29 октябрь махсус китапханала М. Ю. Лермонтовтың тыуыуына 205 йыл тулыуға арналған әҙәби бәхәс үтте.
Әңгәмә барышында әҙәби клуб ағзалары билдәле шағирҙың тормошо һәм ижады, уның тәрбиәһе, дуҫтары, яҡындары тураһында белделәр.
Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ул халыҡҡа 400-гә яҡын шиғырҙарын, 25 поэмаһын, 5 драмаһын, 7 повесын, 3 романын ҡалдыра.
Сарала М. Лермонтовтың "Даһиға", "Шағирҙың үлеме", "Бородино", "Валерик" һ. б. шиғырҙары уҡылды, "Лермонтов викторинаһы" барыһына ла оҡшаны.
3 ноябрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы сайтында "Балаганчик" китап театрының сираттағы премьераһы үтәсәк.
2019 йылда бар донъя йәмғиәте Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләй. Яҙыусының исеме илебеҙ мәҙәниәте тарихына мәңгелеккә уйылып ҡалды.
"Сәнғәт төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында уҙған был театраль этюдтарҙа беҙ М. Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһын тәҡдим итәбеҙ. Сәхнәлә һуҡыр һәм насар күреүсе һәүәҫкәр артистар уйнай. Улар: Ринат Сөләймәнов, Елена Мурашова, Рима Хөсәйенова, Зарема Сөләймәнова, Олег Бугров, Марина Иванова, Карина Сөләймәнова, Руслан Ҡарасурин - махсус китапхананың ҡулланыусылары.
3 ноябрь, "Сәнғәт төнө"ндә, махсус китапхана сайтында сәғәт 09:00 алып бар теләүселәр спектаклдең видеояҙмаһын ҡарай ала.
Беҙҙең китапхананан Нәзилә Дәүләтханова форумда доклад менән сығыш яһаны. Ул үҙенең практик тәжрибәһе менән уртаҡлашты, яҡын арала китапхана эшен үҫтереү перспективалары тураһында һөйләне.
Ике көн дауамында Силәбенең төрлө майҙандарында мультимедия мәҙәниәте, ҡала ландшафтында китаптарҙың урыны, балаларҙа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, йәш быуынды китапхана эшенә ылыҡтырыу буйынса мәсьәләләр ҡаралды.
Фестиваль 26 октябрь Торатау конгресс-холл майҙанында үтте. Майҙандарҙа "Өфө балалар радиоһы", Рәсәй почтаһы музейы күргәҙмәһе, Өфөнөң балалар диңгеҙ клубы, "Интеллектус" ғилем музейы, "Культпросвет" агентлығы, РБ-ның Милли музейы күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Шулар араһында махсус китапхана "Брайль азбукаһы" буйынса мастер-класс уҙғарҙы.
Фестиваль рамкаһында мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү мәсьәләһе лә ҡаралды.
Сара гала-концерт менән тамамланды. Унда беҙҙең республиканан, Мәскәүҙән, Төмәндән һәм Беларусь республикаһынан килгән балалар ҡатнашты.
24 октябрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Башҡорт еренең күп тауышы" тифлофестивале үтте.
Ҡунаҡтарға тактиль һәм ҡулдан башҡарылған китаптар экспозицияһы, уҡыусыларыбыҙҙың ижади эштәре тәҡдим ителде.
Китапхананың әүҙем китап уҡыусылары концерт программаһын әҙерләне. "Балаганчик" китап театры М. Кәримдең "Ай тотолған төндө" пьесаһынан өҙөк ҡуйҙы.
Тифлофестивалгә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 80 кеше килде. Фотолар социаль селтәрҙәрҙә.
Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу сәбәпле уҙғарылған саралар рамкаһында махсус китапхана уҡыусылары өсөн әҙиптең һәйкәленә экскурсия ойошторолдо. Һәйкәл янында китапханасылар монументтың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләнеләр.
Авторы - билдәле скульптор Андрей Ковальчук. Һәйкәлдең бейеклеге 6 метр, оҙонлоғо - 15 м. Композицияға тағы ла "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы геройҙары ингән.
Һәйкәлдән алыҫ түгел яҙыусының йорто урынлашҡан.
Әҙәби осрашыу дауамында шағирҙың рус һәм башҡорт телдәрендә шиғырҙары яңғыраны.
24 октябрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Башҡорт еренең күп тауышы" республика тифлофестивале үтәсәк.
Фестиваль китапхананың республика статусын алыуға 70 йыл тулыуға бағышлана. Тифлофестивалдә махсус китапхананың талантлы һәм әүҙем китап уҡыусылары ҡатнаша. Республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан килгән һәүәҫкәр йырсылар, шиғыр уҡыусылар, ижади коллективтар рус, башҡорт һәм беҙҙә йәшәгән башҡа төр милләт телдәрендә шиғырҙар, йырҙар башҡарасаҡ.
