Нет аудиозаголовка!!!
Хоҡуҡ мәҙәниәтен үҫтереү, республиканың үҙәк һайлау комитеты һайлаусыларының әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу маҡсатында, һуҡырҙар йәмғиәте ойошмаһы махсус китапхана менән берлектә һайлау хоҡуғы буйынса сираттағы конкурс үткәрә.
Конкурста махсус китапхананың 18 йәше тулған бөтә ҡулланыусылары ла ҡатнаша ала.
Беренсе тур – интернет-викторина.
 

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында йәмғиәт практик фествале рамкаһы талаптарында “Президент бесәйе” китабының презентацияһы үтте.
Китаптың авторы - РФ һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры,танылған сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылары союзы ағзаһы, “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы 2016” премияһы лауреаты Марсель Сәлимов. Китап, автор тарафынан, махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында тауышландырылды.
Марсель Сәлимов “Һәнәк” журналының элекке мөхәррире, 40-ҡа яҡын китаптар авторы. Махсус китапхана уҡыусыларына һәм семинарҙа ҡатнашыусыларға ул үҙенең ижад юлы, сәйәхәттәре тураһында бәйән итте, шиғырҙарын уҡыны, рус, татар һәм башҡорт телендә көләмәстәр һөйләне.
Үҙенең әҫәрҙәрендә, яҙыусы, әсе реформаларҙың ғәҙелһеҙ ҡағиҙәләре, ябай кеше яҙмышы, бюрократия баҫымы, етәкселәрҙең наҙанлығы, коррупция, урлашыу, эскелек, наркомания темаларын күтәреп сыға. Бөгөнгө көндөң насар яҡтарын тәнҡитләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның әҫәрҙәре оптимистик рух менән һуғарылған.
Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып үтке килә: Марсель Шайнур улын, беҙҙең уҡыусылар беләләр һәм яраталар. 1996 йылдан алып, махсус китапхана уның китаптарын төрлө форматтарҙа баҫтыра. Бөгөнгө көндә лә билдәле сатирик беҙҙең көтөп алынған ҡунаҡ булып ҡала.

