Девяностолетие библиотеки

Әҙәби, музыкаль әҫәрҙәр республика конкурсы

Республиканский конкурс литературных, музыкальных произведений
Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы 2024 йылдың 30 ноябренә тиклем республика әҙәби, музыкаль әҫәрҙәр, шулай уҡ хәрби-патриотик тематикалы һынлы сәнғәт әҫәрҙәре конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар һәм конкурс эштәрен ҡабул итә.
Конкурс шарттары Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең 2024 йылдың 21 октябрендәге 438-се ҡарары менән раҫланған әҙәби, музыкаль әҫәрҙәр, шулай уҡ хәрби-патриотик тематикалы һынлы сәнғәт әҫәрҙәре республика конкурсы тураһында Положение менән билдәләнгән.
Конкурс эштәре һәм документтар 450015, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18 адресы буйынса йәки электрон почта адресына электрон формала (техник мөмкинлек булғанда) ҡабул ителә mkrb@bashkortostan.ru.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347) 280-87-64, 280-87-97.
Конкурстың Положениеһы менән тулыраҡ һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.