Нет аудиозаголовка!!!

3 март бөйөк композитор, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге, “Филантроп” халыҡ-ара конкурсының тәүге премиялары лауреаты, Рәсәйҙең Д. Шостакович ис. композиторҙар Союзы премияһы лауреаты Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 60 йыл тулған булыр ине. 

Бөтә ғүмерен Салауат Низаметдинов музыкаға бағышлай. Уның ижадында опера ла, симфония ла, хор ҙа, романс та, драма спектаклдәренә музыка ла, эстрада йырҙары ла бар.  

Салауат ағай беҙҙең китапхананың да әүҙем ҡулланыусыһы була торғайны. Ижади кисәләре үтә ине. Китапханала, төрлө форматтарҙа, уның ижады баҫтырылды.  

Композиторҙың тыуған көнөнә арнап, 28-се коррекциялы мәктәп-интернаты уҡыусыларына викторина үткәрелде.  

Викторина барышында уҡыусылар Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә виртуаль китап күргәҙмәһе менән таныштылар.  

Нет аудиозаголовка!!!

Кисә һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында ике күргәҙмә үтте. Рәиф Бадыҡовтың “Кадр эсенә сумыу” һәм “Берҙәмлек” тең төрлө экспозицияларҙа башҡарылған эштәре тәҡдим ителде. Күргәҙмә темаһы экология йылына бағышланды. Һәр һүрәт кешенең эске донъяһын, тәбиғәттең гүзәллеген матур биҙәктәр аша аса.  

Рәиф Бадыҡов – күптән инде фотоһүрәттәр илен яулаған, киң билдәле шәхес. Уны Башҡортостан менән Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә беләләр. 

Ә “Берҙәмлек” ойошмаһы инде, үҙ сиратында, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттарының эшен күрһәтте.  

Күргәҙмәләр күреү һәләтенән яҙған ҡулланыусыларға яраҡлаштырылды.

Нет аудиозаголовка!!!

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Берҙәмлек күргәҙмәһе асыла. Экспозицияла М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты художество-график факультеты студенттарының төрлө техника менән башҡарылған курс һәм диплом эштәре тәҡдим ителә.  

Эш төрөнөң ниндәйе генә юҡ: рәсем, батик, рельеф, текстиль һәм тире, ҡағыҙҙа башҡарылғандары ла күп. Ҡыҙыҡлы итеп буталған төҫтәр башҡорт колориты мотивтарын сағылдыра. Ҡулланылған техника һәм материалдарҙың төрлө планда бирелеүе, йәш авторҙарҙың оҫта булыуы, донъяға киң ҡарашлы булыуҙары тураһында һөйләй.  

Художество-графика факультеты үҙенең тәүге тарих битен 1974 йылда аса. Уның республикала ла, Рәсәйҙә лә авторитеты ҙур.  

70-тән ашыу сығарылған студенттары рәссамдар союзының һәм РФ дизайнерҙары союзының ағзаһы булып тора. Шулай уҡ, улар араһында докторҙар, фән кандидаттары, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә эшләгән, танылыу яулаған белгестәр бар. Уларҙың 30-ға яҡыны почетлы исемдәргә лайыҡ, дәүләт һәм йәштәр премиялары лауреаттары, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүселәр.  

Буласаҡ рәсем, технология уҡытыусыларын, дизайнерҙарҙы, рәссамдарҙы юғары квалификациялы уҡытыусылар әҙерләй. Шулай уҡ, курстар. Мастер-класстар уҙғарыла. Уҡыу аҙағынан, дәүләт өлгөһө буйынса, дипломдар, сертификаттар бирелә.   

Студенттар өлкә, Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашалар. Иң яҡшы эштәр республиканың һәм Рәсәйҙең күргәҙмә залдарында, галереяларҙа урын ала.  

Список публикаций о ГБУК РБ БРСБС  в газетах и журналах 2016 год

 
 
Аралбаева, Л. Праздник сатирика [Текст]: в Уфе издан трехтомник Марселя Салимова для слепых читателей / Л. Аралбаева // Вечерняя Уфа. - 2016. - № 110. - С. 3. [Башкирская республиканская специальная библиотека для слепых издала юмористические книги писателя Марселя Салимова в форматах адаптированных для людей с ограниченными возможностями здоровья].
Undefined

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы экология йылына бағышлап “Кадр эсенә сумыу” фото-эштәрен тәҡдим итә. Күргәҙмәлә танылған фоторәссам Рәиф Бадыҡовтың утыҙға яҡын ижады урын алған. 

Буласаҡ фоторәссам 1946 йылда Башҡорт АССР-ның Йәрмәкәй районы Исламбахты ауылында эшсе ғаиләһендә донъяға килә.  

