Нет аудиозаголовка!!!
Мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең “Йылмайыу бүләк ит” күргәҙмәһе Өфө ҡалаһының художество галереяһында дауам итә. Өс залда 950-нән артыҡ эш тәҡдим ителә. Уларҙың авторҙрары – балалар һәм үҫмерҙәр, коррекция мәктәптәренән уҡытыусылар, мөмкинлектәре сикле булған оло йәштәге граждандарыбыҙ төрлө төбәктәрҙән йыйылған.
Был уникаль проект дәүләт министерстволары һәм ведомстволары, көс структуралары, медицина учреждениелары һәм ябай халыҡ тарафынан башҡарыла. Күргәҙмәне “Беҙ ғүмер өсөн” проектының авторы һәм етәксеһе, “Башинтерконтакт” ресурс компанияһының директоры Лилиә Күсимова ойоштора.
Был һүрәттәргә һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел. Эштәр майлы краска, ручка, ҡәләм менән төшөрөлгән. Тоҙло ҡамыр, төҫлө салфеткалар, көрпәләр, макарон, төймә, туҡымалар кеүек материалдар ҡулланылған паннолар һәм башҡа төрлө мауыҡтырғыс һүрәттәр залдарҙы биҙәй.
Экспозициялар менән танышыу барышында, Лилиә Әғләм ҡыҙы эштәр тураһында күп ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр һөйләне, проектты булдырырға ярҙам иткән ойошмаларға, ~өмүмән, ҡатнашыусыларға оло рәхмәттәрен белдерҙе.
Күргәҙмә 8 сентябргә тиклем Өфө художество галереяһында дауам итә. Адресы: Революция урамы, 37. “Үҙәк баҙар” туҡталышына тиклем бөтә транспорт төрҙәре бара.
Нет аудиозаголовка!!!
24 август 17 кешенән торған төркөм Красноусольск санаторийына сәйәхәт ҡылды. Төркөмдө Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһынан Дина Конушкина һәм сурдотәржемәсе Алина Скурлыгина етәкләне.
Экскурсия барышында беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ике сығанаҡтан минераль һыу тәмләп ҡаранылар, санаторий тарихы менән таныштылар. 
Шулай уҡ изге һыуҙа ҡойондолар, Грот, бювет, монастырға һуғылдылар. Кискә ҡарай, төркөм Өфө ҡалаһына ҡайтты.
Нет аудиозаголовка!!!
24 август Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында йәш яҙыусы, журналист, Ш. Бабич ис. премия лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу үтте.
Айгиз бик иртә ата-әсәһеҙ ҡала һәм Белорет районындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. 2011 йылдан алып “Башҡортостан” гәзитенең корреспонденты. Уның әҫәрҙәре республика баҫмаларында йыш күренә. 2013 йылда хикәйәләре өсөн “Аманат” журналы М. Аҡмулла ис. премия бирә. Йәш яҙыусы Яҙыусылар союзының, БР һәм РФ журналистар союзының ағзаһы булып тора.
2015 йылда “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәре өсөн Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы менән бүләкләнә.
Автобиографик повестың төп геройы – Ильяс. Ул – етем. Ата-әсәһен юғалтыу уға, кеше күтәрә алмаҫтай, һынауҙар килтерә. Иркәләнеп кенә үҫер урынға, ул бәғерһеҙлек менән күҙгә-күҙ осраша. Әммә шуға ҡарамаҫтан, Ильяс оло маҡсаттарына тырышып-тырмашып юл яра һәм хыялдарын тормошҡа ашыра.
Быйылғы йылда махсус китапхана был повестың аудіо вариантын сығарҙы.
Сара барышында автор уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Ҡурайсы Руслан Мөлөков башҡарыуында ҡурай моңдары яңғыраны.
Нет аудиозаголовка!!!
Август айында Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының директор урынбаҫары Пантелеева В.Н. «Хеҙмәттәшлек сиктәре. Һуҡырҙар өсөн китапхана һәм муниципаль китапханалар.” семинарында ҡатнашты. Был сара Пермь крайының Горнозаводск, Гермячинск,Ильинск үҙәк китапханалары базаһында уҙҙы.
