Бөгөн махсус китапханала сираттағы ирлек дәресе үтте. 
"Эҙләү" отряды командиры Елена Вязовцева йәйге мәктәп лагеры ҡатнашыусыларына тәүге һуғыш көндәренең фажиғәһе тураһында һөйләне. Фашистарҙың баҫып инеү планы менән таныштырҙы. 
Документаль кинохроника тыңлаусыларҙы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың, партизандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең тарихи иҫтәлектәре менән таныштырҙы. Ирлек дәресе аҙағында тактиль күргәҙмә тәҡдим ителде.
12 июнь С. М. Киров исемендәге Мурманск өлкә мәҙәниәт һәм халыҡ ижады һарайында Бөтә Рәсәй конгресын тантаналы асыу булды. 
Конгресс эшендә М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы директоры Айгөл Әминова ҡатнашты. 
Быйыл Конгресс Мурманск өлкәһенең 85 йыллығына һәм Мурманск дәүләт өлкә универсаль ғилми китапхананың 85 йыллығына арналды. 
Конгресты асыу буйынса материалдар һылтанма (ссылка) буйынса.

Материал об открытии Конгресса по ссылке.

12 июнь илебеҙҙә Рәсәй көнө билдәләнә. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы Рәсәй суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә.
Был иреклек, азатлыҡ, граждандар тыныслығы һәм кешеләрҙең килешеп йәшәү байрамы.
Өфө ҡалаһы халҡы өсөн 12 июнь – өсләтә байрам: ҡаланың тыуған көнө, Рәсәй көнө һәм Салауат Юлаев көнө.
 
12 июнь илебеҙ мөһим дәүләт байрамын билдәләй. Рәсәйҙең үҙаллылығы - ауыр хеҙмәт һәм юғалтыуҙар һөҙөмтәһе. Бөгөнгө көндә был байрам - азатлыҡ, граждандар тыныслығы байрамы. 
9 июнь махсус китапханала байрам программаһы үтте. Ҡатнашыусылар байрамдың килеп сығыу тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән танышты. Рәсәй тураһында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. 
Ошо уҡ көндө, 12 июнь, Өфөнөң тыуған көнө билдәләнә. Китапханасылар "Минең Өфөм" викторинаһын әҙерләне. 
Сара аҙағында китапханасылар ҡатнашыусыларҙы етеп килгән байрам менән ҡотланы.
Нет аудиозаголовка!!!
 
"Рәсәй көнө" байрамына бәйле, 10,11,12 июнь китапханала ял көнө. 
13 июнь - эш көнө. 
Администрация
14 июнь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы белгестәре Белорет ҡалаһында "Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мәҙәни ял учреждениелары" тифлосессияһын үткәрәсәк. Тифлосессияла Башҡортостан республика ҡала һәм райондары дөйөм хеҙмәтләндереү китапханаларынан белгестәр ҡатнашасаҡ. 
Китапханасылар мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәғлүмәт алыуға бәйле һорауҙарҙы ҡараясаҡ. 
Ҡатнашыусылар һуҡырҙар өсөн адаптив һәм виртуаль мәғлүмәт биреү үҙенсәлектәре тураһында беләсәк. 
Тифлосессия түңәрәк өҫтәл менән тамамланасаҡ.
Махсус китапхана абонементы уҡыусылары иғтибарына "Шағир һәм герой - Салауат Юлаев" әҙәбиәткә күҙәтеү тәҡдим итә. 
Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 (27) июнендә Шайтан-Көҙәй волосының Тәкәй ауылында донъяға килгән. Тәкәй ауылы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалмаған. Пугачёв восстаниеһы ваҡытында уны, башҡа ауылдар кеүек үк, Екатерина Великая армияһы тарафынан яндырыла. 
Салауат Юлаев тархандар тоҡомонан. Уның һәр быуынында тархандар, муллалар, абыздар, батырҙар булған. Уның атаһы - Шайтан-Көҙәй волосы старшинаһы. Рәсәй император армияһында хеҙмәт итә. 
Салауат Юлаев атаһы менән бергә Бредск крепосында Пугачёв алдына баҫа. Ул ваҡытта уға 19 йәш була. Ошо көндән алып ҡулға алынғанға тиклем Крәҫтиәндәр хәрәкәтенең уртаһында ҡайнай. 
Салауат күп кенә төп алыштарҙа ҡатнаша. Һаҡланып ҡалған документтар Салауат Юлаевтың егерменән ашыу алышта ҡатнашыуын дәлилләй. Шуларҙың ун берен үҙаллы үткәрә, ҡалғандары Емельян Пугачёв етәкселеге аҫтында. 
Башҡорт ерендәге ихтилалды Салауат 1774 йылдың ноябренә тиклем етәкләй. 1774 йылдың 3 июнендә Пугачёв уға бригадир чинын бирә. 
1774 йылдың 25 ноябрендә Салауат Юлаев Ҡаратау тауҙарында ҡулға алына. 2 октябрь атаһы менән бергә Рогервик крепосына мәңгелек каторгаға ебәрелә. Ошонда улар ҡалған ғүмерҙәрен уҙғара. Салауат Юлаев 1800 йылдың 26 сентябрендә мәрхүм була. 
Күргәҙмәлә махсус китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Юлаев, Салават. СТИХИ [Шрифт Брайля] : на баш. яз. / С. Юлаев ; ред. по Брайлю Р. Давлетбердина; техн. ред.по брайлю Ю.И. Босов; ред. текста на баш. М. Тухватшин .— Уфа : БРСБС, 2000 .— 1 кн. — Перепеч.: Уфа: Китап, 2000.

Юлаев, Салават.