1963 йылдан алып Рәиф Өфөлә йәшәй һәм эшләй. “Төҙөүсе тауышы” гәзите менән хеҙмәттәшлек итә башлай. 1980 йылдан “Киске Өфө” гәзитенә фотокорреспондент булып тәғәйенләнә. 1983 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Рәиф Бадыҡов “Республика Башҡортостан” гәзитендә эшләй. Уның фотолары гәзиттең күп материалдарын биҙәй. Ул барлыҡ республиканы урап сыҡҡан, күп ауыл-ҡалаларҙы күргән, билдәле шәхестәр, дәүләт эшмәкәрҙәре менән осрашҡан шәхес.  

1979 йылдан алып “Ағиҙел” кинофотоклубында әүҙем эшләй, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фото-күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Рәсәй ҡалаларында, Францияла, Ҡытайҙа, Төркиәлә һ.б. илдәрҙә лә эштәре күрһәтелә. 1991 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы фоторәссамдары иҫәбенә инә.  

2001 Йылда Өфөлә “Рәиф Бадыҡовтың йөҙ мәле” фотоальбомы баҫтырыла. 2006 йылда “Асыш юлдары” исемле документаль һәм әҙәби икенсе йыйынтыҡ донъя күрә.  Коллегалары менән бергә Рәиф Бадыҡов “Ҡоролтай”, “Башҡортостан”, “Өфө”, “Ҡара диңгеҙ” һ.б. фотоальбомдарын сығара.  

Фотопортрет Рәифтең яратҡан жанры. Киң танылыу яулаған “Борис Домашников”, “Зәйнәб апа”, “Мостай Кәрим” портреттарының да авторы тап ул.  

Китапханала тәҡдим ителгән күргәҙмәлә документаль һәм әҙәби фотолар урын алған. Күп өлөшө һуңғы 5 йылда төшөрөлгән. Рәиф Бадыҡовтың ижадына дәүләт һәм йәмәғәт юғары баһа ҡуя. “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре”, “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре” почетлы исемдәренә лайыҡ. Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Рафаэль Исламов исемендәге премиялар лауреаты.  

Күргәҙмә Өфө ҡалаһы, 47 адресы буйынса урынлашҡан. Транспорт туҡталышы: Витамин заводы.

Рәсәй Федерацияһының экологик хәлен үҫтереүгә йәмәғәтте ылыҡтырыу, биологик төрҙәрҙе һаҡлау маҡсатында 2017 йыл экология йылы тип иғлан ителде.  
Беҙҙең республикала 3 заповедник (Башҡорт, Көньяҡ-Урал, Шүлгәнташ заповедниктары), дарыу үләндәрен һаҡлау буйынса 12 заказник, 15 һунар заказнигы, Башҡорт милли паркы, 2 тәбиғәт паркы, 150-нән ашыу тәбиғәт ҡомартҡылары бар.  Һаҡ аҫтына алынған тәбиғәт территорияһы 1226 га майҙанды биләй. 
Урмандар республиканың 40% территорияһын ала. Унда төрлө-төрлө ағастар үҫә.  
Шулай уҡ, 77 төр һөтимәрҙәр, 300-ҙән ашыу ҡоштар төрө, 42 төр балыҡ, 11 төр һөйрәлеүселәр, 15 меңдән ашыу бөжәктәр төрө, 276 төр үрмәкселәр, 73 төр талпан,  һ.б. иҫәпләнә. Ҡыҙыл китапҡа 18 төр һөтимәрҙәр, 49 төр ҡош, 7 төр балыҡ һ.б. индерелгән.  
Тап шуға күрә лә, Башҡортостан тәбиғәте “Йәшә, китап” акцияһының темаһына әйләнде.  
Китапхана хеҙмәткәрҙәре 28-се мәктәп-интернат уҡыусыларына ҡайһы бер хайуандар тураһында һөйләне. Йәнлектәр хаҡында шиғырҙар, йомаҡтар, әкиәттәр иҫкә алынып үтте.
Үткән аҙнала һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында уҡыусыларҙың йыллыҡ йыйылышы уҙғарылды. Бүлек мөдирҙәре уҙған йылға йомғаҡ яһанылар, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап ҡайтарҙылар. Китапхана эшенең яҡшы яҡтарын тасуирлауҙан тыш, үҫмерҙәр һәм урта йәштәгеләр араһында китап уҡыу әүҙемлеге кәмеүехаҡында ла телгә алынып үтте. Статистик мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, сайтта “һуҡырҙар өсөн интернет-уҡыу” бүлегенә мөрәжәғәт итеүселәр күп.  
Йыйылыш, шулай уҡ, махсус китапхананың филиалдарында ла уҙғарылды.  
Йомғаҡлап әйткәндә, уҡыусыларкитапхананың уҙған йылдағы эше менән ҡәнәғәт.
Нет аудиозаголовка!!!