Проект китапхана белгестәренең профессиональ компетенцияларын үҫтереү, бының өсөн махсус шарттар булдырыу мәсьәләләрен күтәрҙе.
Был семинарға Башҡортостан республикаһынан, Силәбе, Свердлов өлкәләренән дә белгестәр барҙы
Нет аудиозаголовка!!!
Өфөлә “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-баҫма комплексында яңы йүнәлеш асылды. Ул – “Өфөнөң иҫтәлекле урындары” тип аталған лото-уйын. Проекттың авторы һәм төҙөүсеһе - М. Аҡмулла ис. БДПУ- ның педагогия фәндәре кандидаты, кафедра доценты Екатерина Савельева.
Лото әҙерләүҙә Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ҡатнашты. Баҫманы сығарыуҙың баш кураторы “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-баҫма комплексының генераль директор урынбаҫары Клара Әғлиуллина булды. Был уйын хәтерҙе, иғтибарҙы, һиҙгерлекте нығытыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ, ижади әүҙемлекте үҫтерә, Өфө тураһында үҙ аллы мәғлүмәт йыйыуға ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уята, эрудицияны киңәйтә, тыуған яҡтың тарихын төплө белеүгә килтерә.
Екатерина Савельева әйтеүенсә, уйынға Өфөнөң иҫтәлекле урындары төшөрөлгән 24 парлы карточкалар, шул объекттар тураһында мәғлүмәт йөрөткән брошюралар һәм дисктар ингән. Былар барыһы ла һуҡыр һәм насар күреүсе балалар өсөн эшләнгән. Айырыуса иғтибар архитектураға биерлгән, сөнки быны Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талап итә. Башҡортостан күп милләтле республика, шуға күрә лә, һүрәттәргә сиркәүҙәр, мәсеттәр, йәһүд халҡының ғибәҙәтханалары, лютеран сиркәүҙәре төшөрөлгән. Бындай мәғлүмәт дин дәрестәрен алып барған уҡытыусылар өсөн бик тә файҙалы. Дисктар, иһә, махсус китапханала яҙҙырылған. Лото Башҡортостан мәҙәниәте, рәсем дәрестәрендә, дәрестән тыш сараларҙа, ғөмүмән ғаилә эсендә лә бик ҡыҙыҡлы уйын булып тора ала.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында уҡыусылар менән осрашыу булып үтте. Сәй табыны артында яңы баҫмалар, илдә, республикала, донъяла барған хәл-ваҡиғалар хаҡында әңгәмәләшеүҙәр барҙы. Ҡунаҡтар викторина ла ҡатнаштылар, еңелеүһеҙ лотереяла уйнанылар.
Нет аудиозаголовка!!!
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында яңы күргәҙмә асылды. Портрет, пейзаж, натюрморт жанрҙарын үҙ эсенә алған 30-ҙан ашыу фотоһүрәт тәҡдим ителә. Уларҙың авторы – профессональ рәссам, фотограф һәм дизайнер – Илгиз Әхмәҙиев.
Илгиздең эштәрендә көндәлек тормош һүрәтләнелә.
Натюрмортҡа ингән сәскәләр, еләк-емештәр, һауыт-һабалар, ниндәйҙер кимәлдә, үткәндәргә алып ҡайтһа, тиҙ үҙгәреүсән бөгөнгө көнөбөҙ ат сабышын, яңы һүнгән шәмдең төтөнөн сағылдырған һүрәттәрҙә ята.
Күргәҙмә һуҡырҙар һәм насар күреүселәргә яраҡлаштырылып, Брайль этикетажы менән башҡарылған.
Илгиз Әхмәҙиев Башҡортостан республикаһы Дүртөйлө ҡалаһында донъяға килә. Нижневартовск сәнғәт мәктәбенең художество-графика бүлегендә белем ала.
Артабан Өфө сәнғәт училищеһына уҡырга инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға.
Профессиональ эшмәкәрлеген, тыуған иленән алыҫта, рәссам-конструктор булып башлай. Өфөгә ҡайтҡас, интерьерҙар дизайны менән шөғөлләнә, фотография менән ҡыҙыҡһына.
