Быйыл йәй Өфө ҡалаһында тағы ла масштаблы «Симфония төнө” үтәсәк. Асыҡ һауала уҙасаҡ музыкаль байрам тағы ла Өфө амфитеатрына әйләнеп ҡайта. Концерт 2016 йылдың 7 июленә планлаштырылған.
Былтыр уҙғарылған “Евразия йөрәге” фестивале 100 меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы. Халыҡ был байрамды тағы ла ҡабатлауҙы һорай.
Амфитеатр сәхнәһендә Х. Әхмәтов ис. Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры, РБ-ның милли Симфония оркестры сығыш яһаясаҡ.
Конгресс-холл майҙанында классик музыка, джаз композициялары һәм башҡа музыкаль бүләктәр башҡарыласаҡ.
 
29 июнь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында танылған композитор һәм талантлы пианистка Ләйлә Исмәғилева менән ижади осрашыу үтте.
Был осрашыу атаҡлы композитор, ҡунағыбыҙҙың атаһы Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыллыҡ юбилейға арналды.
Махсус китапхана сайтында был ике шәхестең ижадын уҡыусыларыбыҙ “Мин симфония тыңлар инем” бүлегендә тыңлай ала.
Осрашыуҙың ҡунаҡтары Заһир Исмәғилевтың ижады менән таныштылар. Ләйлә Исмәғилева үҙенең ғаиләһе хаҡында һөйләне, киләсәккә ижади пландары менән бүлеште.
 
Источник фото - сайт УГИИ
 
Башҡортостан махсус форматтарҙа проекты рамкаһында Башҡортостандан яҙыусылар һәм шағирҙар, махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре, журналистар Свердлов өлкәһе Әрәкәй һәм Әҙеғол ауылдарына барып ҡайттылар.
Ижади осрашыуҙы Свердлов өлкәһенең махсус китапханаһы директоры Ирина Гильфанова асты.
Башҡорт китаптарының алтын коллекцияһы проектын Айгөл Әминева презентацияланы.
Әҙәби Башҡортостанды Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Айгиз Баймөхәмәтов, Рәйсә Бәҙретдинова, Гөлсирә Шафиҡова кеүек танылған яҙыусыларбыҙ танытты.
Хәҙер инде махсус форматтарҙағы башҡорт китаптары Свердлов өлкәһендә йәшәүсе уҡыусыларыбыҙға ла килеп етте. Китаптарҙан тыш тифлокомментарийлы фильмдар ҙа китапханаларға бүләк ителде.
Әҙеғол ауылының йәш уҡыусылары ҡунаҡтарға концерт күрһәтте.
Осрашыуҙың бөтә ҡатнашыусылары ла, етәкселәр ҙә бер-береһенә ошо изге эштә ҡатнашҡандары өсөн рәхмәтле булып ҡалдылар.
 
 
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, күп премиялар лауреаты, РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ирек Кинйәбулатовтың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Ирек Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1961-1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Тәүге шиғырҙар йыйынтығы “Баҫыу юлы” тип атала.
Ирек ағай махсус китапхананың да даими ҡунағы була. Китапханала уның брайль шрифты менән баҫтырылған әҫәрҙәре, шулай уҡ аудио-китаптары ла сығарыла.
Беҙҙең йөрәктәрҙә ул бөйөк кеше булып мәңге һаҡланасаҡ.
 
РБ мәҙәниәт министрлығы, һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, ижади ойошмалар, Рәсәй киноһы йылына бағышлап, “Беҙ бергә” фестиваль-конкурсын үткәрә.
Был конкурстың төп маҡсаты булып мөмкинселектәре сикле балаларҙы уҡыуға ылыҡтырыу тора.
Конкурс өс номинацияла үтә: “Кино иленә алып барам”, “Пластилиндан мультфильм”, “Мин яратҡан кино”.
Конкурс 2016 йылдың 1 июненән 3 декабрена саҡлы бара.
Фестиваль-конкурстың еңеүселәре дипломдар һәм приздар менән бүләкләнәсәк.
 
Нет аудиозаголовка!!!
30 майҙан алып һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы йәш рәссам Артем Новоселовтың “Был минең ҡалам” күргәҙмәһен дауам итә. Экспозицияла йәмғеһе 30 эш күрһәтеләсәк.
Артем 1994-се йылда Өфө ҡалаһында тыуған. А.А. Кузнецов исемендәге 1-се художество гимназияһында белем ала. 2010-сы йылда, әрме хеҙмәтенә тиклем, Өфө сәнғәт училищеһының “Һынлы сәнғәт” бүлегенә уҡырға инә.
“Кәйеф” тип аталған тәүге күргәҙмәһен 2011-се йылда В.И. Лениндың йорт-музейында уҙғара. Бөгөнгө көндә йәш рәссам иңендә 5 күргәҙмәһе, 7 тапҡыр республика, Рәсәй, регион-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу тора.
Артемдың һүрәттәре бер-береһенә оҡшамаған. Һәр береһе үҙенә генә хас бер төрлө. Әммә һәр береһендә рәссамдың тыуған ҡалаһына сикһеҙ һөйөүе, донъяға ҡарашы яралып ята.
“Тыуған ҡаланың һауаһы һәр ваҡыт та ла үҙенсәлекле. Унда төп урамдарҙың ритмы, ҡала ситенең тыныслығы, йыл миҙгелдәренең алмашыныуы тойола. Барыһы ла шул тиклем таныш, һәм шул уҡ ваҡытта үҙгәреүсән. Бер үк урынға бер-нисә тапҡыр килергә була, әммә килгән һайын ул үҙгәреп торасаҡ»,- ти йәш рәссам.
Артемдың модернистик ҡала пейзаждарында таныш урындар сағыла: Ағиҙел буйы, Һупайлы биҫтәһе, Инорс, Октябрь проспекты. 
 