Рәсәй Федерацияһында экологик яҡты яҡшыртыу, үҫтереү, биологик төрҙәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 2017 йылды Экология йылы тип иғлан ителде.  

Махсус китапханала был темаға ярашлы бер-нисә китап күргәҙмәһе булдырылды. Ойоштороу бүлеге “Ер – нескә планета: 2017 йыл – Экология йылы” презентацияһын үткәрҙе. Күргәҙмәлә, һуҡырҙар өсөн был темаға ярашлы китаптар тәҡдим ителде. Г. Ш. Вилданов тарафынан төҙөлгән Брайль шрифтлы “Башҡортостандың йәшел донъяһы” китабы, аудіо-форматтарҙа “Экология һәм беҙ”, Ю. Дмитриевтың “Планета буйынса күршеләр: һөйрәлеүселәр, һөтимәрҙәр һ.б.”, кескәй уҡыусыларыбыҙ өсөн “Йыл миҙгелдәре” тактиль китаптары кәштәләргә сығып ятты.  

Бер-нисә баҫма менән “Бармаҡ остарында Башҡортостан”, “Республиканың ер аҫты байлыҡтары”, “Урал мәрйене” китаптары ла уҡыусыларға тәҡдим ителде.

Нет аудиозаголовка!!!

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы сайтының хөрмәтле ҡулланыусылары! 

Һеҙҙең иғтибарға, сайттағы ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе тәҡдим итәбеҙ. “Һуҡырҙар өсөн интернет уҡыу” проекты РФ мәҙәниәт министерствоһынан финанс ярҙам күрҙе. Шуға бәйле “һөйләй торған” китаптар базаһының мөмкинлектәре артты.  

Беҙҙең уҡыусылар хәҙер китаптарҙы өйҙән сыҡмайынса ла ала алалар. Виртуаль китапханала, хеҙмәткәрҙәр, уҡыусыларҙың теләктәрен күҙ уңында тотоп, күләмле китаптар әҙерләгәндәр. 

Китапханаларҙа документтарҙы онлайн тапшырыу технологияһы 10 йыл элек тиерлек үк булдырылған, әммә әлеге ваҡытта автор хоҡуғын да иҫәпкә алмай булмай. Шуға күрә Рәсәйҙең махсус китапханалары, ҡулланыусыларына, һаҡланған форматта, пароль менән генә күсереп алырға мөмкинлек бирә.  

Ошоноң менән бәйле беҙҙең китапханала күсереп алыу статистикаһы артты. Ҡарап тороуға был ябай китаптарҙы алған кеүек, әммә был осраҡта китаптың оригиналы китапханала ҡала, шуға күрә, ҡулланыусы уны кире ҡайтармаһа ла була. Интернет уҡыуҙа бер ҡасан да бестселлерҙарға сират юҡ. Кәрәкле аудиофайлды Интернет аша, тәүлектең теләһә ниндәй сәғәтендә лә күсереп була. Китапты флеш-картаға яҙҙырырға һәм тифлофлешплеерҙа тыңларға кәрәк.  

Нет аудиозаголовка!!!

Махсус китапхананың хеҙмәтләндереү бүлегендә бөйөк композитор, профессор, сәнғәт институтының тәүге ректоры Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йылға бағышланған китаптар күргәҙмәһе тәҡдим ителә.  

Композиторҙың музыкаль ижады башҡорт мәҙәниәтенә оло үҫеш килтерҙе. Яҡташ шағирҙарҙың әҫәрҙәренә күп кенә йырҙар яҙҙы. Уның тематикаһы тыуған яҡты, гүзәл Башҡортостандың тәбиғәтен яҡтырта.  

Беҙҙең сайтта Заһир ағайҙың, Милли симфоник оркестры тарафынан башҡарылған, ижады “Мин симфония тыңлар инем” бүлегендә бар.  

Күргәҙмәнең нигеҙе булып Ш. Мәсәүетовтың 1967 йылда сыҡҡан “З. Исмәғилев. Ҡурайҙан алып операға тиклем” китабы тора. Шулай уҡ махсус форматта сығарылған “Заһир Исмәғилев. Операларҙан иң яратҡан ариялар” СD-диск та урын алған. 

Күргәҙмәлә тағы ла композиторҙың тормош һәм ижад юлын һүрәтләгән башҡа төрлө баҫмалар ҙа бар.   

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.