Нет аудиозаголовка!!!
ВЕкатеринбург ҡалаһында үткән “Донъяға яраҡлашыу технологиялары” Бөтә Рәсәй ғилми-практик семинарында махсус китапхананың каталоглаштырыу һәм үҫтереү фонды бүлеге мөдире Валентина Морозова ҡатнашты.
Семинарҙы Свердлов өлкәһенең мәҙәниәт министрлығы һәм һуҡырҙар өсөн махсус китапхана ойошторҙо.
Семинар эштәрендә Рәсәй Федерацияһының һәр кем ҡуллана алырлыҡ һәм махсус китапханалары ҡатнашты.
Семинар барышында һуҡырҙар өсөн мәғлүмәт алыу саралары, уның өсөн уңайлы ресурстар булдырыу, флэш-карталарҙы каталоглаштырыу үҙенсәлектәре кеүек мәсьәләләр ҡаралды. 
 
1 апрель Стәрлетамаҡ районында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында республика зона  семинары уҙғарылды.
Семинарҙың төп маҡсаты – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, һаулығы сикле булған кешеләрҙе тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн, нисек уңайлы мөхит тыуҙырырға, ниндәй шарттар булдырырға өйрәтеү.
Семинарға яҡын-тирәләге ҡалаларҙан һәм райондарҙан мәҙәниәт эшселәре, үҙәк филиал белгестәре саҡырылды.
Семинарҙа ҡатнашыусылар “Яңы мөмкинселектәр иле” китап күргәҙмәһе менән таныштылар.
Китапхана белгестәре, тифлосессия рамкаһында, һаулығы сикле булғандарҙың мәғлүмәт алыуға тулы хоҡуҡтары хаҡында һөйләнеләр.
Стәрлетамаҡ филиалының китапханасыһы кесе йәштәге һуҡыр балалар өсөн “Бармаҡтар өсөн китаптар”  исемле китап сығарыу тураһында мастер-класс күрһәтте.
 
30 март, Һуҡырҙар өсөн Башҡорт республика махсус китапханаһында, һәүәҫкәр фоторәссам Николай Посниковтың Таныш йөҙҙәр күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмә Рәсәй киноһы йылына арналған кисәләр циклын дауам итә.
Экспозицияла 60 фотоһүрәт. Авторҙың эштәрендә кино һәм театр артистарын күрергә мөмкин.
Николай 1942 йылда артистар ғаиләһендә донъяға килгән. Уның ата-әсәһе республика ҡурсаҡ театрының башланғысында уҡ балҡыған йондоҙҙар. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, Николай ҙа ижад кешеһе булып үҫә. Фотоаппараты менән ул Мәскәү, Мәккә, Ялта юлдарын тапай. Уның иҫәбендә йөҙләгән билдәле шәхестәрҙең фотоһүрәттәре бар: Наталья Фатеева һәм Клара Лучко, Юрий Соломин һәм Савелий Крамаров, Марина Влади һәм Софи Лорен, Мишель Мерсье һәм Барбара Брыльска, Фаина Раневская, Борис Чирков, Алла Ларионова, Татьяна Шмыга һәм башҡалар.
Үҙенең фотоһүрәттәре хаҡында Посников: Был минең тормошом. Был минең биографиям, тип ҡабатларға ярата.
Күргәҙмә, шәмбе көнөнән тыш, 09:00 алып 18:00 тиклем, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса эшләй. Витамин заводы туҡталышына тиклем төрлө транспорт төрҙәре бара.
 
18 март  һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында, йәш рәссам Артем Новоселовтың “Был минең ҡалам” исемле күргәҙмәһе асыла. Экспозицияла 30 ижад эше тәҡдим ителә.
Артем Новоселов 1994 йылда Өфө ҡалаһында донъяға килә. А.А. Кузнецов ис. 1-се художество гимназияһында уҡый, әрме сафтары алдынан, Өфөнөң сәнғәт училищеһына уҡырға инә. РБ-ның Халыҡ рәссамы, уҡытыусы  Г. Г. Калитовта белем ала.
Тәүге “Кәйеф” тип аталған күргәҙмәһен В. И. Ленин ис. Йорт-музейҙа үткәрә. Бөгөнгө көндә Артем Йәш рәссамдар ойошмаһының ағзаһы.
 Үҙ эштәренә автор тыуған ҡалаһына, тәбиғәткә, ғөмүмән, тормошҡа булған сикһеҙ һөйөүен һалған. Һүрәттәрҙең буяуҙары үҙенсәлекле, яҡты, бай йөкмәткеле.
“Тыуған ҡаланың һауаһы һәр ваҡыт үҙенсәлекле. Унда төп урамдарҙың ритмы, ҡала ситендәге йорттарҙың йоҡомһорауы, йыл миҙгелдәренең алышыныуы тойола. Барыһы ла шул тиклем таныш һәм үҙгәреүсән. Бер-нисә тапҡыр бер үк урындан үтергә була, әммә шул уҡ урында һәр ваҡыт башҡа төрлө буласаҡ” , - тей Артем.
Күргәҙмә 15:00 сәғәттә асыла. Шәмбе көнөнән тыш, 09:00 алып 18:00 тиклем, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса эшләй. “Витамин заводы” туҡталышына тиклем төрлө транспорт төрҙәре бара.
 
