Девяностолетие библиотеки

"Яҙмыштың юғары бүләге" китап күргәҙмәһе

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы махсус китапхана ҡунаҡтарына һәм ҡулланыусыларына яҙыусы М.А. Шолоховтың тыуыуына 120 йыл тулыуға «Яҙмыштың юғары бүләге» китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Михаил Шолохов, СССР етәкселеге тарафынан Нобель премияһын тапшырыу тураһында килешелгән, берҙән-бер совет яҙыусыһы була. Награда уға «Рәсәй өсөн киҫкен осорҙа дон казактары тураһында эпостың художество көсө һәм бөтөнлөгө өсөн» икенсе төрлө әйткәндә, «Тымыҡ Дон» романы өсөн бирелә. Шолохов әҫәрҙәре буйынса Совет һәм Рәсәй режиссерҙары фильмдар төшөрә, спектаклдәр ҡуя һәм опералар ижад итә.
Ул Дон ярындағы Вешенская станицаһында тыуа һәм үҫә. 1918 йылда станица мәктәбе ябылғандан һуң кисәге дүртенсе класс уҡыусыһы Михаил Шолохов грамотаһыҙлыҡты бөтөрөүҙә ҡатнаша башлай һәм өлкәндәргә уҡырға өйрәтә, шул уҡ ваҡытта театр түңәрәге өсөн пьесалар яҙа.
1922 йылда Мәскәүҙә рабфактың әҙерлек курстарына уҡырға инергә тырыша, әммә уҡырға инмәй, йөк тейәүсе, ташсы, бухгалтер булып эшләй.  Шул уҡ ваҡытта үҙ аллы белем алыу өсөн ваҡыт таба. Ул әҙәби мөхит вәкилдәре менән таныша, «Йәш гвардия» әҙәби берекмәһе дәрестәренә йөрөй. Был ваҡытҡа йәш Шолоховтың тәүге яҙыу тәжрибәһе ҡарай. 1923 йылдың көҙөндә «Юношеская правда» уның ике «Испытание» һәм «Три»фельетонын баҫтыра. 1924 йылда «Молодой ленинец» гәзитендә Шолоховтың дон хикәйәләре циклынан беренсе хикәйәһе баҫыла. Һуңыраҡ был циклдағы бөтә хикәйәләр өс йыйынтыҡҡа берләштерелә: «Дон хикәйәләре», «Лазарев далаһы» һәм «Колчак, кесерткән һәм башҡалар тураһында».
1924 йылдың декабрендә Михаил Шолохов Рәсәй пролетар яҙыусылар ассоциацияһы ағзаһы булып китә һәм 1925 йылда «Тымыҡ Дон» романын яҙа башлай. «Тымыҡ Дон»дың беренсе һәм икенсе өлөштәре 1928 йылда «Октябрь» журналында баҫылып сыға. Тиҙҙән Шолохов әҫәрҙең авторы түгел тигән имеш-мимештәр барлыҡҡа килә. Скептиктар уның шундай ҙур һәм өлгөргән хеҙмәт өсөн бик йәш булыуын билдәләй. Әҙәби даирәләрҙә автор билдәһеҙ аҡ гвардия офицеры булыуы мөмкин тип әйтәләр. Был мәсьәлә менән хатта махсус комиссия шөғөлләнә, уға яҙыусы романдың һыҙмаларын бирә. Шулай итеп, әҫәрҙе Михаил Шолохов яҙғанлығы иҫбатлана. "Тымыҡ Дон" совет нәшриәттәрендә ҙур тираж менән сыға. Уның буйынса фильмдар төшөрәләр, драма спектаклдәрен һәм хатта опералар ҡуялар.
1930 йылдарҙа Михаил Шолохов йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм сәйәсәт менән шөғөлләнә, уны яҙыусылар Союзы идараһына һайлайҙар. 1938 йылда ул СССР Юғары советы депутаты, илдәге юғары власть органы, ә бер йылдан һуң СССР фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы була. 1941 йылда яҙыусы «Тымыҡ Дон» романы өсөн Сталин премияһын ала, награданы ул илде обороналауға бүлә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Шолохов «Правда» һәм «Красная звезда» гәзиттәре хәрби хәбәрсеһе булып хеҙмәт итә. Баҫма биттәрендә уның фронттан очерктары сыға. 1943 йылдан «Правда» ла «Улар Ватан өсөн көрәште»романынан бүлектәр баҫыла. Яҙыусы әҫәрен 1942 йылғы ваҡиғаларға, Совет ғәскәрҙәренең Донға сигенеүенә бағышлай. Роман геройҙары һуғыштар араһында тыныс тормош тураһында һөйләгән һалдаттар, йорт һәм ғаиләне иҫкә ала. 1956 йылда «Кеше яҙмышы» хикәйәһе баҫылып сыға.
1965 йылда Михаил Шолохов әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына лайыҡ була. Һуңғы йылдарҙа эшләүен дауам итә, публицистик мәҡәләләр һәм яҙмалар сығара, йәш әҙәбиәтселәр менән осраша. Яҙыусы 1984 йылда Вешенская станицаһында вафат була, уны йорт эргәһендәге баҡсала ерләйҙәр. (КультураРФ сайты материалдары буйынса).
