Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбендә, яҙыусы П.П. Ершовтың тыуыуына 205 йыл тулыу айҡанлы, түбәнге класс уҡыусылары өсөн "Изге әкиәтсе" библиоквизы үтте.
Сара барышында балалар яҙыусының ижад һәм тормош юлы менән танышты, әкиәттәрҙән эпизодтар тыңланылар, библиоквиз һорауҙарына яуап бирҙеләр.

Махсус китапхана абонементы "Ваҡиғалар барышы - фронт" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә совет прозаигы, сценарист, драматург һәм хәрби журналист Иван Стаднюктың 100 йыллыҡ юбилейына бағышлана.
И. Стаднюк 1921 йылдың башында Украинала крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1939 йылда Украина журналист институтына уҡырға инә. 1940 йылдан алып матбуғатта баҫыла. Тәүге әҙәби баҫмаһы "Эш юлы" Смоленск өлкә гәзитендә донъя күрә.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы. Һуғыш мәлендә лә ижад итеүҙе ташламай. 1958 йылда полковник дәрәжәһендә әрме сафынан китә.
Киң танылған әҫәрҙәре: "Кешеләр фәрештә түгел", "Һуғыш", "Кеше бирешмәй", "Хаҡлыҡтың әсе икмәге", "Максим Перепелица" һәм башҡалар.
Күргәҙмәлә яҙыусының төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тәҡдим ителә:
 
Плоско-печатные издания:
Стаднюк, И. Ф. Война [Текст] / И. Ф. Стаднюк. — Москва: Воениздат, 1987. — 652 с.
Стаднюк, И. Ф. Сокровенное [Текст]: [cтатьи и очерки] / И. Ф. Стаднюк. — Москва: Современник, 1980. — 368 с.
Стаднюк Иван Фотиевич // Советские писатели. Автобиографии [Текст]: Т. 5 / Сост. С. Колов. — М.: Худож. лит., 1988. — С. 438-447.
Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом:
Стаднюк, И. Война. Кн.1 [Шрифт Брайля]: роман / И. Стаднюк. — М.: Просвещение, 1977. — 4 кн. — Перепеч.: М.: Современник, 1977.
Стаднюк, И. Война. Кн.2 [Шрифт Брайля]: роман / И. Стаднюк. — М.: Просвещение, 1983. — 5 кн. — Перепеч.: М.: Воениздат, 1980.
Стаднюк, И. Война. Кн.3 [Шрифт Брайля]: роман / И. Стаднюк. — М.: Просвещение, 1983. — 5 кн. — Перепеч.: М.: Воениздат, 1980.
Стаднюк, И. Люди не ангелы [Шрифт Брайля]: роман / И. Стаднюк. — М.: Просвещение, 1985. — 8 кн. — Перепеч.: М.: Молодая гвардия, 1982.
Стаднюк, И. Москва, 41-й [Шрифт Брайля]: роман / И. Стаднюк. — М.: Просвещение, 1987. — 6 кн. — Перепеч.: М.: Воениздат, 1985.
Стаднюк, И. Повести [Шрифт Брайля]: роман / И. Стаднюк. — М.: Просвещение, 1986. — 7 кн. — Перепеч.: М.: Молодая гвардия, 1983.
 
«Говорящие» книги на магнитофонных кассетах:
Стаднюк, И. Война [Звукозапись]: роман. Кн. 1-3 / И. Стаднюк; чит. В. Сушков. — М.: Логос ВОС, 1994. — 10 мфк (36 ч 19 м 48 с): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: ВОЕНИЗДАТ, 1987.
Стаднюк, И. Люди не ангелы [Звукозапись]: роман / И. Стаднюк; чит. Ю. Заборовский. — М.: Логос ВОС, 1994. — 5 мфк (18 ч 21 м 01 с ): 2, 38 см/с 4 дор. — С изд.: Стаднюк И. Собр. соч. В 4 Т. Т 1. — М.: МОЛ. ГВАРДИЯ, 1982.
 