Нет аудиозаголовка!!!
17 март һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, “Бер уҡыусының бенефисы” кисәләр циклы барышында,  республикабыҙҙың төрлө конкурстары лауреаты, Инвалидтар ижад йортоноң солисы Раиса Николай ҡыҙы Полиенко менән ижади осрашыу үткәрә.
Раиса Николай ҡыҙы күп йылдар китапханабыҙҙың даими уҡыусыһы булып тора. Китап уҡыуҙан тыш, буш ваҡытын музыкаға һәм шиғриәткә лә бүлә. Уның репертуарында урыҫ шағирҙарының ижадына , итальян телендә романстар, эстрада йырҙары балҡый.
Ижади кисә 14:00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса үткәрелә. “Витамин заводы” туҡталышына тиклем төрлө транспорт төрҙәре бара.
 
10 март махсус китапхана ике кисә үткәрҙе.
 “Агния Бартоның күңелле бала-саҡ иле” әҙәби кисәһе 28-се интернат-мәктәптә уҙғарылды.
Уҡыусылар Агния Бартоның тормош юлы, ҡыҙыҡлы шиғырҙары менән танышты. Азат Закиров “Квартет” шиғырын тамашасыларға  һөйләне. Кисә “Алеша Птицын ихтыяр көсөн тәрбиәләй” исемле тифлокомментарийлы фильм ҡарау менән тамамланды.
Һуҡырҙар өсөн башҡорт республика махсус китапханаһы,  Рәсәй киноһы йылына арналған, кисәләр циклын дауам итә. 10 март “Шәм”  клубы рамкаһында, Андрей Мироновтың тыуыуына  75 йәшлек юбилей айҡанлы, “Бөйөк кешеләр - яҡын йөҙҙәр” музыкаль кисәһе уҙғарылды. Андрей Александр улы Миронов һис шикһеҙ оло талантлы шәхес, Рәсәй сәхнәһенең легендаһы. Уның ҡатнашлығында башҡарылған фильмдарҙы ҡабат-ҡабат ҡарағы килә.
Кисә барышында уҡыусылар актерҙың ижады менән таныштылар, яратҡан кинофильмдарҙа яңғыраған йырҙарҙы тыңланылар.
 
Февраль аҙағында һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған кисә үтте.
Ир-егеттәр араһында һуғыш темаһына  викториналар, конкурстар уҙғарылды. Сәнғәт училищеһы студенттары Мария Барабаш һәм Данил Плешков, музыкаль сығышы  менән, байрамға тағы ла йәм өҫтәне.
Сәй табынында ҡунаҡтар фекер алыштылар, яңылыҡтар менән бүлештеләр.
 
 
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан, республика башлығы Рөстәм Хәмитов, төрлө өлкәлә эшләгән 39 гүзәл затты грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Шулар араһында Лилиә Хәйбуллина “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшсеһе” исемен алды.
Лилиә Тимерғаяз ҡыҙы 28 йыл Стәрлетамаҡ филиалында үҙ эшен намыҫлы башҡара.
Филиал бөгөнгә көндә яңы технологиялар буйынса эшләй. Бында китапхана мөдиренең дә эше ҙур.
Стәрлетамаҡ филиалы, һуҡырҙар араһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурсында, бер-нисә тапҡыр еңеүсе титулын яуланы.
 
 
Нет аудиозаголовка!!!
3 март 15:00 сәғәттә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге, Дмитрий Шостакович исемендәге Рәсәй композиторҙары союзының, Халыҡ-ара “Филантроп”конкурсының тәүге премиялары лауреаты, композитор Салауат Әхмәҙи улы Низаметдиновтың хәтер кисәһе үткәрелә.
Композитор бар ғүмерен ижадҡа бағышлай. Уның иҫәбендә ниндәй генә жанрҙар юҡ: опера, симфония, хор, романс, сәхнә өсөн музыкалар.
Салауат Әхмәҙи улы һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының әүҙем уҡыусыларының береһе булды. Ул күберәк классик әҫәрҙәргә өҫтөнлөк бирер ине. Ә инде композитор танылыу яулағас, китапхана, уҡыусылары өсөн, бөйөк шәхестең ижад кисәләрен үткәрә башлай.
Бөгөнгө көндә махсус китапханала Салауат Низаметдинов ижадына арналған мемориаль мөйөш бар.
Кисәнең ҡунаҡтарына китапхана, “Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә” тип аталған, виртуаль китап күргәҙмәһен, шулай уҡ күреү һәләтенән мәхрүм ителгән уҡыусылары өсөн махсус китаптарын, композиторҙың ижады һәм тормош юлы тураһындағы мәҡәләләрен тәҡдим итәсәк.
Кисә Өфө ҡалаһы, Кустарная ура мы,17 адресы буйынса үткәрелә.
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.