29 март һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған төркөмдәрен адаптациялаштырыуҙа китапханалар эшмәкәрлеге” социаль практик республика фествале үтте. Фестивалде Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм махсус китапхана ойошторҙо. Фестивалдә дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары белгестәре, инвалидтар менән эшләүсе махсус китапханалар ҡатнашты. Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығының социаль мәҙәниәт бүлеге мөдире Альбина Юлдашбаева бындай сараларҙың актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
Директор йөкләмәһен ваҡытлыса башҡарыусы И. Н. Күсәрбаева ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Директор урынбаҫары В. Н. Пантелеева инвалидтар менән эшләү, махсус китапханаларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Екатерина Савельева семинарҙа ҡатнашыусыларҙы, әүҙем ялды ойоштороуҙа, уйын технологияларының мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Китапхана ҡулланыусылары өсөн нисек скульптураларҙы һәм һүрәттәрҙе терелтеү, республика мәҙәниәте һәйкәлдәрен нисек итеп лото уйыны аша өйрәнеү буйынса мастер-класс күрһәтте.
Шулай уҡ, бик файҙалы мәғлүмәттәр менән Нефтекамск, Октябрьск, Күмертау, Өфө ҡалаларынан, Хәйбулла, Асҡын, Борай, Шишмә райондарынан килгән китапхана белгестәре уртаҡлашты.
Семинарҙың йомғаҡлау өлөшөндә, түңәрәк өҫтәл артында белгестәр практик һорауҙарҙы асыҡланы.
Семинарҙа ҡатнашыусылар практик эштәрҙе үҙҙәре һайлап алды. Проекттарҙың авторҙарына бүләктәр ҙә тапшырҙылар.
Яҙыусы, сатирик Марсель Сәлимов үҙенең һөйләй торған “Президент бесәйе” китабын презентацияланы. Китап, автор тарафынан, махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында тауышландырылды.
Семинарҙа 17 ҡала һәм 25 райондағы китапхана системаһы белгестәре ҡатнашты.
29 март 2017 йылда Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы менән берлектә “Халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған төркөмдәрен адаптациялаштырыуҙа китапханалар эшмәкәрлеге” республика социаль-практик фестивален үткәрә.
Фестивалдең төп маҡсаты – яңы технологиялар аша инвалидтарҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыуҙа, социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре менән уртаҡ эш итеүҙе үҫтереүҙә күп көс һалған китапханалар эшмәкәрлеге тураһында фекер алышыу.
Фестивалдә дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары белгестәре, инвалидтар менән эшләүсе махсус китапханалар ҡатнашасаҡ. Барыһына ла сертификаттар таратыласаҡ.
Шулай уҡ, сара барышында яҙыусы Марсель Сәлимов “Алтын тауыштар” серияһынан китап уҡыясаҡ.
Республика фестивале Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса 10:00 сәғ. башлана. “Витамин заводы” туҡталышына тиклем һәр төрлө транспорт төрҙәре бара
Нет аудиозаголовка!!!
Рәсәй Федерацияһы президенты указы буйынса, 2008 йылдан алып, 25 март – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө тип билдәләнә.
Бөгөн, 23 март, Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы залына, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен тантаналы бүләкләүгә йыйҙылар. Бүләкләү тантанаһын республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова алып барҙы.
“Ҡәҙерле дуҫтар! Бөткөһөҙ эштәрегеҙ өсөн һеҙгә һәм һеҙҙең коллегаларығыҙа оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ бергә тормош һәм мәҙәниәт ҡиммәттәрен формалаштырабыҙ, үткән быуындарҙан ҡалған иң бөйөк аманаттарҙы һаҡлайбыҙ. Мәҙәни мираҫты үҫтерәбеҙ, бөгөнгө көндө булдырабыҙ. Ветерандарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Сөнки тап улар беҙҙең эшебеҙгә ныҡлы нигеҙ һалғандар. Тап уларҙың тәүге кирбестәренә таянып эш итәбеҙ. Башҡортостан етәкселәре яғынан мәҙәниәт өлкәһенә оло иғтибар бүленә. Беҙ барыбыҙ ҙа тик камиллыҡҡа хеҙмәт итәбеҙ. Хоҙайға шөкөр, арабыҙҙа битараф кешеләр юҡ. Барағыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, илһам һәм ижади үрҙәр теләйем”, - тип билдәләне мәҙәниәт министры.
Мәҙәниәт эшмәкәрҙәре почет грамоталары менән бүләкләнде, ҡайһылары почетлы исемгә лә лайыҡ булды. Махсус китапханаға ла “2016 йылда Башҡортостан республикаһы халҡына күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн” рәхмәт хаты тапшырылды.
Бөгөн асыҡ йөрәктәр клубының ултырышы уҙғарылды. Осрашыу “Баҡсасығакәңәштәр”темаһына ҡоролдо. Сәй өҫтәле артында орлоҡто ҡайһы ваҡытта сәсергә, нисек тәрбиәләргә, ауырыуҙарын дауалау тураһында фекерҙәр һәм кәңәштәр менән алышыныу барҙы. Шулай уҡ, баҡсасылыҡ темаһына викторина ла үткәрелде.
Ултырыштың икенсе яртыһында ҡатнашыусылар “Осрашыу урынын алыштырырға ярамай”фильмының икенсе серияһын ҡаранылар. Был фильмға тифлокомментарийҙар махсус китапхана студияһында яҙҙырылды.
Бындай йылы осрашыуҙан барыһы ла күтәренке кәйеф менән таралышты
Нет аудиозаголовка!!!
 
