13 июнь Хәтер һәм ҡайғы көнөндә махсус китапханала күсермә тактиль күргәҙмә эшләйәсәк. Күргәҙмә "РБ-ла Рәсәйҙең эҙләү хәрәкәте" дөйөм Рәсәй йәмғиәт хәрәкәте менән берлектә ойошторола. 
Эҙләү отряды командиры Елена Вязовцева экскурсанттарға, нисек итеп 1941 йылдың 22 июнендә Германия иҫкәртеүһеҙ Рәсәйгә баҫып ингәне тураһында һөйләйәсәк. 
Башланыу ваҡыты: 14:00.
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә Гөлнур Яҡупованың "Йыртҡыс ҡаны" китабы донъяға сыҡты. Әҫәр ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифы менән башҡорт телендә ике китапта баҫылды. 
Башҡорт яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың повесында https://vk.com/id186929380 Һәҙиә исемле ҡатындың яҙмышы тураһында һөйләнелә. Һәҙиәгә башҡа һыймаҫлыҡ ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Яуыз кешеләрҙән ҡасып, Урал урмандары хужаһы - айыуҙа яҡлаусы таба. Ярты ғүмерен ҡырағай тәбиғәттә үткәргәндән һуң ғына, кешеләр янына ҡайтырға рух көсө таба. Ҡан һәм күҙ йәштәре, мөхәббәт һәм ауырлыҡтар, өмөттәрҙең селпәрәмә килеүе һәм ышаныс табыу - барыһы ла Һәҙиәнең ғүмер юлында осрай.
Нет аудиозаголовка!!!
7 июнь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы белгестәре Мишкә муниципаль Үҙәк китапхана системаһында тифлосессия үткәрәсәк. Семинарҙа Башҡортостан Республикаһының ҡала һәм райондарынан дөйөм хеҙмәтләндереү китапхана белгестәре ҡатнашасаҡ. 

Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәғлүмәт алыуы буйынса һорауҙар ҡараласаҡ. Ҡатнашыусылар адаптив һәм виртуаль режимда мәғлүмәт алыуҙы булдырыу үҙенсәлектәре тураһында беләсәк. 
Тифлосессия түңәрәк өҫтәл менән тамамланасаҡ.
Нет аудиозаголовка!!!
Йәйҙең тәүге көнөндә күп илдәрҙә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үтә. Бының турала ололар ҙа, балалар ҙа бик яҡшы белә. Был көндөң төп маҡсаты: балаларҙы ауырлыҡтарҙан ҡурсалау. Быйыл беҙҙең китапханасылар тура эфирҙа тифлосәғәт әҙерләне. Эфир яҙмаһы Одноклассники социаль селтәрендә. Запись трансляции на платформе социальной сети Одноклассники
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары 2023" республика конкурсында "Башҡорттарҙың халыҡ сәнғәте" әсбабы менән еңеү яуланы. 

Республика конкурсы 2001 йылдан алып уҙғарыла. "Рәсәйҙәң иң яҡшы 100 тауары" Программаһының төбәк этабы булып тора. 
Конкурс бурыстары булып иң яҡшы тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәрҙе билдәләү, ватан предприятилераның һәм лидер ойошмаларҙың позитив тәжрибәһен таратыу, сифат менеджментының эффектлы системаларын ҡулланыуға индереүгә булышлыҡ итеү торҙо. Конкурста ҡатнашырға быйыл республиканың 100 предприятиеһы ғариза тапшырҙы. Конкурс киләһе номинацияларҙа үтте: "етештереү-техник тәғәйенләнештәге продукция", "халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары", "халыҡ өсөн аҙыҡ-түлек тауарҙары", "хеҙмәтләндереү".
Баһалау критерийҙары: сифат һәм конкурент була алыу, прогрессив технологиялар индереү, прогрессив етештереүҙе үҫтереү һәм тауарҙы һатыу һ. б. 
Китапхана конкурсҡа " Башҡорттарҙың халыҡ сәнғәте" ҡабарынҡы график әсбабын тәҡдим итте. Был китап сериялары тыуған яҡты, халыҡ сәнғәтен өйрәнеү буйынса материалдарҙан тора. Әсбап стационар китапханаларға ғына түгел, республика территорияһындағы бөтә дөйөм хеҙмәтләндереү китапханаларына ла, махсус мәктәп һәм балалар баҡсаларына ла, РФ махсус китапханаларына ла таратыла. 
Махсус китапхана был конкурста икенсе тапҡыр лауреат булды.
"Китап-байрам" йәрминкәһе сиктәрендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы председателе Айгиз Баймөхәмәтов шағир-тәржемәсе, "Алтын-сака" балалар нәшриәте мөхәррире Саят Камшигерға махсус китапхана эшен тәҡдим итте. 

