“Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында, 22 апрель “Өфө библио-эңерҙәре” һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында уҙасаҡ.
“Библиотөн”дөң быйылғы темаһы – “Яңы уҡыу”. Ойоштороусылары – Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм “Мәҙәниәт. РФ” мәҙәни мираҫ һәм йолалар порталы.
Махсус китапханала, төрлө йәш категориялары өсөн, “Экология йылы” темаһын яҡтыртҡан, 7 майҙан эшләйәсәк.
Фоторәссам Рәиф Бадыҡовтың “Кадр эсенә сумыу” күргәҙмәһе башҡорт еренең гүзәллеген аса. Акцияла ҡатнашыусыларға, республикала үҫкән үләндәрҙән, фито-сәйҙәр тәҡдим ителәсәк. Башҡорт еренең матурлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтеүҙә, беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ һәм акцияның даими партнерҙары – Башҡортостан республика Милли музейы ярҙам итәсәк.
Иң кескәй уҡыусыларыбыҙ өсөн фойела, төбәктең тәбиғәте, флораһы һәм фаунаһы тураһында, ҡулдан башҡарылған, тактиль китаптар булдырыласаҡ.
Төрлө павильондарҙа тәҡдим ителгән конкурстарҙа һәр кем үҙ көсөн һынай ала.  Тотоп ҡарап булған зоопарк, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы буйынса экологик башватҡыс, иң яҡшы актер конкурсы, төрлө мастер-класстар, шиғыр уҡыусылар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йырҙар, тәбиғәт тураһында әҙәби әҫәрҙәр белеү конкурстары мотлаҡ еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
Һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙе, билдәле башҡорт рәссамы, БР рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған рәссамы Мөнир Зөбәйеровтың “Бер рәсем күргәҙмәһе” көтә.
Майҙандарҙың береһендә Рәйсә Ғайсина “Нефть тамсыһы” китабын презентациялаясаҡ. Балалар өсөн әкиәт формаһында яҙылған был китап, быйыл, махсус китапханала, Брайль шрифты менән баҫтырылды. Рәйсә Сәхи ҡыҙы башҡорт дәүләт университеты доценты. Уның ғилми ҡыҙыҡһыныуҙарының бер йүнәлеше – кесе йәштәге мәктәп уҡыусыларына экологик белем биреү.
Теләүселәргә, акцияла ҡатнашыу иҫтәлеге итеп, акцияның эмблемаһы һәм Брайль шрифты менән исем-шәрифе яҙылған флаерҙар әҙерләнәсәк.
Акция, башҡорт кинорежиссеры Роман Пожидаевтың “Урман һуҡмағы” киноһын ҡарау менән тамамланасаҡ. Тифлокомментарийҙар махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында яҙҙырылды. Шулай уҡ, ҡатнашыусыларҙы концерт программаһы көтә. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Сара 17:00 сәғәттә башлана, 21:00 сәғ. тамамлана.
“Витамин заводы” туҡталышына тиклем һәр төрлө транспорт төрҙәре бара.
Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Мөнир Зөбәйеров “Библитөн” Бөтә Рәсәй рамкаһында күргәҙмәһен үткәрә.
Уның картиналары тере һәм теүәл, бөйөк һәм абсолют. Һәр бер төҫө күңелгә ниндәйҙер наҙлы яңғырауыҡ булып яғыла, яйлап ҡына тәбиғәткә инергә, уны аңларға ярҙам итә.
Мөнир Зөбәйеров 20-нән ашыу күргәҙмәлә ҡатнаша. Шуларҙың һигеҙе – шәхси күргәҙмәһе. Күп эштәре сит илдә шәхси коллекцияла һаҡлана. 2011-2012 йылдарҙа Башҡортостан рәссамдарының эштәре Пьемонтта, Италияла тәҡдим ителде. Шуларҙың береһендә сәнғәт тәнҡитсеһе Джорджио Барберис Мөнир Зөбәйеровтың “Ҡаҙ үләне” картинаһын маҡтап үтте.
“Ҡаҙ үләне” (2009) йөрәктәргә үтеп инерҙәй һүрәттәрҙең береһе. Боронғо ауыл ихатаһы. Ҡасандыр был бик тәрбиәле урын булған, тик хәҙер унда ҡый үләндәре, серегән һарай, утынға ярырға тип әҙерләп ҡуйылған ағас төбө генә. Әммә балтаһыҙ... Олоғайған ҡатын ошо ихатаны буйлай. Таныш картина. “Атайым мәрхүм булғас, әсәйем гел дә ошо урында йөрөй торғайны. Үткән ауыр, әммә шаулы, балалар тауышына тулған тормошон хәтерләй ине”, - ти Мөнир Мөҙәрис улы.
Рәссам үҙе академик йүнәлешкә тоғро ҡалам, ти. Рәсем мәктәбенең изге йолаларын, үткәндәрҙең мәҙәни ҡиммәтен өҫтөн ҡуя. Әммә иң мөһиме – ябай халыҡтың аңлауы, таныуы.
22 апрель сәғәт 17:00 алып 21:00 тиклем сәнғәт һөйөүселәрҙе үҙебеҙҙең махсус китапханала көтөп ҡалабыҙ.
Нет аудиозаголовка!!!
21 апрель махсус китапхананың Бәләбәй филиалы һәүәҫкәр рәссам Руслан Әхмәтовтың күргәҙмәһен уҙғарҙы.
Руслан Тәлғәт улы – насар күреүселәрҙең береһе. Насар күреүселәр өсөн махсус мәктәп-интернатта уҡыған. Мәктәп йылдарында уҡ рәссам таланты асыла. 30 йәшендә тәүге күргәҙмәһен булдыра. Т. Шевченко исемендәге пермия лауреаты. Уның эштәре, күбеһенсә, һуҡырҙар өсөн ҡулайлаштырылған
 
