Янғындан һаҡланыу айлығы.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының Башҡортостан республикаһы Һуҡырҙар махсус китапханаһы өсөн эшләнгән Планына ярашлы, 15 апрелдән 15 майға тиклем янғындан һаҡланыу айлығы үткәрелде. Бер ай эсендә китапхана хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы һаҡлау буйынса ғәмәли һәм теоретик белемен яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер-нисә сарала ҡатнашты.
Тыныс ваҡытта ла, һуғыш ваҡытында ла халыҡтың янғындан һаҡланыуын тәьмин итеү мәғлүмәтен еткереү маҡсатында китапхана хеҙмәткәрҙәре йыйылышы үткәрелде. Хеҙмәткәрҙәр китапхана бинаһында янғын, һәм башҡа төрлө хәүефле хәл килеп тыуыуы менән ни эшләргә кәрәклеген аңлатҡан күрһәтмәләр менән таныштырылды. Уларға ут һүндергестәрҙең нисек эшләүе менән таныштырыусы фильм күрһәтелде, янғын һүндереү ҡорамалдарын ҡулланып, янғын расчеттары менән күнекмәләр үткәрелде.
Шулай уҡ, һәр хеҙмәткәр үҙенең эш урынында ниндәй эштәр башҡарырға тейешлеген күрһәтте, йыл әйләнәһенә өҙөлмәгән ҡунаҡтарҙы ҡотҡарыу күнекмәләрендә лә ҡатнашы.
Махсус китапханың бинаһы, ғәмәлдәге закондарға ярашлы, янғын хәүефе айырыуса ныҡ янаған яҙ-йәй һәм көҙ-ҡыш айҙарында бөтөн профилактик-надзор саралары комплексына тап килә: бүлмәләргә янғынға ҡаршы сигнализациялар ҡуйылған, учреждениеның эш бүлмәләрендә һәм залдарында янғын һүндергестәр, коридорҙа янғын һүндереү эсәктәре бар.

Макарим Хусаинович Тухватшин