Китапхана директоры Айгөл Әминова Саят Камшегурҙы китапхана эшенең төп йүнәлештәре, социомәҙәни реабилитациялау, нәшриәт һәм методик эшмәкәрлек менән таныштырҙы. Башҡорт телендә китаптар һәм әсбаптар баҫтырыуға ентекләберәк туҡталып китте. 
Саят Камшегур, үҙ сиратында, мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән эшләүҙә ижади уңыштар теләне, билдәле ҡаҙаҡ мәҡәлен әйтте: "Кем китап уҡымай, шуға киләсәк асылмай". 
#БРСБС 
#СоюзПисателейБашкортостана 
#АйгизБаймухаметов

 

Нет аудиозаголовка!!!
28 май, 11:00 сәғәттә, "Китап-байрам" йәрминкәһе сиктәрендә, "Инвалидтарға ситуацион ярҙам" мастер-класы үтте. 
Спикерҙар: дефектолог, тифлопедагог Юрий Панчишин, ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы йәмғиәт советы ағзаһы Руслан Шәйхуллин. 
Мастер-класс сиктәрендә, махсус китапхана белгесе, фондтарҙы үҫтереү һәм каталоглаштырыу бүлеге мөдире Нәзилә Дәүләтханова китапхана эшмәкәрлеге һәм "Ҡараңғыла йөрөү" квесы тураһында һөйләне. 

Спикерҙар тыңлаусыларға ситуацион ярҙамдың үҙ ваҡытында кәрәклеге, уның менән һаҡ ҡыланыу, һуҡырҙарҙы аңларға тырышыу тураһында мәғлүмәт бирҙе.

 

Нет аудиозаголовка!!!
27 май, "Библиотөн-2023" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, "Китап-байрам" амыҡ майҙанында махсус китапхана саралар серияһын үткәрҙе. 
Брайль шрифын өйрәнеү буйынса мастер-класта бөтә теләүселәр ҙә алты нөктәле шрифт менән танышты. Китапханасылар шрифт нигеҙе, уны яҙыуҙың төп принциптары тураһында һөйләне. 
Ҡунаҡтар ҡабарынҡы график рәсемдәрҙең термомейес ярҙамында барлыҡҡа килеү процессын күрҙе. Китапханала баҫылған ҡабарынҡы рәсемле китаптар тәҡдим ителде. 
Балалар өсөн тактиль китаптар менән дә танышыу булды. Китапханасылар йомшаҡ китаптар яһауҙа булған талаптар тураһында мәғлүмәт бирҙе. 
Айырым майҙанда "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" Республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. 
Бында Башҡортостан республика китапханалары һәм белгестәре, ижади берекмәләр ҡатнашты. Тантана Бәйләнештә социаль селтәрендә онлайн трансляция алып барҙы. 
Еңеүселәр: 
1 урын - Сальников А. А., Маркина Р. Х. (Өфө ҡ.); 
2 урын - Решетицкая Т. В. (Стәрлетамаҡ районы); 
3 урын - Войтенко К. В. (Өфө ҡ.) 
Лауреаттар: 
Бәкирова З. А. 
Гайнцева Е. Г. 
Лысенкова И. А., Степанова К. И. 
Мәләүез Үҙәк китапхана системаһының хеҙмәтләндереү бүлеге. 
Сәғитова М. А. 
Шәрәфетдинова С. З. 
Еңеүселәр һәм лауреаттар ҡиммәтле бүләктәр алды. Спонсорҙар: ООО "Автобан" етәксеһе Илдар Насыров; "Живые кухни" мебель фабрикаһы эшҡыуар Илгиз Вәлинуров; Бөтә Рәсәй профсоюз мәҙәниәт эшселәре председателе Александр Кузьменко, уҡыу-методик үҙәге "Эдвис".
Библиотөн-2023 акцияһында ҡатнашыусыларҙы китап күргәҙмәләре, архивтарҙан алынған ҡулъяҙмалар күргәҙмәһе буйлап экскурсия, билдәле Рәсәй яҙыусылары, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу бик ныҡ оҡшаны.