14 апрель Өфөнөң 28-се мәктәп-интернатында бөйөк шағир Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы кисә үтте. 
Тәрбиәләнеүселәр уның тормош һәм ижад юлы менән таныштылар, лирик шиғырҙарын тыңланылар. 
Сара, шағир тураһындағы ҡыҫҡа метражлы фильм ҡарау менән дауам итте. Викторина йомғаҡлау этабы булып торҙо.

1961 йылдың 12 апреле мәңгелеккә кешелек тарихына инеп ҡалды. Яҙҙың ошо йәмле көнөндә тәүге ракета йыһанға осто. Тәүге космонавт – Юрий Гагарин.
Яғыулыҡ-энергетик колледжы студенттары махсус китапхана уҡыусыларына Юрий Гагарин тураһында һөйләнеләр.
Тәүге осоу донъя кимәлендә ныҡ ҡыҙыҡһыныу уятты, ә Гагарин, иһә киң танылыу яуланы. 30-ға яҡын ил уны үҙенә саҡырҙы, халыҡ менән таныштырҙы. Уның йылмайыуын һәр кем таный.
Осрашыу аҙағында ҡатнашыусылар сурдотәржемә менән “Гагарин. Йыһандағы тәүге кеше” фильмын ҡаранылар

Нет аудиозаголовка!!!
Хоҡуҡ мәҙәниәтен үҫтереү, республиканың үҙәк һайлау комитеты һайлаусыларының әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу маҡсатында, һуҡырҙар йәмғиәте ойошмаһы махсус китапхана менән берлектә һайлау хоҡуғы буйынса сираттағы конкурс үткәрә.
Конкурста махсус китапхананың 18 йәше тулған бөтә ҡулланыусылары ла ҡатнаша ала.
Беренсе тур – интернет-викторина.
 

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында йәмғиәт практик фествале рамкаһы талаптарында “Президент бесәйе” китабының презентацияһы үтте.
Китаптың авторы - РФ һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры,танылған сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылары союзы ағзаһы, “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы 2016” премияһы лауреаты Марсель Сәлимов. Китап, автор тарафынан, махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында тауышландырылды.
Марсель Сәлимов “Һәнәк” журналының элекке мөхәррире, 40-ҡа яҡын китаптар авторы. Махсус китапхана уҡыусыларына һәм семинарҙа ҡатнашыусыларға ул үҙенең ижад юлы, сәйәхәттәре тураһында бәйән итте, шиғырҙарын уҡыны, рус, татар һәм башҡорт телендә көләмәстәр һөйләне.
Үҙенең әҫәрҙәрендә, яҙыусы, әсе реформаларҙың ғәҙелһеҙ ҡағиҙәләре, ябай кеше яҙмышы, бюрократия баҫымы, етәкселәрҙең наҙанлығы, коррупция, урлашыу, эскелек, наркомания темаларын күтәреп сыға. Бөгөнгө көндөң насар яҡтарын тәнҡитләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның әҫәрҙәре оптимистик рух менән һуғарылған.
Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып үтке килә: Марсель Шайнур улын, беҙҙең уҡыусылар беләләр һәм яраталар. 1996 йылдан алып, махсус китапхана уның китаптарын төрлө форматтарҙа баҫтыра. Бөгөнгө көндә лә билдәле сатирик беҙҙең көтөп алынған ҡунаҡ булып ҡала.

