Нет аудиозаголовка!!!
25 февраль 15:00 сәғәттә һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы, балалар араһында,  Джек Лондондың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған “Көслөләр һәм ҡыйыуҙар” әҙәби онлайн уйынын үткәрә. Уйын  Skype программаһы аша башҡарыласаҡ. Уйында Өфөнөң 28-cе коррекцион мәктәп-интернаты һәм Нефтекамск ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр китапханаһының тифлоүҙәк уҡыусылары ҡатнаша.
Уйында ҡатнашыусылар ҡаршы командаларға Джек Лондон ижады буйынса һорауҙар әҙерләнеләр. Балаларҙың яуаптарын жюри ағзалары онлайнда баһалаясаҡ.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Һуҡырҙар өсөн махсус башҡорт республика китапханаһы рәссам Юрий Бердышевтың “Күңел аквареле” исемле тәүге күргәҙмәһе өҫтөндә эш башланы.
Юрий Николай улы Бердышев 1952 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡа балалар кеүек үк мәктәпте тамамлаған, аҙаҡ әрме сафтарында хеҙмәт итә, тик рәсемгә булған һөйөүе менән тиңдәш малайҙарынан айырылып тора. Был һөйөүе уны Өфөнөң 1-се художество гимназияһына инергә этәрләй. Әрмелә хеҙмәт иткән сағында ла рәсем менән булыша. “Ҡыҙыл мөйөш” өсөн стендтар биҙәй, плакаттар яһай. Хатта китап уҡырға ла өлгөрә. Бер ваҡыт шулай ҡулына яңылыш ҡына импрессионист рәссам Поле Гогоне хаҡындағы китап килеп эләгә. Шул мәлдән алып Бердышев импрессионистар ижадына ғашиҡ була. Әрменән һуң 23 йәшендә гимназияны тамамлай, әммә профессиональ рәссам булып китмәй. Яҙмыш уны аҡсалыраҡ һөнәрҙе һайларға мәжбүр итә. Сөнки уға, ир кеше булараҡ, ғаиләне лә ҡарарға кәрәк.
Һынлы сәнғәт тураһындағы хыял барыбер күңелендә ҡала. Ваҡыт үтеү менән был хыял тик көсәйә генә.  Юрий Бердышев акварель техникаһын ҡулланып этюдтар төшөрә башлай. Ни өсөн тап акварель һуң? Сөнки акварель  – һыу ярата. Уның төп сифаты – йомшаҡ, үтә күренмәле тон.
Бердышев аквареленең дә биҙәге уның йомшаҡлығында, нескә төҫтәрҙең бер-береһенә ҡушылып уйнауында.
Үҙенең эштәрен Юрий Николай улы тәүге тапҡыр тик 2015 йылда ғына күрһәтергә баҙнат итә.
Беҙ ҙә уҡыусыларыбыҙҙы рәссам донъяһына сумырға саҡырып ҡалабыҙ. Күргәҙмә, шәмбенән тыш, башҡа бөтә көндәрҙә лә 09:00 алып 18:00 тиклем эшләй. Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы,47. “Витаминный завод” туҡталышы.
 
 
10 февраль “ Асыҡ йөрәктәр клубы” рамкаһында Һуҡырҙар өсөн республика башҡорт махсус китапхана уҡыусылары М.В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт музейында булып ҡайтты.
Был программаның төп маҡсаты – музейҙың арт-терапевтик методтары аша һаулығы сиклеләрҙе йәмғиәткә, мәҙәниәткә адаптациялаштырыу.
Музейҙың арт-терапевтик эшмәкәрлеге һаулығы сикле кешеләрҙең эстетик, рухи, шәхси сифаттарын формалаштырыуҙа ярҙам итә.
Музей хеҙмәткәрҙәре экскурсия үткәрҙеләр, учреждениеның барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы, билдәле экспонаттар хаҡында һөйләнеләр.
Махсус киитапхана уҡыусылары башҡорт орнаменттары тураһында ла бик күп мәғлүмәт тупланы . Ошо лекциянан сығып, үҙҙәренә әҙер шаблондарҙан бетеүҙәр ҙә эшләнеләр.Мероприятие аҙағында музей ҡунаҡтары “Төрки халыҡтарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте” фильмы менән таныштылар.
 
