Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы "Йөрәктән йөрәккә" байрам концерты үтте.
Сарала һәүәҫкәр артистар Раиса Полиенко, Олег Бугров, Римма Хөсәйенова, Наталья Минеева, "Умырзая" һәм "Дуҫтар тауышы" коллективтары тарафынан мөхәббәт хаҡында йырҙар йырланды.
Сара тәмле сәй менән тамамланды.
3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Тыуған ерҙең күп тауышы: һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәрендә мультителле аудиокитаптар" проектын презентациялай. Проект Башҡортостан республикаһы башлығы грантына иреште.Проекттың төп идеяһы: һуҡыр һәм насар күреүсе ҡулланыусыларҙы Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәни байлыҡтарын үҙ эсенә туплаған мәғлүмәт менән тәьмин итеү.
Рәсәй халҡы төрлө этник төркөмдәргә ҡарай, төрлө диндәр тота, әммә был уларға татыу йәшәргә ҡамасауламай. Бер милләттең мәҙәниәте күршеләш йәшәгән икенсе милләткә йоғонто яһай, уны тулыландыра, байыта.
Һуҡырҙар өсөн китапхана һаулығы сикле ҡулланыусылар өсөн кәрәкле мәғлүмәт алыуҙа ярҙам итеүсе, яраҡлаштырылған башҡорт әҙәбиәтен баҫтырыуҙа лидер, һәм, әлбиттә, китап яратыусылар өсөн мәҙәни ял урыны ла булып тора. Китапхана башҡорт телендә аудиокитаптар тауышландыра, Брайль шрифты менән китаптар баҫтыра. Әйткәндәй, тик махсус китапханала ғына һуҡырҙар өсөн махсус форматтарҙа башҡорт телендә төрлө әҙәбиәт баҫыла.
Был проектты тормошҡа ашырыу барышында, республикала йәшәгән төп этник төркөмдәр: төрки төркөмдәр - татарҙар, сыуаштар; славян төркөмдәре - украиндар, белорустар; фин-уғыр төркөмдәре - марийҙар, мордва, удмурттар; балтик төркөм - латыштар тураһында ҡабарынҡы график әсбаптар баҫтырылды. Шулай уҡ, башҡа китапханалар өсөн дә РБ халҡы телдәрендә аудиокитаптар алынды.
Был проект күреү һәләтенән яҙған кешене ҡәҙимге донъяға тағы ла нығыраҡ яҡынайтырға ярҙам итә.
Проекттың презентацияһында ҡабарынҡы график һүрәттәр менән бирелгән бөтә баҫмалар ҙа, "һөйләй торған" аудиокитаптар йыйынтыҡтары ла тәҡдим ителәсәк. Улар, үҙ сиратында, республикаһының 8 база китапханаларына һәм филиалдарға тапшыраласаҡ.
Начало презентации в 11 часов по адресу: Уфа, Кирова, 47. Проезд до остановки транспорта «Витаминный завод».
Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы махсус китапхананың Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре 4-се класс уҡыусылары өсөн "Изгелек тарат!" квест уйынын ойошторҙо.
Балалар был көндөң килеп сығыу тарихы менән таныштылар. Һаулығы сиклеләргә күрһәткән ярҙамдары хаҡында һөйләнеләр, хис-тойғолары менән уртаҡлаштылар.
Сара аҙағында "Цветик - семицветик" йәнһүрәте күрһәтелде.

Нисек Әҡлимә һәм Мәрйәм инәйҙәр һайлауға барғандар
Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион мәктәбендә, һайлау хоҡуғы буйынса сираттағы конкурс уҙҙы.
Конкурстың тәүге этабында 38 кеше ҡатнашты. Икенсе тур оло класс уҡыусылары өсөн уйын формаһында үтте.
Был юл һайлауҙарҙың мөһимлеге тураһында ҡурсаҡ театры геройҙары һөйләне. Конкурс башында Әҡлимә һәм Мәрйәм инәйҙәр ҡатнашлығында бәләкәй генә сәхнәләштереү булды. Һуңынан балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, политик терминдарға билдәләмә яҙҙылар.
Шулай итеп, еңеүселәр: Камилла Рәхимова (1-се урын), Дарья Парфенова (2-се урын), Евгений Чекалов (3-сө урын).
Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

