Рәсәйҙә 15 октябрҙан алып 13 ноябрға тиклем "Аҡ таяҡ" айлығы билдәләнә. Ошо айлыҡта махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы 5-се мәктәптең 3-сө класс уҡыусылары өсөн изгелек дәресе үткәрҙе. Балалар таяҡтың символикаһын, нисек һуҡырҙарға ярҙам тәҡдим итергә өйрәнделәр. Уйын барышында мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибар бүлеү кәрәклегенә төшөндөләр. Шулай уҡ, уҡыусылар һуҡырҙар өсөн Брайль шрифты, насар күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифт, кескәйҙәр өсөн тактиль китаптар менән таныштылар.
Осрашыуға китапхананың әүҙем китап уҡыусыһы Роза үҙенең оҙатыусы эте Джессика менән килде. Ул балаларға оҙатыусы эттәрҙе дрессировкалау үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, Джессиканың һөнәрҙәрен күрһәтте.

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхананың Белорет филиалы хеҙмәткәрҙәре "Аҡ таяҡ" айлығында МО ВОС менән берлектә инвалидтар өсөн ҡаланың тарихи-тыуған-яҡ музейына экскурсия ойошторҙолар. Экскурсовод Наталья Попкова Белорет ҡалаһының килеп сығыу тарихы, металлургия комбинаты, еребеҙҙең файҙалы ҡаҙылмалары тураһында һөйләне.
Экскурсанттар башҡорт ҡатын-ҡыҙы костюмының элементтары, йорт кәрәк-яраҡтары, металлургтарҙың эш ҡорамалдары, комбинаттың продукцияһы менән таныша алдылар.
Махсус китапхананың Белорет филиалы уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡаланың рәсем галереяһына барҙылар. Бында Екатеринбург ҡалаһынан Урал архитектура-художество университеты студенттарының хеҙмәтенән торған күргәҙмә асылды. Проекттың кураторы һәм ойоштороусыһы Межгорье ҡалаһынан педагог һәм рәссам Виталий Шаповалов.
Күргәҙмәлә монументаль-текстиль экспозициялар тәҡдим ителә. Күргәҙмә халыҡ-ара статус йөрөтә. Унан алда ул Ҡаҙағстанда, һуңынан Магнитогорск һәм Өфө ҡалаларында була.
Республика көнө айҡанлы, махсус китапхананың Бәләбәй филиалы, 8-се урта мәктәптең 3 класс уҡыусылары өсөн, "Баллы ер Башҡортостан" квесын ойошторҙо. Балалар Башҡортостан тәбиғәтенең байлығы, төрлөлөгө менән таныштылар. Байрамдың, гимн, герб, флагтың килеп сығыу тарихын өйрәнделәр. Башҡортостанда бөтәһе 19 ҡала, шулар араһынан Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Бәләбәй ҡалалары революцияға тиклемге тарих йөрөткәнен белделәр.
Уҡыусылар Ш. Бабичтың "Салауат", Ғ. Рамаҙановтың "Өфө", А. Игебаевтың "Ҡурай" шиғырҙарын һөйләнеләр.
 
"Асҡыс һүҙ" телдең күп төрлөлөгөн һаҡлау өсөн III Бөтә Рәсәй премияһына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Быйыл "Комсомольская правда" нәшриәт йорто премияның партнеры булды. "Телдәр төрлөлөгө беҙҙең ил һәм донъя өсөн мөһим урында тора. Шуға күрә лә ЮНЕСКО 2017 йылды халыҡ-ара төп телдәр йылы тип атаны. "Асҡыс һүҙ" премияһы тап телдәр төрлөлөгөн һаҡлауҙы күҙ уңында тота", - тип билдәләне Рәсәй ФАДН етәксеһе Игорь Баринов.
Премия рамкаһында 7 номинация ҡаралған:
"Иң яҡшы мультимедиялы проект", "Иң яҡшы баҫма проект", "Иң яҡшы ғилми проект", "Иң яҡшы йәмғиәти ҡыҙыҡһыныу", "Кесе телдәрҙе һаҡлау өсөн", "Үҙенсәлекле хеҙмәт өсөн" һәм махсус номинация "Йәмғиәти яуаплы эшҡыуарлыҡ".
Ғаризалар 15 октябрьға тиклем konkurs@phkp.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе 25 октябрь
Мәскәүҙә "Тел политикаһы: дөйөм Рәсәй экспертизаһы" форумында бүләкләйәсәктәр. Ҡағиҙәләр менән http://fadn.gov.ru/news/2019/09/16/3951-iii-vserossiy.. һылтанмаһына инеп танышырға мөмкин. http://fadn.gov.ru/news/2019/09/16/3951-iii-vserossiyskaya-premiya-za-sohranenie-yazykovogo-mnogoobraziya-klyuchevoe-slovo
 
