Зөләйха күҙҙәрен аса. Гүзәл Яхина менән осрашыу.

Автор романа «Зулейха открывает глаза» Гузель Яхина в Уфе
Автор романа «Зулейха открывает глаза» Гузель Яхина в Уфе
Автор романа «Зулейха открывает глаза» Гузель Яхина в Уфе
3 декабрь яҙыусы, “Зөләйха күҙҙәрен аса” китабының авторы, төрлө премиялар лауреаты Гүзәл Яхина беренсе тапҡыр Өфөгә килде. Осрашыу “Башинформ” агентствоһының конференция залында уҙҙы.
Кулак ҡыҙы Зөләйха хаҡындағы китап баш ҡала кешеләренең күңеленә үтеп ятты. Әйткәндәй, был яҙыусының дебюты ине.
“Бында булыу минең өсөн ныҡ ҡыуаныслы. Роман Башҡортостан халҡына оҡшаны, буғай. Иң ҡәҙерле хатты ла мин Өфөнән алдым. Уны 93 йәшлек аҡһаҡал яҙғайны. Хатта ул үҙенең тормош юлы, кулак булыуы тураһында тәфсирләгәйне”, - ти автор.
 Гүзәл Яхина шулай уҡ романдың нисек яҙылыуы, нисек нәшриәттә баҫтырылыуы тураһында ла һөйләне.
Китап бөгөнгө көндә бестселлер булып һанала. 20 телгә тәржемә ителгән. “Рәсәй” телеканалы 6 сериялы фильмын әҙерләй.
Яҙыусы махсус китапханаға был романдың аудио вариантын бүләк итте.
Журналистар менән осрашыу автограф таратыу менән тамамланды. Шулай уҡ Гүзәл Яхина Өфөнөң иҫтәлекле урындарын байҡаны, З. Вәлиди исемендәге милли китапханала уҡыусылар менән осрашты.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.