Ҡаланың бер-нисә фотокүргәҙмәләрендә ҡатнаша һәм бүләкләнә.
2007 йыл – Карауанһарайҙа күргәҙмәһен булдыра.
2010 йыл - Өфө фотографтары Илгиз Әхмәҙиев һәм Олег Меньковтың “Сәхнә артындағы балет” фотокүргәҙмәһе үтә. Унда классик бейеүҙең сәхнә артындағы тормошо сағылдырыла.
2011 йыл – РБ-ның урман хужалығы министерствоһы «Башҡортостан тәбиғәте” фотокүргәҙмәһен ойоштора.
2014 йыл - Өфө фоторәссамдарының күргәҙмәһе, ойоштороусыһы - Өфө ҡалаһының ҡала округы администрацияһы.
2016 йыл – Дүртөйлөлә, тарихи крайҙы өйрәнеү музейында, шәхси күргәҙмәһе.
Күргәҙмә китапхананың эш ваҡыты сәғәттәрендә эшләй.
Виртуальная выставка работ Ильгиза Ахмадеева размещена в разделе Виртуальные выставки
Нет аудиозаголовка!!!
2013 йылдың 29 июлендә Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор, Ғ. Сәләм исемендәге, Дмитрий Шостакович ис. Рәсәй композиторҙары Союзы, халыҡ-ара “Филантроп” конкурсының тәүге премиялары лауреаты Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов был донъянан китеп бара.
Композиторҙың ижады симфония, опера, хор, романс жанрҙарын, эстрада һәм сәхнә йырҙарын үҙ эсенә ала.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы коллективы, тоғро уҡыусыһы һәм дуҫының яҡты иҫтәлегенә арнап, мемориаль мөйөш аса. Бында Салауат Низаметдинов уйнаған пианино, Брайль шрифты менән яҙған “Ай тотолған төндә” операһының ноталар дәфтәре, уның хаҡындағы китаптар, ижады һаҡлана.
Халҡыбыҙҙың бөйөк улы ғүмер буйына беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк.
 
Нет аудиозаголовка!!!
21 июль Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Осрашыу танылған композитор Сергей Сергей улы Прокофьевтың тыуыуына 125 йыллыҡ юбилейға арналды.
Бөгөнгө көндә композиторҙың исеме бар донъяға билдәле. Прокофьевтың ижадына “Александр Невский”, “Һуғыш һәм солох”, “Ысын кеше тураһында повесть”, “Өс әфлисунға мөхәббәт”, “Ромео һәм Джульетта” һ.б. опера һәм музыкалар инә.
Уҡыусылар композиторҙың тормошо һәм ижады менән таныштылар, йырҙарын тыңланылар.
 
 
Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тәүге тапҡыр 2008-се йылда билдәләнде. Был фекер бер-нисә йыл элек Муром ҡалаһында тыуа. Тап ошо ҡалала, христиан никахы яҡлаусылары, Петр һәм Феврония ерләнгән. Ғаилә яуаплы мөхәббәт, хөрмәт итә белеү, ғаиләңә тоғро булыу менән бер рәттән, социаль берәмек тә булып тора. РФ Конституци
яһының 38-се статьяһында былай тиелә: «Әсәлек менән балалыҡ, ғаилә хөкүмәт ҡанаты аҫтында; бала тәрбиәләү – ата-әсәнең тигеҙ бурысы; балиғ булған эшкә яраҡлы балалар эшкә яраҡһыҙ ата-әсәһен ҡарарға бурыслы.”
Яңы ғаилә байрамының символы – аҡ сәскә. Бик наҙлы һәм матур символ. Быуаттар төпкөлөнән алып аҡ сәскә Рәсәй тәбиғәтенең символы булып һанала. Боронғо славяндарҙа ул 7 изге үҫемлектәрҙең береһенән һанала.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе, ысын күңелдән, ғаилә көнө менән ҡотлайбыҙ. Ғаиләгеҙ һәр ваҡыт имен торһон, йортоғоҙҙа мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм итһен. Бәхет бер ҡасан да һеҙҙе һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ташлап китмәһен. Байрам менән!
 
 
             
 
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.