Салават на все времена [Шрифт Брайля] : сборник стихов / Салават Юлаев ; сост. Н. Давлетханова; ред. по Брайлю Н. Ишбулатова; техн. ред. по Брайлю Р. Кутлумбетов; отв. за вып. А. Р. Аминева .— 1-е изд. по Брайлю .— Уфа : БРСБС, 2014 .— 1 кн. : ил. — (16+).

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Юлаев, Салават.

Стихи [ Мультиязыковый электронный ресурс] = Шиғырҙар / С. Юлаев ; чит. В. Калмантаева (баш. яз.), М. Апраксина (рус. яз.) .— Уфа : БРСБС, 2008 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 1 ч 7 м 41 с.- Формат МР3 .— (Золотая коллекция электронных башкирских книг) .— С изд.: Уфа: Китап, 2004 (баш; рус).

Юлаев, С.

Стихотворения [Звукозапись] : на рус. яз. / С. Юлаев .— Уфа : БРСБС, 2010 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С изд. : С файлов жесткого диска БРСБС

Юлаев, С.

Стихотворения [Звукозапись] : на баш. яз. / С. Юлаев .— Уфа : БРСБС, 2010 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С изд. : С файлов жесткого диска БРСБС.

Злобин, Ст.

Салават Юлаев [Звукозапись] : Исторический роман / С. Злобин ; Читает Р. Каримова .— Уфа : БРСБС, 2004 .— 5 мфк. (20 ч.): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: Уфа: Китап, 1983. (Баш)

Злобин, Степан.

Салауат Юлаев [Электронный ресурс] = Салават Юлаев : тарихи роман / С. Злобин ; Укый Р. Кәримова .— Өфө : БРҺМК, 2006 .— 2 электрон. опт. диск (CD-ROM): 19 с 50 м.- МР3 форматында.

Идельбаев, М. .

Сын Юлая Салават [Электронный ресурс] : исторический роман : на баш. яз. / М. Идельбаев ; чит. Р. Каримова .— Уфа : БРСБС, 2016 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С изд.: Уфа: БРСБС, 1997(кас) .— Идельбаев М. Сын Юлая Салават. звуч. 11 ч. 7 м. чит. Р. Каримова.zip.

Идельбаев, М.

Сын Юлая Салават [Звукозапись] / М. Идельбаев .— Уфа : БРСБС, 2019 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С изд. : С файлов жесткого диска БРСБС.

Идельбаев, Мирас Хамзович (1945- ; доктор филологических наук, профессор) .

Поэтика стихотворного творчества Салавата Юлаева / М. Х. Идельбаев // .— .— (Культура) .

О природе построения стихотворной речи Салавата Юлаева - национального героя Башкортостана, поэта-импровизатора.

Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:

Юлаев, (Салаүат Юлаев).

Стихотворения [Текст] = Шиғырзар : на рус. и баш. яз. / С. Юлаев .— Уфа : Китап, 2004 .— 160 с. — ISBN 5-295-03426-7.

 

 

7 июнь, методик эшмәкәрлек сиктәрендә, М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре  "Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн муниципаль китапханалар" тифлосессияһын үткәрҙе. Семинарҙа Мишкә районы дөйөм хеҙмәтләндереү китапхана белгестәре ҡатнашты. 

Тәүге һүҙ Мишкә районы ҮКС директоры Кондогина Татьяна алды. Сығышында ул инвалидтар менән эш тәжрибәһен дөйөмләштерҙе һәм был йүнәлештең актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. 
Китапханасылар граждандарҙың мәғлүмәт алыуға төп хоҡуҡтары менән танышты. 
Түңәрәк өҫтәл барышында актуаль һорауҙар ҡаралды. Тифлосессия эшендә махсус китапхана директоры урынбаҫары Күсәрбаева Ирина Николай ҡыҙы, инновацион-методик бүлеге мөдире Борисевич Ирина Михаил ҡыҙы ҡатнашты. Осрашыу аҙағында муниципаль китапханалар хеҙмәткәрҙәренә сертификаттар тапшырылды.
Салауат Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы, сәсән шағир. 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр хәрәкәте ҡатнашыусыһы. Уның иҫтәлегенә беҙҙең әҙәби сәғәт арнала. 
16 июнь китапханасылар милли батырыбыҙҙың ижады, хәрби юлы тураһында һөйләйәсәк. Презентация материалдары буйынса уҡыусылар легендар батыр тураһында беләсәк. Салауат Юлаев бөйөк хәрби генә түгел, шулай уҡ ул яҡшы шағир ҙа. Ҡурай моңона уның бер-нисә билдәле әҫәре яңғыраясаҡ. 
Ҡунаҡтар тарихи атмосфера эсенә сума аласаҡ. Быға Яков Протозанов төшөргән "Салауат Юлаев" фильмын ҡарау ярҙам итәсәк. Кинофильм тура тифлокомментарий менән оҙатылып барасаҡ. 
Башланыу ваҡыты: 15:00
 
Нет аудиозаголовка!!!
Тап бөгөн, 6 июнь (яңы стиль буйынса) 1799 йылда, Мәскәүҙә Александр Пушкин донъяға тәүге ауаздарын һалған. Совет дәүерендә был байрам Пушкин шиғриәт байрамы булараҡ билдәләнгән. Был ваҡиға Сталин терроры ваҡытында ла тантаналы рәүештә үткәрелгән. Бөйөк шағир, драматург һәм прозаик Александр Сергей улы Пушкин беҙҙең заман рус телен тыуҙырыусы тиһәң дә хата булмаҫ. Китапханасылар ойошторған тура эфирыбыҙ ҙа Бөйөк рус шағирына бағышланды. Балалар өсөн викторина ойошторолдо.  

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.