Нет аудиозаголовка!!!
4 февраль Өфөлә ислам сәнғәтенә бағышланған ғилми конференция уҙғарылды. Конференцияның төп маҡсаты булып исламда һәм сәнғәттә ғилми һәм мәҙәни диалогтың үҫеше, төрлө белем сфераһы тармаҡтарының һөҙөмтәһе менән танышыу, ғилми мәсьәләләрҙе нисек хәл итеү хаҡында әңгәмәләшеүҙәр алып барыу торҙо.
Бында тарихсылар, әҙәбиәтселәр, философтар, лингвистар һәм башҡа белгестәр ҡатнашты.
Конференцияла һуҡырҙар өсөн махсус башҡорт республика китапханаһы директоры Әминева Айгөл Рафаил ҡыҙы “Насар күреүселәр өсөн махсус Ислам”  тигән доклад менән сығыш яһаны. Үҙ сығышында китапхана директоры йәштәргә рухи тәрбиә биреүҙең һәр быуатта ла акуталь ҡалыуы, ислам мәҙәниәтен дөрөҫ аңлау тураһында һөйләне. «Ҡөрьән” китабының башҡортса, татарса тәржемәләрен, Л. Брайль шрифты менән яҙылған ғәрәпсә вариантын күрһәтеп үтте.
 
Хөрмәтле компьютер һөйөүсе китап уҡыусыларыбыҙ! Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең  республика башҡорт ойошмаһы һәм махсус республика башҡорт китапханаһы һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн "Минең дуҫым – компьютер" исемле асыҡ конкурс иғлан итә. Конкурс тәртибе менән китапхана сайтында таныша алаһығыҙ. Беренсе дистанцион этаптың  датаһы һәм ваҡыты өҫтәмә иғлан ителәсәк. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр үҙҙәренең электрон адрестарын  272-70-14, 273-29-54 телефондары аша, йәки abonement_brsbs@mail.ru электрон адресына ебәрә ала.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Бөтә йыһан роман жанрында
Егерме туғыҙынсы ғинуар беҙҙең китапхананың  Бәләбәй филиалында китап күргәҙмәһе асылды. Ул Рәсәй киноһы йылына бағышланған. Күргәҙмәнең маҡсаты – халыҡты Рәсәй кинематографына йәлеп итеү. Бында һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн уңайлы китаптар күп.
Күргәҙмәнең бер бүлегенә А. Бреснев, В.Сотников, В. Токарева,  Д. Томсон, Ш. Бронте һәм башҡа күп үҙебеҙҙең, сит илдәрҙең киноромандары ингән. Икенсе бүлеге экрандарҙа йыш күренгән әҫәрҙәрҙән тора. А. Дюма «Өс мушкетер”, Ф. Достоевский “ Енәйәт һәм хөкөм”, М. Шолохов “Күтәрелгән сиҙәм” һәм башҡалар.
Кино яратыусылар был күргәҙмәнән бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Егерме алтынсы ғинуар һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пермияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевҡа 75 йәшлек юбилейы айҡанлы, осрашыу үткәрә. Осрашыу барышында Ҡ. Аралбаевтың «Музей экспонаты» шиғыры буйынса әҙерләнгән китаптың презентацияһы үтәсәк.
2015 йылда, «Йәшә, китап!» акцияһы барышында, һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы, Өфө уҡыу йорттарының волонтерҙары ҡатнашлығында ике китап әҙерләне. Бөйөк Еңеүҙең юбилейына арналған тағы бер китап Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырҙарына нигеҙләнгән. Презентация барышында башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы үҙенең һуғыш йылдарына тура килгән бала сағы, ижады тураһында һөйләйәсәк. Лицей уҡыусылары ололарҙан ишеткән хәбәрҙәрҙән, уҡыған китаптарҙан, ҡаралған фильмдарҙан сығып, һуғыш хаҡындағы уй-тойғолары менән бүлешәсәк.
«Содружество» Өфө лицейы уҡыусылары «Фронтҡа хаттар» тип аталған проектын тәҡдим итәсәк. Проект балаларҙың ата-бабаларына, туғандарына, билдәле һәм билдәһеҙ геройҙарға яҙған хаттарынан тора. Һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһының тауыш яҙҙырыу студияһында был хаттар дискка яҙҙырылған. Уны китапхана хеҙмәткәрҙәре мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәренә һәм «Содружество» лицейы уҡыусыларына бүләк итәсәк. Осрашыу Өфөнөң  егерме һигеҙенсе коррекцион һуҡырҙар һәм насар күреүсе уҡыусылар өсөн мәктәп-интернатында уҙғарыласаҡ.
 
