"Яңы заман өсөн көслө идеялар" форумына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Начался прием заявок на форум «Сильные идеи для нового времени»
«Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумына ғаризалар ҡабул ителә, ул дүртенсе тапҡыр үткәреләсәк. Форумды ойоштороусылар - стратегик башланғыстар агентлығы Һәм Росконгресс фонды, ВЭБ.РФ. Идеяны идея.росконгресс.рф платформаһында 2024 йылдың 31 ғинуарына тиклем бирергә мөмкин. Һуңынан эксперттар топ-1000 һәм топ-100 идеяларын һайлап аласаҡ, иң яҡшы тәҡдимдәрҙе март айында ил етәкселегенә тәҡдим итәсәк.
"Форум – ул бөгөн илебеҙ алдында торған проблемаларға яңы һәм йыш ҡына проблемаларҙы хәл итеүгә стандарт булмаған ҡараш. Үткән йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, илдә Рәсәй яҙмышында, уның киләсәген формалаштырыуҙа ҡатнашырға әҙер булған күпме аҡыллы һәм битараф булмаған кешеләр бар. 
Быйыл ҡабул ителәсәк идеялар һәм тәҡдимдәр 2036 йылға тиклем илде үҫтереү стратегияһын әҙерләүҙә ярҙам итер тип иҫәпләйбеҙ", – тине РФ Президенты ярҙамсыһы, форумдың ойоштороу комитеты рәйесе Максим Орешкин.
 "Форум сиктәрендә тормошҡа ашырылған йәмғиәт, эксперт берләшмәһе, власть һәм бизнес араһында туранан – тура асыҡ диалог - ул илдең дөйөм милли мәсьәләләрен хәл итеүҙең талап ителгән һәм перспективалы механизмы. Ул, шул иҫәптән, күп кеше тәҡдим иткән башланғыстарға комплекслы һәм һөҙөмтәле ярҙам саралары ярҙамында тәьмин ителә", – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды идара рәйесе, Росконгресс фонды директоры Александр Стуглев.
"Кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү, технологиялар, мәғариф өлкәһендә тәҡдимдәре һәм проекттары булған һәр кемдән ғаризалар көтәбеҙ. "Һәр идея баһа аласаҡ – был эшкә ғәҙәттәгесә киң эксперт берләшмәһен, төбәк идара итеү командаларын йәлеп итәсәкбеҙ", – тип билдәләне АСИ-ның генераль директоры Светлана Чупшева.

 

Какие есть номинации? - качество жизни населения

- развитие экономики и предпринимательства

- пространство для жизни

- экономика данных и цифровые решения

- эффективный труд и образование

- технологическое развитие

- эффективное государство

При подаче идеи в любое направление вы также можете выбрать сквозные треки: цифровые решения, молодежные инициативы и международное сотрудничество. Подписывайтесь на канал форума: @ideas_forum, чтобы ничего не пропустить!

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.