«Говорящие» книги на жестком диске:
Стаднюк, Иван. Война. Кн. 1-3 [Электронный ресурс]: роман / И. Стаднюк. — М.: Логосвос, 2013. — 1 фжд: Формат MP3.
Стаднюк, Иван. Люди не ангелы [Электронный ресурс]: роман / Иван Стаднюк. — М.: Логосвос, 2013. — 1 фжд: Формат MP3.
Стаднюк, И. Москва, 1941-й [Электронный ресурс]: роман / И. Стаднюк; чит. В. Сушков. — М.: Логосвос, 2009-2010. — 1 фжд: Формат MP3.
 
3 март махсус китапханала композитор Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә арналған сара үтәсәк. Сарала Башҡортостан республикаһының халыҡ артистары Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова, "Урал моңо - 2018" фестивале еңеүсеһе Тимур Рамазано, Ленар Бикмырҙин, Ләйсән Нуриева, һәүәҫкәр артистар һәм коллективтар сығыш яһаясаҡ.
Беҙҙең китапханала композитор ижады иҫтәлегенә арналған мемориаль мөйөш ойошторолған. Мөйөш нота дәфтәрҙәре, уның тураһында китаптар, төп экспозиция - С. Низаметдинов уйнаған фортепиано менән биҙәлгән. Шулай уҡ Интернет селтәрендә, китапхана сайтында виртуаль китап күргәҙмәһе эшләй.
26 февраль махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре "Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханаларҙың роле" республика тифлосессияһын үткәрҙе.
Сараны ойоштороусылар: РБ-ның Мәҙәниәт министрлығы, һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы.
Тифлосессияла ҡатнашыусылар: З. Вәлиди исемендәге милли китапхана, Өфө ҡалаһының муниципаль китапханалары, Бөрө, Кушнаренко, Өфө районы китапханалары хеҙмәткәрҙәре.
Махсус китапхана директоры Айгөл Әминева барса халыҡ, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгәндәргә лә мәғлүмәт еткереү саралары булырға тейешлеге, был теманың һәр саҡ актуаль булып ҡаласағы тураһында доклад менән сығыш яһаны.
"Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә китапхана шарттарында ҡулай мөхит формалаштырыу" темаһына түңәрәк өҫтәл артында ҡатнашыусылар актуаль мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр.
Сара Өфө ҡалаһының Үҙәк ҡала китапханаһына сәйәхәт менән тамамланды.
Интеграция" Бөтә Рәсәй йәмғиәт ойошмаһы белем биреү һәм ғилми ойошмалары өсөн конкурс үткәрә. Ул Рәсәй дәүләт думаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арнала.
Конкурста 14 йәштән алып 30 йәшкә тиклемге бөтә әүҙем граждандар ҡатнаша ала.
Конкурс түбәндәге йүнәлештәр буйынса үткәрелә:
- дәүләт төҙөлөшө һәм граждандарҙың конституция хоҡуғы;
- иҡтисади сәйәсәт;
- социаль сәйәсәт;
- белем биреү, ғилем, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт;
- бюджет, һалым һәм финанс законы;
- йәштәр сәйәсәте;
- энергетик сәйәсәт;
- биләмә закондары.
Конкурс тураһында ентекләп ошонда танышырға мөмки
19 марта с 11 до 15 часов в Башкирской республиканской специальной библиотеке для слепых ГКУ «Госюрбюро РБ» будет проведен бесплатный прием граждан по юридической помощи в соответствии с Федеральным законом от 21 ноября 2011 года № 324-ФЗ «О бесплатной юридической помощи в Российской Федерации» и Законом Республики Башкортостан от 24.12.2012 г. № 638-з «О бесплатной юридической помощи в Республике Башкортостан».
Бушлай юридик ярҙамды алыу мөмкинлегенә түбәндәгеләр эйә:
- Аҙ милекле ҡатламдар;
- I һәм II төркөм инвалидтары;
- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, РФ Геройҙары, Совет Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, РФ-тың Хеҙмәт Геройҙары;
- Инвалид балалар, етем балалар һәм уларҙы ҡараусылар;
- Ата-әсәһеҙ ҡалған баланы алырға теләүселәр;
- Баланы уллыҡҡа алыусылар;
- Бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғына эйә булыусы граждандар (№ 122-ФЗ);
- Политик репрессияларҙа ҡазаланған һәм реабилитацияланған граждандар;
- Хоҡуҡ боҙоусы бәлиғ булмаған балалар;
- Эшләмәгән пенсионерҙар;
- III төркөм инвалидтары;
- Хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары;
- 3 һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр;
- 14 йәшкә тиклем булған балалы яңғыҙ әсәләр;
- Чернобыль АЭС-ында ҡаза күргән граждандар;
- “Рәсәйҙең Почетлы доноры”, “СССР-ҙың Почетлы доноры” күкрәк значогы менән бүләкләнгән граждандар.
Бушлай юридик ярҙам алыу өсөн киләһе документтар мотлаҡ булырға тейеш:
- Паспорт күсермәһе;
- Бушлай юридик ярҙам алырға хоҡуҡлы граждандар категорияһын билдәләгән документ күсермәһе.
Махсус китапханала Ленар Бикмырҙиндың бенефисы үтте. Ленар Зәки улы - композитор, аранжировкалар яһаусы, йырҙарға текстар авторы, Алтын Барыҫ халыҡ ара премия лауреаты, талантлы башҡарыусы.
Н. Сабитов исемендәге музыкаль мәктәптә С. А. Низаметдинов һәм Д. М. Таһиров класында уҡый. 1993 йылда Стәрлетамаҡта Башҡорт республика мәҙәниәт техникумын тамамлай. С. Низаметдинов менән күп төрлө эштәр алып бара.
Ленар үҙенең һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарына 400 ашыу йыр яҙа. Уны Айҙар Ғәлимов, Лилиә Биктимерова, Вәсилә Фәттәхова кеүек йондоҙҙар башҡара.
Ленар Бикмырҙиндың бенефисында халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, "Юлдаш" радиоһы алып барыусыһы Рәниә Билалова ҡатнашты. Үҙенең художество етәксеһен "Умырзая" һәм "Дуҫтар тауышы" коллективтары ҡотланы.
Кисәнең сәбәпсеһе башҡорт, татар, рус һәм итальян телдәрендә йырҙар йырланы.
25 февраль Башҡортостан республикаһының дәүләт флагы көнө. Ошо дата айҡанлы махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә ҡабарынҡы график китап донъя күрҙе. Китап ҡабарынҡы иллюстрациялар менән бирелгән. Башҡорт флагының килеп сығышы һәм үҫеү этабы тураһында һөйләнелә.
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң баҫма махсус китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.
Нет аудиозаголовка!!!
Был конкурсты Башҡортостан республикаһының Мәҙәниәт министрлығы уҙғара. Ойоштороусыһы Башҡортостан республика махсус китапханаһы. Шулай уҡ муниципаль китапханалар, ижади берекмәләр, йәмәғәт ойошмалары ярҙам итә. Конкурс Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығына арнала. Конкурс тураһында ентекләп ошонда уҡырға мөмкин.
23 февраль алдынан махсус китапханала "Ил сигендә тора һалдаттар" тигән тантаналы сара һәм "Һуғыш тураһында һөйләйем..." шиғыр уҡыусылар конкурсы уҙҙы. Китапханасылар ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотланылар, был датаның килеп сығыу тарихы менән таныштырҙылар.
Шиғыр уҡыусылар конкурсында беҙҙең әүҙем китап уҡыусыларыбыҙ ҡатнашты: Олег Бугров, Зарема Сөләймәнова, Роза Таһирова, Римма Хөсәйенова, Светлана Михайлова.
Конкурста ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.