Халыҡ-ара Әҫәрҙәр көнө айҡанлы махсус китапхананың Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре коррекцион мәктәптең 2-3 класс уҡыусылары өсөн концерт программаһы әҙерләне.
Ҡатнашыусылар байрам тарихы менән таныштылар, лирик йырҙар йырланылар, шиғырҙар ятланылар. Альбина Сәйфетдинова "Кәлүштәр" татар шаян бейеүен бейене.

Толерантлыҡ көнөнә бағышлап, Бәләбәй филиалы коррекцион мәктәп тәрбиәләнеүселәренә сара ойошторҙо.
Балалар толерантлы кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлегенә төшөндө. "Изге, яуыз" тематик уйынында ҡатнаштылар, "Йылы һүҙҙәр" һәм "Дөйөм ритм" күнекмәләрен башҡарҙылар. Сара аппликациялар эшләү менән тамамланды.

19 ноябрь махсус китапханала "Йөрәгемде һеҙгә илтәм" портрет-күргәҙмәһе үтте. Сара Рәшит Назаровтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналды.
Рәшит Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында тыуған. Бик йәшләй ижад итә башлай. 1965 йылда "Таңды ҡаршылау" шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Ә 1991 йылда "Китап" нәшриәте "Йөрәгемде һеҙгә илтәм" китабын баҫтыра.
18 йәшендә үк Рәшит ағай башҡорт әҙәбиәтендә уникаль күренеш булып тора. Шиғырҙары йөрәктәргә үтеп инә. Күпселек әҫәрҙәре араһында "Йәшен" шиғыры бар. Ул ни бары 6 юлдан тора.
1996 йылда Рәшит Назаров тәүгеләрҙән булып Ғ. Ибраһимов исемендәге премияға лайыҡ була. 2004 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. Рәшит Сәйетбаттал улы 2006 йылда фани донъянан китә һәм тыуған ауылында ерләнә.
Сара барышында китапхана уҡыусылары Рәшит Назаровтың шиғырҙарын башҡарҙы.
 
Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы махсус китапхана уның тураһында аҙ тиражлы әсбап баҫтырып сығарҙы. Китап ҡабарынҡы график һүрәттәр, яҙыусының фотолары менән биҙәлде. Техник эшкәртеүҙәр үткәс әсбап китапхана фондына һәм филиалдарға тапшыраласаҡ.
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй коррекцион мәктәптең 2-3 класс уҡыусыларын "Халыҡ сәнғәте музейы"на экскурсияға алып барҙылар. Бында балалар Бәләбәй районына ҡағылышы булған бөйөк кешеләрҙең: В. И. Чапаев, Д. А. Фурманов һәм башҡа шәхестәрҙең тормош һәм ижад юлы менән таныштылар.
Артабан "Ҡышҡы урман" тигән темаға гуашь менән һүрәт төшөрөү буйынса мастер-класс булды.
Халыҡ ара һуҡырҙар көнө рамкаһында Бәләбәй филиалында китап уҡыусылар һәм врач-терапевт Гөлнур Ғәлимова менән әңгәмә үтте. Ҡатнашыусылар һуҡырҙар көнөнөң килеп сығыу тарихы тураһында тыңланылар.
 