Ҡунаҡтар иғтибарына кескәйҙәр өсөн сығарылған тактиль һәм ҡулдан башҡарылған китаптар күргәҙмәһе, әүҙем уҡыусыларбыҙҙың махсус китапханала ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән баҫтырылған ижади эштәре тәҡдим ителәсәк.
"Балаганчик" китап театрының һәүәҫкәр артистары М. Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһынан өҙөк ҡуясаҡ.
Троян һуғышынан башлап, донъя тарихына бөйөк һуҡыр шәхестәрҙең исеме ныҡлы инеп ултырған. Шуларҙың береһе Гомер - иҫ киткес философ һәм мәғрифәтсе. Бала саҡта күҙ нурҙарын юғалтҡан 20 йәшлек егет Луи Брайль, әлеге көндә лә донъя кимәлендә ҡулланылған ҡабарынҡы-нөктәле шрифт уйлап сығара. Джозеф Пулитцер - талантлы һәм хаҡлыҡ өсөн көрәшеүсе журналист исемендәге премия бар. Ә инде Италия йырсыһы Андреа Бочеллины бөтә донъя белә һәм сикһеҙ ярата. Бала саҡта күреүҙән яҙа, әммә был уға университеттың юридик факультетын тамамларға, Рим Папаһына йырларға, Лучано Паваротти менән эшләргә, донъяла исем яуларға ҡамасауламай. Хелен Келлер һуҡыр ғына түгел, һаңғырау ҙа. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, талантлы яҙыусы, йәмғиәт эшмәкәре, уҡытыусы. Ул донъя буйлап сәйәхәт итә, бер-нисә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Уның сығыштары меңләгән кешене илһамландыра.
Махсус китапханаларҙың практик эштәрендә ҡулланылған йәмғиәти-мәҙәни реабилитация һуҡырҙарҙың ижади һәләттәрен бөтә яҡтан да үҫтереүгә, мәҙәни һәм белем кимәлдәрен күтәреүгә ярҙам итә. Ял ваҡытын ойоштора.
Бөтә теләүселәрҙе "Башҡорт еренең күп тауышы" республика тифлофестиваленә саҡырабыҙ. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы,47,"Витамин заводы" туҡталышы. Башлана: 14:00.
2019 йыл Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләй. Бөйөк яҙыусының исеме мәңгелеккә илебеҙҙең мәҙәни тарихына ине ҡалды.
2013 йылда Өфөлә уға һәйкәл ҡуйыла, уның исемен Йәштәр Милли театры, 158-се башҡорт гимназияһы, Өфө аэропорты, урамдар, круиз лайнеры йөрөтә. Рәсәй банкы әҙип иҫтәлегенә арналған көмөш тәңкәләр сығарҙы.
2004 йылда режиссер Булат Йосопов "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре буйынса фильм төшөрә. Ә 100 йыллыҡ юбилейға Александр Галибиндың "Һеңле" фильмы ҙур экрандарға сыҡты. Фильмдың нигеҙенә М. Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы һалынған.
Китапхана тәҡдим иткән был күргәҙмә дүрт бүлектән тора:
"Рус түгелмен, ләкин россиянмын";
"Аҡ ҡағыҙ һаламын алдыма";
"Мин фронтҡа китәм, иптәштәр";
"Ҡалғандарға бирәм фатиха".
Предлагаем Вашему вниманию виртуальную книжную выставку в разделе Виртуальные выставки.
 
18 октябрь Ауырғазы районы Толбазы ауылында "Муниципаль китапханаларҙа мөмкинлектәре сикле граждандарҙы хеҙмәтләндереү" республика тифлосессияһы үтте. Ойоштороусылар: РБ-ның мәҙәниәт министрлығы һәм һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы.
Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Ирина Күсәрбаева, Ирина Борисевич, Фәнүр Бәҙретдинов доклад менән сығыш яһанылар. Тифлосессия аҙағында "Бер нимәгә лә ҡарамаҫтан" тифлокомментарийлы фильм ҡуйылды.
 
16 октябрь махсус китапханала Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Сағыу һәм ҡабатланмаҫ талант" портрет күргәҙмәһенең презентацияһы үтте.
М. Кәрим - билдәле башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы. Уны милли әҙәбиәттең аҡһаҡалы тип йөрөтәләр. Шағир яҙмышында ауыр һынауҙар әҙ булмай. Иң ауыр мәлдәрендә лә ул ижад итә. Әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклеккә күтәрә.
Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында, ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. 100-ҙән ашыу шиғырҙар һәм хикәйәләр йыйынтығы, 10-дан ашыу драмалары баҫтырыла. Әҫәрҙәре донъяның төрлө телдаренә тәржемә ителгән. Ҡайһы берҙәре театр сәхнәләрендә уйнала. 1987 йылда "Ай тотолған төндө" кинотаҫмаһы прокатҡа инә. 2004 йылда режиссер Булат Йосопов "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмын төшөрә. Яңыраҡ Александр Галибин "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса "Һеңле" фильмын экранизациялай.
Осрашыуҙа Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән өҙөктәр, шиғыр юлдары яңғыраны.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.