Нет аудиозаголовка!!!
13 май һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһында «Үҙеңдә шатлыҡ табыу” кисәләр серияһы үтәсәк.
Кисәне башҡорт республикаһының “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” ойошмаһы ағзаларының ижади күргәҙмәһе аса.
Теманы “Башҡортостан” киностудияһы тарафынан тәҡдим ителгән “13 раунд” фильмы дауам итә. Фильмға тифлокомментарийҙар махсус китапханала яҙҙырылған.
“Үҙ эсеңдә шатлыҡ тап, һәм был шатлыҡ һыҙланыуҙарыңды юҡҡа сығарыр” – был һүҙҙәр мифология өлкәһендә танылыу алған Америка ғалимы Д. Кэмпбеллдан алынған.
Күргәҙмәләге ижади эштәрҙең авторҙары яҙмышҡа яҙылғанды үҙгәртә алдылар, уларҙың күңел донъяһы сикһеҙ камил, тышҡа атылып сығып бара. Тап ошо саҡта төрлө ялтырауыҡтар, таҫмалар менән сигелгән, ҡәләм, акварель һәм майлы краскалар ярҙамында тыуҙырылған картиналар барлыҡҡа килә лә инде. Бынан тыш, экспозицияла иконалар, ағастан һырлап эшләнелгән әйберҙәр бар. Күргәҙмәнең ҡатнашыусылары – төрлө дәрәжәле инвалидтар – илебеҙҙең ҡала һәм райондарында йәшәйҙәр. Винера Ғиззәтуллина – Дүртөйлөнән, Дабира Хәлиуллина һәм Владимир Горшков – Октябрскиҙан, Елена Писаревская – Салауаттан, Айҙар Сәйетгәрәев, Гүзәлиә Шәрәфетдинова, Гөлнара Вәлиәхмәтовалар  Туймазы районынан, ә Гүзәл Әхмәтшина, иһә, Ҡыйғы районы һылыуы. Һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы һәм “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” ойошмаһы тарафынан ойошторолған күргәҙмәлә ни бары 8 ҡатнашыусы. Ижадты “инвалид ижады, инвалид ижады түгел” критерийынан сығып баһалау дөрөҫ түгел. Берҙән-бер критерий – оҡшай, йә оҡшамай; күңелгә үтеп инәме, юҡмы; ә кем башҡарғаны мөһим түгел.
Ә шулай ҙа, нимә һуң ул мөмкинселектәре сикле кешеләр ижады: үҙеңә ярҙаммы, әллә башҡаларғамы? Күңелеңде асыу һәм ижад емештәреңде күрһәтеү теләгеме? Әллә матурлыҡ таратырға ынтылыумы?  Һәр кем быға яуапты үҙенсә эҙләй.
Был мәшәҡәт һәм үтә лә тиҙ үҙгәреүсән донъяла, яҡындарыңа булған мөхәббәтте иҫтә тоторға, уларҙы күрергә һәм ишетергә, һаулығы сиклеләрҙең ижадтары менән һоҡланырға, уларҙың өмөт, һөйөү, шатлыҡ йөрөткән ҡул эштәрендә яҡтылыҡты, сафлыҡты күрә белергә кәрәк.
«Үҙеңдә шатлыҡ табыу” кисәһенең икенсе бүлегендә “13 раунд” фильмын күрһәтеү ҡаралған. Режиссер Булат Йосоповтың был фильмы бик етди рәүештә бокс менән шөғөлләнгән, спорт өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән 12 йәшлек малайҙың тарихы тураһында бәйән итә. Уның тормошонда сетерекле хәл килеп тыуа. Ололар ҙа яҙмыштың был шәфҡәтһеҙлеге алдында юғалып ҡалырҙар ине. Малайҙың әсәһе ҡурҡыныс ауырыу менән ауырығаны асыҡлана. Уның өсөн бик ҡиммәтле дарыуҙар кәрәк. Ҡайҙан аҡса табырға? Бигерәк тә атай кеше ғаиләне күптән ҡалдырып сығып киткән хәлдә… Ролдәрҙе Рушана Бабич, Айсыуаҡ Йомағолов, Владимир Епифанов, Морат Теүәлбаев һәм башҡалар башҡара.
Кисә 14:00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса башлана. 
 