Нет аудиозаголовка!!!
21 ғинуар көндө Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының юбилейҙарына арнап “Тыуған халҡым өсөн йырлайым...” исемле кисәләр циклы асыла.
“Хәтер бар икән, халыҡ та йәшәй” тормош постулатына нигеҙләнеп башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим, яҙыусы Ғәли Соҡоройҙоң 190 йыллығына арналған “Ғәли ынйылары” исемле кисә асыла.
Билдәле ғалим, яҙыусы, суфый шағир, XIX-сы быуат мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой (Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбдессәлих улы), Мөхәммәт Али бен Сәлих бен Абдаллах бен Шәриф бен Кейек аль-Соҡори Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке соҡор ауылында тыуған.
Беҙҙең замандашыбыҙ, Амстердам университеты профессоры Михаэль Кемпер фекеренсә, Ғәли Соҡорой үҙенең шиғриәтендә урыҫ халҡы менән татыу йәшәүҙе генә сағылдырып ҡалмай, ә Поволжье һәм Урал аръяғы мосолмандарында мөһим “болғар” патриотлыҡ билдәләрен тәрбиәләй. Уның әҫәрҙәре Рәсәй мосолмандарының мәҙәни һәм ижтимағи потенциалға көслө ышаныуын сағылдыра. Йәшәү дәүерендә үк Ғәли Соҡорой үҙенең әҫәрҙәре менән башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. Әлеге ваҡытта ла ҡайһы бер әҫәрҙәре баҫылмаған, ҡайһы берҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Уның ҡулъяҙмалары Ҡазан, Санкт- Петербург, Өфө ҡалалары музейҙарында һәм китапханаларында һаҡлана.
Поэтик кисә барышында ҡунаҡтарыбыҙҙы Волга-Урал регионы суфый шағирының киң билдәле әҫәрҙәре менән таныштырабыҙ, 2010 йылда “Башҡортостан” дәүләт теле-радио компанияһы тарафынан Ғәли Соҡорой тормошо тураһында документаль фильм күрһәтелә. Беҙҙең насар күреүсе һәм күрмәгән уҡыусыларыбыҙ өсөн башҡорт мәғрифәтсеһе тураһында  “Йырауҙар. Сәсәндәр. Мәғрифәтселәр ” китабының ҡайһы бер тауышлы бүлектәрен бүләк ителә. 
Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса 14 сәғәттә башлана.
Бөтә төр транспорттар менән “Витамин завод” туҡталышына тиклем.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының Бәләбәй филиалында Совет һәм Рәсәй театр һәм кино актеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, СССР дәүләт премияһы лауреаты Сергей Шакуровтың ижады тураһында ҡысҡырып уҡыуҙар үтте.
Кисә Рәсәй киноһы йылы асылыуына бағышланды. Алып барыусы Лилиә Ғәрипова ҡунаҡтарға Совет һәм Рәсәй театр һәм кино актерының тормошо һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирҙе.
Ул кино өлкәһендә 80-дән ашыу роль башҡара, Никита Михалков, Андрей Кончаловский, Анджей Вайда, Петр Тодоровский кеүек режиссерҙар һәм башҡа мэтрҙар менән эшләй.
1 ғинуар уның 74 йәше. Сағыу, күп яҡлы талант, эшенә ҡарата оҫта һәм тоғро булыуы күп йылдар дауамында Сергей Шакуров тамашасыларҙың яратҡан һәм һорап алған Рәсәй актерҙарҙың береһе.
 
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.