып йәш быуын авторҙарҙың әҫәрҙәрен туплаған "Балалар әҙәбиәте антологияһы" исемле йыйынтыҡ төҙөлә.
Башҡортостан республикаһының яҙыусылар Союзы ағзаһы булараҡ Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы  китап уҡыусылар, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте эшмәкәрҙәре менән ижади кисәләр үткәрә. Башҡорт мәҙәниәтен һәм шиғриәтен һәр ваҡыт популярлаштырыу уның республикабыҙ райондарының уҡыусылары менән осрашыуҙарында сағыла. 
Юбилей кисәһендә Өфө яҙыусыһы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, яҙыусы-юмор оҫтаһы Леонид Соколов ҡатнашты. Ҡунаҡтар ихлас күңелдән яҙыусыны ҡотланылар, уртаҡ ижади ниәттәре тураһында һөйләнеләр. Өфө ҡалаһының 128-се дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары байрамға Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән әҙәби-музыкаль композиция бүләк иттеләр.
Автор ижади осрашыу барышында үҙенең әҫәрҙәренең барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне, шиғыр, хикәйәләрен уҡыны, балаларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе һәм үҙенең буласаҡ ижади пландары менән уртаҡлашты.
 
Нет аудиозаголовка!!!
2015 йылдың 10 декабрендә Үҙәк китапханала Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының методик эшмәкәрлеге сиктәрендә Октябрьский ҡалаһы үҙәк китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн "Муниципаль китапханаларҙың мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә аңлайышлылығы" тифлосесияһы үтте.
Ҡаланың китапхана хеҙмәткәрҙәре “Рәсәй Федерацияһының инвалидтарҙы социаль яҡлау” федераль законы нигеҙендә йәшәү мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәғлүмәт алыу хоҡуҡтары тураһындағы һорауҙарына; Һуҡырҙарҙың, күреү һәләте сикләнгән кешеләрҙең традицион һәм виртуаль селтәргә инеү мөмкинлектәренә; күҙе күрмәгән ҡулланыусыларҙың электрон китап коллекцияларына адаптив һәм виртуаль тьәмин ителеү үҙенсәлектәренә консультациялар алдылар.
Тифлосессия темаһына ҡағылышлы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирелде.
Күреү һәм ишетеү һәләттәре сикләнгән ҡулланыусыларҙың яңы төр эшмәкәрлек тәҡдимдәре  нигеҙендә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы тарафынан һуҡырҙар өсөн тифлокоментарийлы “Һунарсы улы” исемле йәнһүрәт ҡуйылды.
2-се модель китапхана асҡан Тифло үҙәктә “Йәйғорҙоң ете төҫө” проектының презентацияһы булды һәм “Тауышлы оркестр” мастер класы үтте.
Шулай уҡ тифлосессия тарафынан сенсор бүлмә презентацияһы менән йәшәү һәләттәре сикләнгән балаларҙың үҙәк балалар китапханаһына экскурсияһы ойошторолдо.
Тифлосессияла Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры урынбаҫары Пантелеева В.Н., инновацион-методик бүлек мөдире Кучербаева И.Н., информацион технологиялар бүлеге белгесе Бәҙретдинов Ф.И., Октябрьский ҡалаһының үҙәк китапханаһының директоры Скворцова Н.А., китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм йәшәү рәүеше сикләнгән уҡыусылар ҡатнаштылар.
 
Нет аудиозаголовка!!!
17 ноябрҙә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында тыуған яҡты өйрәнеү циклынан“Ҡәҙерле яҡташтарым минең” исемле ижади осрашыу булды. Был юлы ҡунаҡҡа Республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрки телле халыҡтарҙың сәсәндәр конкурсы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, филология фәндәре докторы Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева килгәйне.
Беҙҙең уҡыусыларҙы Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы мөнәжәттәрен, ҡобайырҙарын оҫта башҡарыуы. менән шатландырҙы, үҙенең яңынан-яңы китаптары, улар өҫтөндә нисек эшләүе, башҡорт халыҡ йолалары хаҡында һөйләне һәм тамашасыларҙың һорауҙарына  ихлас яуап бирҙе.
 
Нет аудиозаголовка!!!

Һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһында “Китапханаларҙың цифра дәүерендә үҙгәреүҙәр кисереүе” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды. Был сарала 120-нән ашыу ойошма: Рәсәйҙең 38 өлкәһенән, шулай уҡ Белоруссиянан:, Ҡаҙағстандан, Япониянан һәм Ҡытайҙан насар күреүселәр менән эш итеүсе ойошма вәкилдәре ҡатнашты.

Конференцияның эшендә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапхана директоры Айгөл Рафаил ҡыҙы Әминева ҡатнашты.

Конференция барышында һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн иң яҡшы баҫма конкурсына йомғаҡ яһалды. Жюри ағзалары бер тауыштан башҡорт халыҡ әкиәте буйынса Республикабыҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм балаларҙың, йәштәрҙең техник ижад үҙәге уҡыусылары менән берлектә эшләнгән“Кем көслөрәк?” мультиформатлы тактиль(тотоп, һәрмәп ҡарамалы) китабы Икенсе дәрәжә дипломына лайыҡ булды.

Шулай уҡ Өсөнсө дәрәжә дипломына Стәрлетамаҡ моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшләнгән “Көҙгө гөлләмә” тип аталған тактиль- үҫтереүсе китап лайыҡ булды.

 
 
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.