Международный фестиваль искусств "Сердце Евразии"

Международный фестиваль искусств "Сердце Евразии"

International Arts Festival Heart of Eurasia

Международный фестиваль искусств
 

Место проведения

Undefined

Список публикаций о ГБУК РБ БРСБС 2016 год

 
Юрлова, Н. "Надежда" дарит радость, но... [Текст] / Н. Юрлова // Наш собеседник. - 2015. - № 4. - С. 46-47. [О проблемах слепоглухих и работе досугового центра для людей с проблемами зрения и слуха в специальной библиотеке Башкортостана].
Undefined
26 апрель һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһында инвалидтар өсөн һайлау хоҡуғы буйынса конкурстың 2-се туры үтте.
Кисәлә конкурстың ойоштороусылары - республика Үҙәк һайлау комитеты хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Икенсе тур “Һорау – яуап” режимы буйынса сәйәси уйын формаһында үтте.  Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, беренсе тур интернет-викторина формаһында уҙғарылғайны.  Уйында ҡатнашыусылар  ике командаға “Реалистар” һәм “Оптимистар”ға бүленде. Һаулығы сикле граждандарыбыҙ оло азарт менән ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, дуҫлыҡ еңде.
Республика Үҙәк һайлау комитеты уйынсыларҙы ҡотлап үтте.
Беренсе урынды Альбер Әсәҙуллин яулаһа, икенсе урын Илдар Мансуровҡа, өсөнсө урын Рөстәм Әбеҙгилдингә бирелде.
Ошо уҡ көндө махсус китапхананың Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ филиалдарында ла һайлау хоҡуғы буйынса сәйәси уйындар уҙғарылды. Өс филиал да станционар китапхана менән онлайн бәйләнештә булды.
Призлы урындарҙы түбәндәге ҡатнашыусылар яуланы:
Белорет ҡалаһы: 1-се урын - Г.М. Подольская, 2-се урын -М.А. Фәтҡуллин, 3-сө урын - А.В. Перк.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы: 1-се урын – Сәйфетдинов Р.Л., 2-се урын – Яппарова О.А., 3-сө урын – Шубина А.З.
Бәләбәй ҡалаһы: 1-се урын – Старостин А., 2-се урын – Пуртова Н., 3-сө урын – Яруллин И.
 

26 апрель 14:00 сәғәттә һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы, республика Үҙәҡ һайлау комитеты менән берлектә, һаулығы сикле граждандарҙың һайлау хоҡуғы буйынса уҙғарылған конкурстың икенсе турын үткәрә. Конкурстың маҡсаты – хоҡуҡ мәҙәниәтен үҫтереү һәм актив гражданлыҡ позицияларын формалаштырыу.
Икенсе турҙа, 22 апрелгә тиклем уҙғарылған интернет-викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биргән конкурсанттар ҡатнаша ала.

 

“Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында уҙғарылған “Өфө библиоэңерҙәре”, ниһайәт, тамамланды. Быйылғы акцияның темаһы “Кино уҡыйбыҙ”, төрлө йәш категориялары өсөн павильондар менән тулыландырылған, 7 майҙанда яҡтыртылды.
Кинохроника кадрҙары ҡунаҡтарға Рәсәй һәм башҡорт киноһының инеш юлы тураһында һөйләне. Бөтә Рәсәй акцияһын махсус китапханала директор Айгөл Әминева башлап ебәрҙе. Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы урынбаҫары Рәнис Алтынбаев әҙәбиәттең әһәмиәтлелеге һәм халыҡҡа ни тиклем кәрәклеге тураһында һөйләп үтте.
Майҙандарҙың береһендә һәүәҫкәр артистар Леонид Филатовтың “Про Федота-стрельца, удалого молодца” әҫәренән өҙөк уйнаны.
Акция барышында ҡунаҡтар Башҡортостан киностудияһы тураһында рельеф-график пособие булдырыуҙа ҡатнаштылар, кинофильмдар көйҙәрен танып ҡаранылар, фоторәссам Николай Посниковтың фотоэштәренә сәйәхәт гиҙҙеләр.
Шулай уҡ ҡунаҡтарға махсус китапхананың эше, Брайль шрифты буйынса рельефлы-нөктәле китаптарҙы әҙерләү процессы менән танышыу форсаты ла тейҙе.
Павильондарҙа акцияның даими партнерҙары – Башҡортостан республикаһының милли һәм Хәрби дан музейҙары – айырым экспозицияларын күрһәтте.
Кескәй уҡыусылар өсөн дә конкурс-уйындар уҙғарылды. Акция буйына Нефтекамск, Октябрьск, Салауат тифлоүҙәктәре, махсус китапхана филиалдары менән Скайп программаһы аша “Өйҙән сыҡмайынса уҡыйбыҙ” он-лайн кәңәшмә алып барылды.
Павильондарҙың береһендә “Визит” фильмының режиссеры Булат Йосопов менән осрашыу булды.
Кисен конкурстарға йомғаҡ яһалды, еңеүселәргә бүләктәр таратылды.
Йәмғеһе акцияла 200-гә яҡын кеше ҡатнашты.

 
Нет аудиозаголовка!!!
Йыл һайын уҙғарылған Бөтә Рәсәй “Библиотөн” акцияһы рамкаһында, “Өфө  Библиоэңере” 22 апрель һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһында үтә.
Акцияның быйылғы темаһы – “Кино уҡыйбыҙ.” Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала, төрлө йүнәлештәр буйынса һәм төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн павильондар менән тулыландырылға.
Кинохроника кадрҙары Рәсәй һәм башҡорт киноһының аяҡҡа баҫыу тарихын һөйләйәсәк, ҡунаҡтарҙы кинематография ваҡиғалары һәм актерҙары менән таныштырасаҡ. Фоторәссам Николай Посниковтың күргәҙмәһе киң танылған актерҙарҙы репетициялары барышында, яҡын дуҫтары араһында күрергә булышлыҡ итә.
Павильондарҙа үтәсәк конкурстар беҙҙең ҡунаҡтарға үҙ фильмыңды булдырыу кастингыһында ҡатнашыу, кинофильмдар көйҙәрен таныу, йәнһүрәттәргә тифлокомментарийҙар эшләүҙә ҡатнашыу, яңы һәм элек танылыу алмған театр һәм кино актерҙары менән танышыу мөмкинселеген бирәсәк.
Ижади атмосфераны булдырырға беҙгә дуҫтарыбыҙ һәм акцияның партнерҙары – Башҡортостан республикаһы милли музейы, М.В. Нестеров ис. Башҡорт дәүләт художество музейы, республика Хәрби дан музейы – ярҙам итәсәк.
Улар күсенеүле экспозицияларын “Библиоэңергә” килеүселәргә күрһәтәсәк.
Кескәй уҡыусыларыбыҙға фойела ҡулдан эшләнгән тактиль китаптар күргәҙмәһе, ҡом анимацияһы өҫтәле эшләйәсәк. Балалар өсөн артабанғы программала Кино йылына арналған конкурстар, уйындар бул.
Шул уҡ ваҡытта, акция буйына, махсус китапхана филиалдарының уҡыусыларына, Октябрьск, Нефтекамск, Салауат ҡалалары тифлоүҙәктәренә, һуҡырҙар өсөн компьютер грамотаһы буйынса, скайп аша он-лайн кәңәшмә алып барыласаҡ.
Павильондарҙың береһендә, ҡунаҡтар “Визит” фильмын булдырыусылар менән осрашасаҡ. Улар үҙҙәренең ижади эҙләнеүҙәре тураһында бәйән итеп, уҡыусылар менән кино сәнғәте хаҡында әңгәмәләшеп, тифлокомментарийлы фильмдар ҡараясаҡтар. Бынан тыш, тағы ла “Башҡортостан бармаҡ остарында” серияһынан “Башҡорт киностудияһы тарихы” атамалы рельеф-график пособиеның презентацияһы була.
“Библиоэңер” 17.00 сәғәттә башлана, 21.00 сәғәттә тамамлана.
“Витамин заводы” туҡталышына тиклем төрлө транспорт төрҙәре бара.
 