Шиғриәт – кешелек тарихының иң боронғо сәнғәте. Уның ҡасан барлыҡҡа килгәнен бер кем дә белмәй.
Шағирҙарҙы пәйғәмбәр тип тә йөрөткәндәр. Боронғо дәүерҙә шағирҙар мөғжизәле һүҙҙәр менән урман серҙәрен асҡандар, үҫемлектәрҙе терелткәндәр, баҡсаларҙы сәскәгә күмгәндәр.
Башҡортостан үҙ ерендә күп кенә талантлы һүҙ оҫталарын үҫтерҙе. Шуларҙың береһе бөйөк шағир – Рәми Ғарипов. Шиғырҙары уның тыуған ер, ғәзиз халҡы, гүзәл тәбиғәте мотивтары менән һуғарылған. Йәшәйеш мәғәнәһе, халыҡтың тарихы, теле, киләсәге яҙмышы тип янған шағир мотлаҡ халыҡтың ғорурлығы булмайынса мөмкин дә түгел.
Рәми Ғарипов, шулай уҡ, Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Рудаки һ.б. сит милләт авторҙарының ижадын да тәржемә итеп башҡорт халҡына еткерҙе. Иң бирелеп эшләгән эше - Ғүмәр Хаям ижады тәржемәһе. Уның һөҙөмтәһе булып “Минең анталогиям” китабы тора.
Шағирҙың күп шиғырҙары үҙе тере саҡта баҫылмай. Был донъянан китеп барғас ҡына, шағир киң танылыу ала.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында, шағирҙың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы “Йырҙарыма ҡайтҡан саҡта…” тип аталған китап күргәҙәмһе булдырылды.
 
На книжной выставке представлены произведения Рами Гарипова в доступных для слабовидящих и незрячих форматах:
Электронные ресурсы: Гарипов, Р. (Ғарипов Р.). Возвращение [Мультиязыковой электронный ресурс] = Ҡайтыу / Р. Гарипов; чит. А. Комарова (рус.), А. Абизова (баш.).— Уфа: БРСБС, 2010.— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 3 ч 11 м 29 с.- Формат МР3 .— С изд.: Уфа: Китап, 1996 (баш.); М.: Современник, 1981, Уфа: Баш. кн. изд-во, 1969 (рус.).
Гарипов, Р. Я. Стихотворения. Поэмы [Электронный ресурс]: на баш. яз. / Р. Я. Гарипов; чит. А. Сабирьянова.— Уфа: БРСБС, 2012 .— (Лауреаты премии им. Салавата Юлаева).— Запись с ориг. : Уфа: БРСБС, 2007, 1995, 2012.
Гарипов, Р. Я. Стихотворения. Поэмы: на баш. яз. / Р. Я. Гарипов ; чит. А. Сабирьянова .— Уфа : БРСБС, 2007 .— (Лауреаты премии им. Салавата Юлаева) .— Запись с ориг. : Уфа: Китап, 1996. — 2 касс.: 15 ч. 54 м. 21 с.
Кроме этого в фонде специальной библиотеки имеются плоско-печатные издания, доступные для слабовидящих и незрячих с помощью адаптационных средств или чтеца: Гарипов, Р. Из дневников [Текст] = Көндәлектәр : на баш. яз. / Рами Гарипов; под ред. В. У. Сафиной.— Уфа: Китап, 2012 .— 376 с. — (Школьная библиотека).
Гарипов, Р. Я. Сочинения: в 3 т. Т. 1 [Текст] = Әсәрзәр. Өс томда. 1 том: стихи, поэмы: на баш. яз. / Р.Я. Гарипов.— Уфа : Китап, 1996 .— 448 с.
Гарипов, Р. Я. Сочинения: в 3 т. Т. 2 [Текст] = Әсәрзәр. Өс томда. 2 том: дневники, письма, статьи: на баш. яз. / Р.Я. Гарипов .— Уфа : Китап, 1998 .— 592 с.
Гарипов, Р. Я. Сочинения: в 3 т. Т. 3 [Текст] = Әсәрзәр. Өс томда. 3 том: дневники, письма, переводы: на баш. яз. / Р.Я. Гарипов.— Уфа: Китап, 2001 .— 640 с.
О поэте много написано воспоминаний современников: Гарипов, Рами Ягафарович (1932-1977; народный поэт Башкортостана) . Прошу - не надо горьких слов. / Р. Я. Гарипов; авт. пред., пер. Г. Кацерик // .— : 1 фот. — (Поэзия).
Бикбаев, Рауил. Рәми [Текст] = Рами: книга о поэте: Шағир тураһында китап / Р. Бикбаев .— Өфө : Китап, 2007 .— 616 бит .
 