29 ноябрь махсус китапханала "Достоевский "Форматта" сараһы үтте. Китапхана уҡыусылары Достоевский әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдар тураһында әңгәмәләштеләр. Яҙыусының тормошо һәм ижады менән таныштылар.
"Идиот", "Братья Карамазовы", "Униженные и оскорбленные" фильмдары тураһында бәхәс алып барҙылар.
Өфө Алишер Усмановтың "Сәнғәт, ғилем һәм спорт" шәфҡәтлелек фондының "Үҙенсәлекле ҡараш" программаһын уңышлы рәүештә тормошҡа ашырған 27 төбәктең береһенә инде.
Фондтың грантлы ярҙамы менән китапханала тифлокомментарийҙар яҙҙырыу өсөн ҡоролмалар бар.
30 октябрь махсус китапхананың тифлокомментаторы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, "Кәмһетелгәндәр" спектакленә тере тифлокомментарий алып барасаҡ. Профессиональ тифлокомментатор реплика араһындағы паузала сәхнәләге хәрәкәтте, декорацияларҙы, артистарҙың костюмдарын, уларҙың кәйефтәрен, хәрәкәттерен тасуирлаясаҡ.
Был социаль хеҙмәтләндереү төбәктәрҙә көндән-көн үҫешә бара. 2019 йылдың аҙағына махсус китапханала "Башҡортостан" киностудияһы менән ике яҡлы килешеү рамкаһында "Тәүге республика", "Өфөнән һөйөү менән", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмдарына тифлокомментарийҙар яһаласаҡ.
Техник мөмкинлектәр сәбәпле, һуҡырҙар өсөн урындар һаны һәм билеттар сикле. Инеү өсөн махсус китапханала алдан яҙылырға кәрәк.
Зәйнәб Биишева әҫәре буйынса ҡуйылған "Кәмһетелгәндәр" спектакле - кескәй кешенең, революция алды йылдарында булған ауыр замандарҙа үҫеүе, формалашыуы тураһындағы драма. Бәләкәй Емешкә үгәй әсә йортонда еңелдән тура килмәй. Тормош ҡуйған ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡай яҡты, нескә күңелле бала булып ҡала. Әҫәрҙә, шулай уҡ, башҡорт ауылының тормошо, мөхәббәт драмалары, социаль тетрәнеүҙәр һүрәтләнә. Әйтерһең, был ваҡыт йәшәү өсөн түгел, ә тере ҡалыуҙы өҫкә ҡуйған мәл. Тик Емеш тормошто башҡаса тоя.
Спектакль бик нескә итеп бирелә. Фольклор мотивтарға бай. Ҡуйыусы режиссеры Мөсәлим Ҡулбаев.
Спектакль бер антрактта. Йәш категорияһы: 12+
Использованы фото с сайта Национального молодежного театра им. М.Карима.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Клара Әғлиуллинаның эштәренән торған экспозиция асылды.
Клара Әғлиуллина географ, энциклопедист, журналист, РБ-ның һәм РФ-тың журналистар Союзы ағзаһы. Архангель районы Максим ауылында тыуған. БДУ-ның география факультетын тамамлай. 2004 йылдан алып "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми учреждениеһында эшләй.
Клара рус телендә ижад иткән башҡорт шағирәһе. Шиғырҙарҙы бала саҡтан уҡ яҙа. 2015 йылдан алып башҡорт шағирҙары ның ижадын тәржемә итеү менән шөғөлләнә.
Клара үҙен һүрәт төшөрөү сәнғәтендә лә һынай. Әлеге күргәҙмәлә пейзаждар, натюрморттар тәҡдим ителә.
Осрашыуҙа автор ҡунаҡтарға эштәренең сюжетын асты, бер-нисә шиғырын уҡыны.
27 ноябрь махсус китапханала Липецк ҡалаһы менән "Тыуған ерҙең күп тауышы" телекүпере үтте. Видеоосрашыуҙың төп маҡсаты - Рәсәй халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте, йолалары һәм ижады менән танышыу, шулай уҡ, тыуған телдәрҙең юҡҡа сығыу мөмкинлеге мәсьәләләрен хәл итеү.
Телекүпер рамкаһында Липецк ҡунаҡтары Башҡортостан республикаһының тарихи һәм мәҙәни йолалары, халҡы менән танышты. Башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәре яңғыраны, китапхана уҡыусылары менән виртуаль әңгәмә алып барылды.
25 ноябрь Ишембай ҡалаһы "Юрматы" спорт комплексында мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында ярыш үтте. Ярыш Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез-Күмертау ҡалалары араһында булды.
"Стәрлетамаҡтыҡылар" командаһы составында махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Ярыш бер-нисә этаптан торҙо. Унда тиҙлек, дөрөҫ башҡарыу, команда эсендәге ойошҡанлыҡ күҙ уңында тотолдо. Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы еңеүсе тип билдәләнде.

Әсәләр көнө - Халыҡ-ара байрам. Ул 1998 йылдан алып билдәләнә. Был көндө әсәләрҙе һәм ауырлы ҡатындарҙы ҡотлау ҡарала.
Махсус китапханала "Йөрәк йылыһы әсәйҙәр өсөн" ғаилә сараһы үтте. Ололар һәм балалар үҙҙәренең әсәләре тураһында һөйләнеләр, башҡорт һәм рус шағирҙарының әҫәрҙәрен уҡынылар, йырҙар йырланылар, открыткалар яһанылар.
Сара викторина менән тамамланды.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.