Нет аудиозаголовка!!!
22 апрель Мәскәү ҡалаһының һуҡырҙарға һәм һаңғырауҙарға ярҙам итеү шәфҡәтлелек фонды “Со-единение” етәкселәре һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһына киләсәк. Осрашыу программаһында китапхана уҡыусыларының эшмәкәрлеге менән танышыу ҡаралған.
2015 йылдың мартынан, ошо фондтың ярҙамы менән, инвалид ҡулланыусылар өсөн ижади ял һәм аралашыу лабораториялары булдырыу эше башланды. Проектты ғәмәлгә ашырыу барышында китапхана уҡыусылары балсыҡтан фигуралар әүәләү, өҫтәл уйындары, хатта спорт менән дә мәшғүлдәр. Һуҡыр һәм һаңғырау ҡулланыусылар төркөмө бер-нисә тапҡыр республика Хәрби дан, М.В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт һынлы музейҙарының яраҡлаштырылған экспозицияларын барып ҡаранылар.
Осрашыу планында Өфөнөң ботаник баҡса-институтына экскурсия ҡаралған.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Бөгөн, 15 апрель, һуҡырҙар өсөн махсус  республика башҡорт китапханаһында “Минең дуҫым – компьютер” конкурсының  һуңғы туры үтте.
Конкурс махсус китапхана һәм Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмәғәтенең Башҡортостан ойошмаһы тарафынан уҙғарылды.
Һуңғы турҙа 8 финалист көс һынаны. Ҡатнашыусыларға биш эш бирелде: файлдар атамаларын алмаштырыу һәм һаҡлау; А.С. Пушкиндың “Руслан һәм Людмила” поэмаһынан өҙөктәрҙе табылған файлдарҙа төҙәтеү һәм уны һаҡлау; Интернет селтәренән мәғлүмәт табыу һәм уны папкаға һаҡлау; билдәле бер төҙәтмәләрҙе компьютерҙа һәм электрон почтала башҡарыу, әҙер эштәрҙе жюри почтаһына ебәреү.
Конкурста Өфөнән һәм республикабыҙҙың башҡа ҡалаларынан, 12 йәштән алып 60 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар ярышты.
Жюри ҡарары буйынса, 1-се урынды – Ғәлиәхмәтов Константин, 2-се урынды – Әбеҙғилдин Рөстәм, 3-сө урынды – Бондаренко Артем яуланы.
Әйткәндәй, Бондаренко Артем иң йәш ҡатнашыусыларҙың береһе. 12 йәш булыуына ҡарамаҫтан, компьютерҙы оҫта ҡулланыусыларҙан һанала.
 
Нет аудиозаголовка!!!
2016 йылдың 14 апрелендә һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһында “Дөйөм хеҙмәтләндереү китапханаларында заманса арт-терапия моделе: тәжрибә, мәсьәләләр, инновациялар” республика семинары үтте. Семинар Республика мәҙәниәт Министрлығы һәм махсус китапхана тарафынан уҙғарылды.
Семинар эшендә 48 ҡала һәм райондарҙан дөйөм хеҙмәтләндереү һәм инвалидтар өсөн китапхана пункттарынан 119 белгес ҡатнашты.
Семинарҙа белгестәр арт-терапия методы буйынса инвалидтарҙы дөйөм хеҙмәтләндереү китапханаларына яраҡлаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
 
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.