"Тактиль сәнғәт донъяһы" күргәҙмәһенең презентацияһы 

Презентация выставки «Тактильный мир искусства»
22 декабрь 41-се модель йәштәр китапханаһында "Тактиль сәнғәт донъяһы" күргәҙмәһенең презентацияһы  үтәсәк. Ул РФ Президенты гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды. 1) "Тактиль сәнғәт донъяһы" уникаль күргәҙмәһе - ул бөйөк рус рәссамдары яһаған картиналарҙың күсермәһе. Улар махсус һуҡырҙар өсөн эшләнгән. Ойоштороусылар башҡаларға, эксперимент булараҡ, сәнғәт әҫәрҙәрен тотоп ҡарау ярҙамында тойорға тәҡдим итә. Тактиль рәсемдәр 3D-баҫма ярҙамында яһалған. Тулыраҡ ҡабул итеү өсөн күргәҙмә аудиогид менән оҙатылып бара. 

Был күргәҙмә мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижади индустрия өлкәләрендә проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бирелгән Рәсәй Федерацияһы гранты ярҙамында асылды. Һәм партнерҙар - Өфө ҡалаһының 29-сы, 31-се, 41-се китапханалары тарафынан тормошҡа ашырыла. 
Күргәҙмәлә И. И. Шишкин, К. П. Брюллов, В. А. Серов, В. Г. Тройка, В. М. Васнецов, К. С. Петров-Водкин, Б. М. Кустодиев кеүек рәссамдарҙың картиналары тәҡдим ителә.
Күргәҙмәгә бөтә теләүселәр ҙә саҡырыла. Экскурсияға +7 (347) 216-48-94 телефоны буйынса, йәки https://vk.com/taktilnui_mir_iskysstva?w=app5708398_-217233500 һылтанмаһына инеп яҙылырға мөмкин.

 

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.