Һаулығы сикле балалар өсөн "Донъя бөтәһенә лә бер" Х төбәк-ара конкурс-фестивале Ижевск ҡалаһында үтәсәк. Сараны асыу 9 апрель Удмурт республикаһының Милли китапханаһында буласаҡ. Конкурс 2019 йылдың апреленән алып ноябргә тиклем дауам итә. Фестивалде асыу көнөндә ҡунаҡтар өсөн семинар буласаҡ, теләүселәрҙе күргәҙмәгә саҡырасаҡтар. Был фестивалдә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ғаризалар 20 октябрьға тиклем ҡабул ителә.
С положением о Конкурсе можно ознакомиться в разделе Конкурсы.
Оло байрам - Республика көнө - етеп килеү айҡанлы махсус китапханала "Башҡортостан мөғжизәләре" әҙәби-музыкаль программа уҙғарылды. Сарала китапхананың уҡыусылары һәм профессиональ артистар ҡатнашты.
Тантаналы сара республика гимны менән асылды. Артабан "Башҡортостандың ете мөғжизәһе" видеоролигы тамашасыларҙы башҡорт еренең һәм халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы.
Кисә барышында тыуған ер матурлығын данлаған шиғырҙар яңғыраны. Артистар һәм ижади коллективтар сағыу номерҙар менән ҡыуандырҙы.
Республика көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров РФ һәм БР дәүләт наградалары менән бүләкләне. Бөтәһе 62 кеше билдәләнде: уларға ордендар, исемдәр, почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулар исемлегенә махсус китапхананың баш китапханасыһы Морозова Валентина Ефим ҡыҙы ла инде.
Уның эш стажы 48 йылдан ашып китә. Махсус китапханаға ул 1995 йылда килә. Уның китапханаға индергән өлөшө сикһеҙ ҙур. Валентина Ефим ҡыҙы китапхана фондын төрлө әҙәбиәт менән тәъмин итә. Электрон каталогтар төҙөй, "Руслан" автоматлаштырылған китапхана- мәғлүмәти системаны тормошҡа ашырыуҙа ла ярҙам итә. Ул "Руслан АБИС" тезаурусының авторы. Бының өсөн апайыбыҙ коррекцион әҙәбиәтте өйрәнә, тифлобелгестәргә мөрәжәғәт итә, конференцияларҙа ҡатнаша, Һамар һәм Свердловск өлкәләрендәге коллегаларҙың тәжрибәһен ҡуллана.
Валентина Ефим ҡыҙы инвалидтар менән шөғөлләнеү буйынса күп көс һала. Белем, яңы һөнәр алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға ярҙам итә.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, БР-ҙың 100 йыллығына арнап, "Мин йәшәгән ер" библиоквизын ойошторҙо. Сарала М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары ҡатнашты.
Ойоштороусылар уйын майҙансығын һәм тыуған яҡтың тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте тураһында һорауҙар әҙерләне. Сарала студенттар ихлас ҡатнашты.
Ололар көнөндә махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре "Алтын йәште хөрмәтләйбеҙ" тип аталған сара үткәрҙе.
Был көн, ғәҙәттә, 1 октябрь үткәрелә һәм халыҡ-ара статус йөрөтә. Байрам датаһы ла алтын көҙ ваҡытында бушҡа һайланмаған.
Сарала ололар өсөн поэтик һәм музыкаль номерҙар ҡуйылды, иң йылы һүҙҙәр әйтелде, изге теләктәр теләнде.
Ололар көнөнә ҡарата, махсус китапхананың Бәләбәй филиалы "Азатлыҡ һәм бәхет йәше" музыкаль-поэтик круиз үткәрҙе. Сараға китапхананың даими уҡыусылары һәм Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һарайы ижад коллективы йыйылды.
Йыйылыусыларға ҡарата күп йылы ҡотлауҙар яуҙы, шиғырҙар һәм йырҙар арналды. Халыҡ бейеүе ансамблдәре "Аҡбуҙат", "Иҙел", вокал ансамбле "Дәртлеләр" байрам номерҙарын әҙерләне. Вокал солистары Д. Шәмсетдинова, Д. Иҙрисова, Л. Гранкова, О. Ульянова, Е. Рябинин һәм Мофаздаловтар ғаиләһе музыкаль номерҙар башҡарҙы.
Ололар дәрт һәм яҡшы кәйеф алып ҡайтты.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.