29 март һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған төркөмдәрен адаптациялаштырыуҙа китапханалар эшмәкәрлеге” социаль практик республика фествале үтте. Фестивалде Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм махсус китапхана ойошторҙо. Фестивалдә дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары белгестәре, инвалидтар менән эшләүсе махсус китапханалар ҡатнашты. Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығының социаль мәҙәниәт бүлеге мөдире Альбина Юлдашбаева бындай сараларҙың актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
Директор йөкләмәһен ваҡытлыса башҡарыусы И. Н. Күсәрбаева ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Директор урынбаҫары В. Н. Пантелеева инвалидтар менән эшләү, махсус китапханаларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Екатерина Савельева семинарҙа ҡатнашыусыларҙы, әүҙем ялды ойоштороуҙа, уйын технологияларының мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Китапхана ҡулланыусылары өсөн нисек скульптураларҙы һәм һүрәттәрҙе терелтеү, республика мәҙәниәте һәйкәлдәрен нисек итеп лото уйыны аша өйрәнеү буйынса мастер-класс күрһәтте.
Шулай уҡ, бик файҙалы мәғлүмәттәр менән Нефтекамск, Октябрьск, Күмертау, Өфө ҡалаларынан, Хәйбулла, Асҡын, Борай, Шишмә райондарынан килгән китапхана белгестәре уртаҡлашты.
Семинарҙың йомғаҡлау өлөшөндә, түңәрәк өҫтәл артында белгестәр практик һорауҙарҙы асыҡланы.
Семинарҙа ҡатнашыусылар практик эштәрҙе үҙҙәре һайлап алды. Проекттарҙың авторҙарына бүләктәр ҙә тапшырҙылар.
Яҙыусы, сатирик Марсель Сәлимов үҙенең һөйләй торған “Президент бесәйе” китабын презентацияланы. Китап, автор тарафынан, махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында тауышландырылды.
Семинарҙа 17 ҡала һәм 25 райондағы китапхана системаһы белгестәре ҡатнашты.
29 март 2017 йылда Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы менән берлектә “Халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған төркөмдәрен адаптациялаштырыуҙа китапханалар эшмәкәрлеге” республика социаль-практик фестивален үткәрә.
Фестивалдең төп маҡсаты – яңы технологиялар аша инвалидтарҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыуҙа, социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре менән уртаҡ эш итеүҙе үҫтереүҙә күп көс һалған китапханалар эшмәкәрлеге тураһында фекер алышыу.
Фестивалдә дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары белгестәре, инвалидтар менән эшләүсе махсус китапханалар ҡатнашасаҡ. Барыһына ла сертификаттар таратыласаҡ.
Шулай уҡ, сара барышында яҙыусы Марсель Сәлимов “Алтын тауыштар” серияһынан китап уҡыясаҡ.
Республика фестивале Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса 10:00 сәғ. башлана. “Витамин заводы” туҡталышына тиклем һәр төрлө транспорт төрҙәре бара
Нет аудиозаголовка!!!
Рәсәй Федерацияһы президенты указы буйынса, 2008 йылдан алып, 25 март – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө тип билдәләнә.
Бөгөн, 23 март, Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы залына, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен тантаналы бүләкләүгә йыйҙылар. Бүләкләү тантанаһын республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова алып барҙы.
“Ҡәҙерле дуҫтар! Бөткөһөҙ эштәрегеҙ өсөн һеҙгә һәм һеҙҙең коллегаларығыҙа оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ бергә тормош һәм мәҙәниәт ҡиммәттәрен формалаштырабыҙ, үткән быуындарҙан ҡалған иң бөйөк аманаттарҙы һаҡлайбыҙ. Мәҙәни мираҫты үҫтерәбеҙ, бөгөнгө көндө булдырабыҙ. Ветерандарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Сөнки тап улар беҙҙең эшебеҙгә ныҡлы нигеҙ һалғандар. Тап уларҙың тәүге кирбестәренә таянып эш итәбеҙ. Башҡортостан етәкселәре яғынан мәҙәниәт өлкәһенә оло иғтибар бүленә. Беҙ барыбыҙ ҙа тик камиллыҡҡа хеҙмәт итәбеҙ. Хоҙайға шөкөр, арабыҙҙа битараф кешеләр юҡ. Барағыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, илһам һәм ижади үрҙәр теләйем”, - тип билдәләне мәҙәниәт министры.
Мәҙәниәт эшмәкәрҙәре почет грамоталары менән бүләкләнде, ҡайһылары почетлы исемгә лә лайыҡ булды. Махсус китапханаға ла “2016 йылда Башҡортостан республикаһы халҡына күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн” рәхмәт хаты тапшырылды.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.