 

Нет аудиозаголовка!!!
Бөгөн, 27 май, "Китап-байрам" йәрминкәһенең бер майҙансығында "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" Республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс иң яҡшы тактиль китап яһау практикаһын асыҡлау өсөн ойошторолдо. 

Ойоштороусылары: М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы. Партнеры: Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы. 
Конкурста 15 район һәм ҡалаларҙан 45 кеше 36 ижади эш тәҡдим итте. Жюри өс еңеүсене билдәләне: 
1 урын - Сальников А. А., Маркина Р. Х. (Өфө ҡ.);
2 урын - Решетицкая Т. В. (Стәрлетамаҡ районы); 
3 урын - Войтенко К. В. (Өфө ҡ.);
Шулай уҡ, махсус призға 6 лауреат лайыҡ булды: 
- Бакирова З. А. (Учалы районы); 
- Гайнцева Е. Г. (Бөрө районы);
- Лысенкова И. А., Степанова К. И. (Бәләбәй районы);
- Мәләүез Үҙәк китапхана системаһының хеҙмәтләндереү бүлеге; 
- Сәғитова М. А. (Учалы районы); 
- Шәрәфетдинова С. З. (Шишмә районы). 
Еңеүселәр һәм лауреаттар ҡиммәтле бүләктәр алды. 
Айгөл Әминева, махсус китапхана директоры: 
"Мин, башҡорт еренең ябай кешеһе булараҡ, ысын күңелдән мөмкинлектәре сикләнгән балалар, уларҙың ата-әсәләре, китапханасылар һәм белгестәр ошо конкурста ҡатнашҡаны, көс һалғаны өсөн шатмын. Балалар тарафынан башҡарылған тактиль китаптар беҙгә килеп тора. Кемдер үҙе килтерә, кемдер ташыу хеҙмәте аша тапшыра, кемдер почта аша ебәрә. Был әүҙемлектә мин һәр ҡатнашыусының тулы тормош менән йәшәргә теләген күрҙем. Бөгөн беҙ еңеүселәрҙе бүләкләнек һәм был ысынлап та лайыҡлы бүләкләү. Артабан да бындай конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырһығыҙ тип ышанам. 
Тура трансляция Бәйләнештә Прямая трансляция ВКонтакте 
Фото Бәйләнештә Фото ВКонтакте 

 

 

Нет аудиозаголовка!!!
Бөгөн, 26 май, "Китап-байрам" йәрминкәһе эшен башлай. Был әҙәбиәт донъяһында киң күләмле сара. Ул авторҙарға, нәшриәттәргә, китап магазиндарына һәм уҡыусыларға тәжрибә менән уртаҡлашырға, китап таратыуҙың яңы мөмкинселектәрен табырға ярҙам итә. 
Махсус китапхана павильонында тактиль китаптар конкурсы ҡатнашыусыларының китаптары ҡуйылды, Брайль шрифын өйрәнеү буйынса мастер-класс ойошторолдо. 
Беҙҙең павильонға беренсе булып 3 йәшлек малай һәм уның атаһы килде. Тактиль китаптар буйынса йәһәт кенә әкиәтте һөйләп тә бирҙе. 
Беҙ үҙ эшебеҙҙе башлайбыҙ һәм китап менән ҡыҙыҡһынған бөтә кешеләрҙе лә көтөп ҡалабыҙ. 
Йәрминкәгә килеүселәрҙе яңы китаптар, билдәле әҙиптәр менән осрашыу көтә.

 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.