Нет аудиозаголовка!!!
«Бер уҡыусы бенефисы”ның сираттағы сығарылышы 25 май уҙғарылды. Был юлы кисәнең героиняһы Марина Иванова булды. Беҙҙең бенефистың геройҙары – күреү һәләте булмаған һәүәҫкәр композиторҙар, шағирҙар, рәссамдар,артистар.
Был кешеләр көслө рухлы. Сөнки яҙмыш алдында бөгөлөп төшмәй, үҙ юлдарын дауам итәләр, тормоштарын биҙәп йәшәйҙәр. Улар үҙ эсенә йомолмағандар, ә ижад итә башлағандар. Иң мөһиме улар  беҙҙең китапхананың әүҙем уҡыусылары.
Марина ҡояшлы Ташкентта тыуған, әммә Өфө ҡалаһында үҫкән. Өфөнө ул тыуған ҡалаһы тип иҫәпләй. Күҙҙәре күрмәү сәбәпле, туғандарынан алыҫта, тәүҙә Ғафури районы Табын ауылында, һуңынан, 9-сы синыфты тамамлағас, Свердлов өлкәһе Үрге Пышминск мәктәп-интернатында уҡырға мәжбүр була. Был мәктәп Маринала ижадҡа һөйөү тәрбиәләй.
Мәктәпте тамамлағас, Марина Өфөгә ҡайта. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта профтехучилище китапханаһына эшкә төшә.
1988-се йылдан алып Марина Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте ағзаһы булып тора. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең башҡорт региональ бүлеге директоры, Инвалидтар йорто директоры була. 2001-се йылдан алып ул Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең башҡорт региональ бүлегендә территориаль председатель.
Маринаның ижадҡа һөйөүе оло – ул йыр, бейеү студияларында шөғөлләнә.
Китапхана ҡунаҡтарына Марина Иванова шиғырҙар уҡыны, урыҫ, итальян, француз телендә эстрада йырҙарын йырланы. Башҡорт композиторы һәм йырсыһы Ленар Бикмырҙин менән дуэт башҡарҙы.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Бөгөн, Башинформ мәғлүмәт агентлығында яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың китаптар презентацияһы үтте. «Әҙәбиәт йылында күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн Марсель Сәлимовҡа “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” почетлы исеме бирелә. Быйылғы һәм үткән йылдарҙа яҙыусының бер-нисә китабы донъя күрҙе, - тигән һүҙҙәр менән “Башинформ”дың төп мөхәррир урынбаҫары Алик Шәкиров презентацияны асты. – Сатириктың презентациялары Ялтала, Мәскәүҙә, Сочила һ.б. уҙғарылды, ә Өфөлә әле булғаны юҡ ине.”
Осрашыу барышында яҙыусы бер-нисә шиғырын уҡыны, тәржемәселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
2015-се йылда “Китап” нәшриәте тарафынан “Заманына күрә - көлкөһө” китабы баҫтырылды. Китап өс өлөштән тора – шиғриәт, проза һәм драматургия. Китаптың мөхәррире -Ринат Камалов.
Марсель Сәлимовтың был китабы махсус китапханала Брайль шрифты буйынса ла сығарылды. 
 
Нет аудиозаголовка!!!
2016 йылдың 19 майында Калининград ҡалаһында Бөтә Рәсәй китапхана конгресы “ХХI Рәсәй китапханалар ассоциацияһы” конференцияһын тамамланы. Быйылғы йылдың темаһы: “Китапхана һәм мәҙәниәт өлкәһендә яңы технологиялар.” Конференцияла Милли электрон китапханаларҙа яңы үҫеш этаптары, мәҙәниәтте үҫтереүҙә китпахананың йәмғиәткә ярҙамы, уҡыу инфраструктураһында роле, китапханаларҙа граждандарҙың социаль тигеҙлеге,халыҡ-ара хеҙмәттәшлек кеүек мәсьәләләр күтәрелде.
Башҡортостан республикаһының делегацияһы составында махсус китапхананың директоры Айгөл Әминева ҡатнашты. Үҙенең сығышында Айгөл Рафаил ҡыҙы һуҡырҙар өсөн республика башҡорт китапханаһының тәжрибәһе тураһында һөйләне.
Конгресс рамкаһында 53 ултырыш үтте. Ҡатнашыусылар 500-ҙән ашыу доклад һәм презентациялар менән сығыш яһанылар. Оргкомитет белешмәләре буйынса, 5 илдән, 64 региондан 1190 белгес ҡатнашты.
Конференция ҡарары менән, “Рәсәй китапханалар ассоциацияһының 2016-2020 йй. үҫеш өҫтөнлөгө” документы иҫбатланды. 
 
Нет аудиозаголовка!!!
18 май һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһында Еңеү көнөнә арналған кисә үтте. Музыкаль-поэтик композиция менән 28-се мәктәп-интернаты уҡыусылары сығыш яһаны. Совет шағирҙарының шиғырҙары, гитара һәм баян аккомпанементы аҫтында Бөйөк Ватан һуғышы йырҙары, ҡумыҙ телендә башҡорт һәм рус халыҡ моңдары яңғыраны. Уҡыусылар балаларҙың талантына һоҡланыуын, уларға, етәкселәренә рәхмәттәрен белдерҙе. 
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.