Брайль системаһы буйынса иң яҡшы уҡыусы

Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөндә махсус китапхананың Белорет филиалы "Брайль системаһы буйынса иң яҡшы уҡыусы" конкурсының һөҙөмтәләрен билдәләне.
Конкурста бөтәһе 17 кеше ҡатнашты. Билдәле бер ваҡыт эсендә ҡатнашыусылар әҫәрҙән өҙөк уҡырға тейеш ине. Шулай итеп, 1-се урын - Аҡсарина Нәфисәгә (Белорет ҡалаһы), 2-се - Асадуллина Альбинаға(Учалы ҡалаһы), 3-сө Фәттәхов Наилға (Белорет ҡалаһы) бирелде.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ.
14 ноябрь махсус китапханала инвалид балалар араһында үткән конкурстың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс М. Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Бөтәһе 150 ашыу бала ҡатнашты.
Жюри ҡарары буйынса түбәндәгеләр еңеүсе тип табылды:
- Минең М. Кәрим номинацияһында: гран-при - Хөсәйен Ниғмәтуллин, Баймаҡ районы; 1-се урын - Марк Лукьянов, Белорет районы; 2-се урын - Анастасия Ғайсина, Ҡариҙел районы; 3-сө урын - Бәшир Ишаафи, Өфө ҡалаһы.
- "Мостайға тылсымлы юл" номинацияһында: гран-при - Алексей Сальников, Өфө ҡалаһы; 1-се урын - Владислав Васельцов, Урал Хөснуллин, Анастасия Большакова, Алена Никлагина, Софья Стройкина, Анастасия Гапичева, Ләйсән Намаҙғолова, Өфө ҡалаһы; 2-се урын - Руслан Шабанов, Андрей Багров, Өфө ҡалаһы; 3-сө урын - Филипп Косолапов, Учалы районы.
- "Мостайҙың тере һүҙе" номинацияһында гран-при - Денис Харьков, Салауат ҡалаһы; 1-се урын - Буранғолов Азамат, Бишбүләк районы; 2-се урын - Попов Роман, Бөрө районы; 3-сө урын - Хәкимов Иҙел, Сибай ҡалаһы.
Конкурс лауреаттары: Ғәзизуллина Филиә, Шаран районы; Байбулдина Ангелина, Баҡалы районы; Нурматов Рөстәм, Краснокама районы; Внукова Елена һәм Тимиров Никита, Өфө ҡалаһы; Дәүләтова Ралина, Бөрө районы; Ғарифуллина Индира, Илеш районы; Носкова Светлана, Мәсетле районы; Мещерякова Дана, Белорет районы; Арапова Александра, Учалы районы.
"Тамыр" телеканалының махсус призын Буранғолов Алмаз алды.
Тантанала Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы, идара вәкилдәре, М. Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, "Рәсәй балалар фонды" вәкиле Нина Федянина, "Тамыр" балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина ҡатнашты.
Шулай уҡ, "Юлдаш" радиоһы, "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" порталы, "Тамыр", "БСТ" журналистары булды.
13 ноябрь "Аҡ таяҡ" айлығы тамамланды. Был көндө махсус китапханала Өфө рәссамы Ренат Сербиндың "Сәскәләрҙә ҡойоноу" күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмәлә һуңғы осорҙа башҡарылған натюрморттары, портреттары тәҡдим ителә. Һуҡырҙар өсөн күргәҙмә Брайль шрифты ярҙамында башҡарылған этикетаж менән бирелә.
Байрам концерт программаһы менән дауам итте. Китапхананың әүҙем уҡыусылары тарафынан шиғырҙар һәм йырҙар башҡарылды.

14 ноябрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында инвалид балалар араһында үткән Республика ижади конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк.
Конкурстың төп маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙа китап уҡыуға мохтажлыҡ формалаштырыу.
Конкурс өс номинацияла уҙғарылды:
- "Минең Мостай Кәрим" номинацияһында яҙыусының әҫәрҙәре тураһында инша, эссе, хикәйә (шиғырҙа һәм прозала) яҙыу;
- "Мостайҙың тере һүҙе" номинацияһында мультимедиялы продукт: буктрейлерҙар, конкурс темаһы буйынса төрлө форматтарҙағы презентациялар яһау;
- "Мостайға тылсымлы юл" номинацияһында яҙыусының әҫәрҙәрен ҡулланып, тактиль китаптар эшләү.
Конкурста республикабыҙҙың 40-тан ашыу ҡала һәм райондарынан 7 йәштән алып 18 йәшкә тиклем 150-нән ашыу бала ҡатнашты. Конкурсҡа видео һәм презентация форматында 70 эш, 50 инша, эссе, шиғырҙар, 20 тактиль китаптар тәҡдим ителде.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында РБ-ның мәҙәниәт министрлығы, республиканың министерстволар һәм идаралыҡтар вәкилдәре, йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре, билдәле педагогика һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.
Сара 12:00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса үтә.
1 ноябрь Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған "Берҙәмлектә беҙҙең көс" фестивале үтте. Бында 317-се балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Китапханасылар балаларға был көндөң барлыҡҡа килеү тарихы, Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт символдары, күп милләтле республикабыҙ, уның бай тарихы, тәбиғәте, файҙалы ҡаҙылмалары тураһында һөйләнеләр.
Артабан балалар командаларға бүленеп пазл йыйҙылар. Тағы ла сарала башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендә шиғырҙар яңғыраны.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уникаль спектакль ҡуйылды. Һуҡыр һәм насар күреүселәр башҡалар менән бер рәттән "Кәмһетелгәндәр" спектаклен "ҡарай" алдылар. Бындай мөмкинлек махсус китапхананың үҙенсәлекле системаһы ашаһы тормошҡа ашырылды.
Сәхнәләге ваҡиғаларҙы, декорацияларҙы, артистарҙың костюмдарын, кәйефтәрен, сәхнәләге хәрәкәттәрҙе профессиональ тифлокомментатор "күрергә" ярҙам итте.
Милли йәштәр театры материалдарынан. По материалам Национального молодежного театра.
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә Белореттан сыҡҡан шағирҙарҙың ижадынан торған йыйынтыҡ донъя күрҙе. Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң баҫма китапхана абонементына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.