 
Нет аудиозаголовка!!!
Бөгөн, 3 март, бөйөк композитор, Д. Шостакович, Ғ. Сәләм исемендәге, халыҡ-ара “Филантроп” премиялары лауреаты Салауат Әхмәҙи улы Низаметдиновҡа 60 йәш тулған булыр ине. Тик яҙмыш аяуһыҙ.. Оҫта үҙе арабыҙҙан китһә лә, ижады халыҡ күңелендә ҡалды.
Бөтә ғүмерен Салауат ағай музыкаға арнаны. Уның жанр диапазоны ифрат киң: опера, симфония, хор, романс, драма әҫәрҙәренә көйҙәр, эстрада йырҙары һ.б.
Композитор махсус китапхананың әүҙем уҡыусыһы ғына түгел, ә дуҫы ла ине. Классика яратты, йәш шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыны, балалары өсөн мәктәп программаһы буйынса әсбаптар алды. Танылыу яулағас, китапханала уның ижад кисәләре уҙғарылды. 2003 йылда “Артылыу” (“Восхождение”) исеме аҫтында композиторҙың ижадына арналған тәүге электрон китап нәшер ителде. Уның йырҙарын, симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәрен китапхана тауышландырылған вариантта әленән-әле сығарып торҙо. 50 йәшлек юбилейына тулы текстлы “Маэстро-50” биобиблиографик электрон күрһәткес, ә 55 йәшлек юбилейына “Һынмаған нота” (“Несломленная нота”) исемле күрһәткес сығарылды.
2013 йылда Л. Брайль шрифты буйынса һәм тауышландырылған вариантта Салауат Низаметдиновтың, Виктория Симонова менән берлектә яҙылған, “Тәүбә” (“Исповедь”) тигән хәтирәләр китабы баҫтырылды.
Салауат Низаметдинов, кеше булараҡ та, күренекле шәхес булараҡ та беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Нет аудиозаголовка!!!

20 февраль коррекция мәктәбенең 1-3 класс уҡыусылары махсус китапхананың Бәләбәй филиалында булып ҡайттылар. Китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларға күргәҙмә экскурсия ойошторҙолар, тактиль, ҙур шрифтлы, флеш-карталарҙағы китаптар, рельеф-графикалы әсбаптар, тифлотехника менән таныштырҙылар. Шулай уҡ, уҡыусылар Луи Брайльдең рельефлы-нөктәле шрифтының барлыҡҡа килеү тарихын да ишеттеләр. 

Экскурсия барышында, һәр кем үҙ һорауына төплө яуаптар алды

Нет аудиозаголовка!!!

21 февраль махсус китапханаға һәүәҫкәр шағирә Әлиә Зәки ҡыҙы Хәйруллина киләсәк.  

Әлиә Зәки ҡыҙы 1939 йылда Борай районының Борай ауылында донъяға килгән. Бик иртә атайһыҙ ҡалған ҡыҙ, әсәһенең уң ҡулына әйләнә. Мәктәпте тамамлағас, шунда уҡ вожатый булып ҡала. Һуңынан Бөрө педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй, һуңынан завуч урынын ала. Тоғро хеҙмәте өсөн, “РФ-ның мәғариф отличнигы”, “РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре” исемдәренә лайыҡ. Мәктәптән һуң, Борай районы администрацияһының мәҙәниәт бүлеген етәкләй. 

2015 йылда, татар телендә, “Рәхмәт һиңә, яҙмыш!” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Билдәле композиторҙар Әлиәнең шиғырҙарына йырҙар ҙа яҙа. 

Шулай уҡ, Борай районының талантлы кешеләре хаҡында ағалы-ҡустылы Әлфир һәм Марс Ғәйфуллиндарҙың һүрәттәре лә һөйләр. Уларҙың рәсемдәрендә тыуған ерҙәренең гүзәл тәбиғәте ята. Күп осраҡта, был тәбиғәт ҡосағына кеше һыны индерелмәгән. Унда ҡышҡы ауыл, йылға-күлдәр, тауҙар, ҡояш байышы урын алған.  

Осрашыу барышында, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ, автор башҡарыуында, шиғырҙар, Борай районының һәүәҫкәр артистары йырҙарын тыңлай, һүрәттәр күргәҙмәһен ҡарай ала.  

Осрашыу 21 февраль, 14:00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса уҙасаҡ.  

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.