Күргәҙмәлә махсус китапхана фондынан баҫмалар тәҡдим ителә.
Брайль рельефлы-нөктәле шрифты менән баҫылған китаптар:
Шолохов, М.А. Нахаленок; Васюткино озеро; Простите нас! [Текст Брайля] / М. Шолохов, В.Астафьев, Ю. Бондарев. - М.: Логос ВОС, 2009. - 1 кн. — Перепеч.: М.: Дет. Лит., 1981; Красноярск: Офсет, 1997.-(Собр. соч. в 5 т.); М.: Мол. гвардия, 1973.- (Собр. соч. в 4 т.). — ISBN 978-5-93124-457-0 (331,10)
Шолохов, М.А. Судьба человека [Шрифт Брайля] / М.А. Шолохов; пер. на Эсперанто А. Агости, Н. Дановского. - М.: Просвещение, 1986. - 1 кн. — Перепеч.: М., 1965.
Шолохов, М.А. Чужая кровь [Шрифт Брайля] / М.А. Шолохов. - М.: Просвещение, 1985. - 1 кн. — Перепеч.: М.: Худож. лит., 1983.
«Говорящие» книги на электронных носителях:
Шолохов, М.А. Тихий Дон [Звукозапись]: роман: в 4 кн. / М.А. Шолохов; Читает Е. Терновский. - М.: Логос ВОС, 1998. - 19 мфк. (73 ч. 28 м.): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: ПРАВДА, 1962. - СОБР. СОЧ.: В 8 Т. Т. 2-5.
Шолохов, М.А. Поднятая целина [Звукозапись]: роман / М.А. Шолохов; чит. В. Панфилов. - М.: Логос ВОС, 1991. - 9 мфк. (32 ч 32 м): 2,38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: Современник, 1981.
Шолохов, М.А. Донские рассказы [Звукозапись] / М. А. Шолохов; Читает Ю. Заборовский. - М.: Логос ВОС, 2001. - 4 мфк. (13 ч. 7 м. 13с.): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: Худож. лит., 1980.
Шолохов, М. Поднятая целина [Электронный ресурс]: роман / М. Шолохов; чит. В. Панфилов. - М.: Логос ВОС, 2006. - 1электрон. опт. диск (СD-ROM):32 ч. 26 м.- Формат МР3. - С изд.: М.:Дет.лит., 1974.
Шолохов, М.А. Тихий Дон [Электронный ресурс]: Спектакль Ленингр. Большого драм. театра им. Горького / М.А. Шолохов; пост. Г.О. Товстоногова. - М.: ООО "БИЗНЕССОФТ", 2006. - 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 2 ч 41 м.- Формат МР3.
Шолохов, М.А. Донские рассказы [Электронный ресурс] / М.А. Шолохов; чит. Ю. Заборовский. - М.: Логос ВОС, 2007. - 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 13 ч 1 м.- Формат МР3. - С изд.: М.: Худож. лит., 1980.
Шолохов, М.А. Тихий Дон [Электронный ресурс]: роман: запись 1975-1977 гг. / М.А. Шолохов; чит. М. Ульяно. - М.: АРДИС, 2010. - 3 электрон. опт. диска (CD-ROM): 37 ч 35 м.- Формат МР3. - (Из архивов Гостелерадиофондов.
Шолохов, М. Поднятая целина [Электронный ресурс] / М. Шолохов; чит. В. Панфилов — М.: Логосвос, 2009-2010. — 1 фжд. Формат MP3 .— С жесткого диска № 1.
Книги, изданные плоскопечатным шрифтом:
Шолохов, М.А. Они сражались за Родину [Текст] / М.А. Шолохов. - Йошкар-Ола: Марийское кн. изд-во, 1981. - 238 с.
Шолохов, М.А. Тихий Дон [Текст]: роман в 4 кн. Кн. 1, 2 / М.А Шолохов. - Л.: Лениздат, 1981. - 672 с.
Шолохов, М.А. Тихий Дон в изложении для школьников [Текст]: с приложением лучших сочинений / М. Шолохов. - Минск: Харвест, 2006. - 192 с.
Шолохов, М.А. Нахаленок. Простите нас! Васюткино озеро [Текст]: Сборник / М. Шолохов, Ю. Бондарев, В. Астафьев. - М.: Логос ВОС, 2008. - 158 с. — (Круг чтения. Изд. для слабовидящих)
Шолохов, М.А. Тихий Дон [Текст]: роман в 4 кн. Кн. 3, 4 / М.А. Шолохов. - Л.: Лениздат, 1981. - 768 с.
Шолохов, М.А. Донские рассказы. В 2 кн. Кн.1 [Текст] / М.А. Шолоховю. - М.: Логос ВОС, 2009. - 367 с.— (Изд. для слабовидящих). - Перепеч.: М.: Советская Россия, 1983
Шолохов, Михаил Александрович. Донские рассказы. В 2 кн. Кн.2. [Текст] / М.А. Шолохов. - М.: Логос ВОС, 2009. - 335 с.— (Изд. для слабовидящих). - Перепеч.: М.: Советская Россия, 1983

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.