Тыуған ерем – гүзәл Башҡортостан

Беседа: Наш дом родной – Башкортостан

10 октябрь махсус китапхананың Бәләбәй филиалында республика көнөнә арналған сара үтте. Уҡыу залында “Башҡортостан панорамаһы” китап күргәҙмәһе булдырылды. Артабан ҡатнашыусыларға Башҡортостан буйлап виртуаль экскурсия тәҡдим ителде. Сара барышында ҡунаҡтар Салауат Юлаев һәйкәле, ҡурай, “Урал батыр” эпосы тураһында тыңланылар, “Шүлгән-Таш” мәмерйәһенә виртуаль экскурсия яһанылар. Башҡорт балы, “Янғантау” тураһында ла әңгәмә алып барылды.
Сарала әүҙем ҡатнашыусыларға татлы приздар таратылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.