Терроризмға ҡаршы көрәштә берҙәмлек көнө
3 сентябрҙә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә берҙәмлек көнө билдәләнә. Был көн һәр ҡайһыбыҙға ҡурҡыныстар алдында берҙәм булыуҙың мөһимлеген һәм көс ҡулланыуға, вәхшилеккә ҡаршы бергәләп көрәшеүҙең әһәмиәтен иҫкә төшөрә.
Ошо мөһим датаға ҡарата М. Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы «Терроризмға – юҡ!» тигән иҫтәлек сәғәте үткәрҙе. Сарала Өфө ҡалаһының һуҡыр һәм насар күреүсе балалар өсөн 28-се махсус коррекцион интернат-мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Йәш ҡатнашыусылар «Әгәр ҙә һине әсирлеккә алһалар, үҙеңде нисек тоторға?» тигән темаға аңлайышлы һәм мөһим мәғлүмәт алды. Белгестәр терроризм менән бәйле экстремаль хәлдәрҙә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатты һәм һаҡланыу сараларын иҫкә төшөрҙө. Балалар гражданлыҡ уяулығының әһәмиәтен, хәүефтән ҡасыуҙы һәм террористик ҡурҡытыуҙарға дөрөҫ яуап биреүҙе өйрәнде.
Бесландағы фажиғә ҡорбандарын иҫкә алып, сарала ҡатнашыусылар уларҙы бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләне.

Макарим Хусаинович Тухватшин