"Сергей Довлатов: ижад, шәхес, яҙмыш" китап күргәҙмәһе

Книжная выставка «Сергей Довлатов: творчество, личность, судьба».
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы, яҙыусы Сергей Довлатовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап, "Сергей Довлатов: ижад, шәхес, яҙмыш" китап күргәҙмәһен аса. 

"Ун өс йыл элек мин ҡәләмгә тотондом. Роман, ете повесть, 400 ҡыҫҡа нәмәләр яҙҙым. Беҙ Гоголь менән тигеҙ авторлыҡ хоҡуғындабыҙ,тип һанайым. Кәм тигәндә, бер айырылмаҫ хоҡуҡ менән. Дөрөҫөрәге үлемһеҙлек һәм уңышһыҙлыҡ хоҡуғы менән" 
Сергей Довлатов ике хоҡуғына ла өлгәшә: яҡты донъяла йәшәгән сағында уңышһыҙлыҡтар кисерә, ә инде үлеменән һуң иң билдәле эмигрант яҙыусыларҙың береһенә әйләнә. 
Сергей Довлатов Өфөлә тыуа. Һуңыраҡ уның ата-әсәһе Ленинградҡа ҡайта. Атаһы менән әсәһе айырылғандан һуң, ғаилә бөлгөнлөккә төшә. Шуға ла буласаҡ яҙыусы хәйерселек тураһында бик яҡшы белә. 
1959 йылда Ленинград университетының филология факультетына уҡырға инә. Ошо йылдарҙа ул Иосиф Бродский, Евгений Рейн, Анатолий Найман һәм башҡа яҙыусылар, шағирҙар һәм рәссамдар менән таныша. Тиҙҙән Довлатов насар уҡығаны өсөн университеттан ҡыуыла. Шунан һуң уны әрме сафтарына алалар. 
Бродский уға үҙенең әҙәби тәжрибәһен бирә. 
Довлатов бик аҙ ғына журналдарҙа баҫыла. Әммә уның әҫәрҙәре үҙбаҫмала һәм сит илдәрҙә күренә. 1976 йылда журналистар Союзынан сығарыла, ә ике йылдан, власть эҙәрлекләүҙәренән АҠШ-ҡа ҡаса. 
Нью-Йоркта урынлашҡас, прессала һәм радиола журналист булып эшләй башлай. Ул редакциялаған "Яңы американец" гәзите эмигранттар араһында тиҙ арала популярлыҡ яулай, ә "Азатлыҡ" радиоһы өсөн яҙҙырылған монологтарын әле лә селтәрҙәрҙә табырға мөмкин. Әммә был гәзиттең ғүмере ҡыҫҡа булып сыға: популяр булыуына ҡарамаҫтан, гәзит килем килтермәй. Һөҙөмтәлә, уның авторҙары кредитты түләй алмай. Баҫманың һуңғы номеры 1982 йылдың мартында сыға. 
Америкала яҙыусыға китаптарын баҫтырыуҙа уңыш йылмая. 
Сергей Довлатов 1990 йылдың 24 авгусында йөрәк ауырыуынан вафат була. Был ваҡытта уға ни бары 48 йәш булған була. 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Довлатов, С. Ремесло; Иностранка [Шрифт Брайля]: романы / С. Довлатов. — М.: Репро, 2015. — 4 кн. — Перепеч.: СПб.: Азбука-классика, 2009

«Говорящие» книги на оптических СД-дисках:

Довлатов, Сергей. Заповедник; Компромисс [Электронный ресурс] / С. Довлатов; чит. К. Гребенщиков. — М.: АРДИС, 2007. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 9 ч 6 м. — Формат МР3. — (ХХ век. Русская проза).

Довлатов, Сергей. Иностранка [Электронный ресурс]: ироническая повесть / С. Довлатов; чит. К. Гребенщиков. — М.: АРДИС, 2007. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 3 ч 6 м. — Формат МР3. — (ХХ век. Русская проза).

«Говорящие» книги на флешкартах:

Довлатов, С. Собрание прозы в 3 т. Т. 1 [Электронный ресурс]: романы / С. Довлатов; чит. В. Саберов. — 1 фк (18 ч 04 мин.). — (18+). — Содерж.: Наша маленькая жизнь; Зона; Записки надзирателя; Компромисс; Заповедник.

Плоско-печатные издания:

Довлатов, Сергей. Собрание сочинений: в 4 т. Т.1 [Текст]: Из сборника «Демарш энтузиастов». Две сентиментальные истории. Рассказы 1960-1970-х. Рассказы 1980-х. Компромисс / С. Довлатов, сост. А.Ю. Юрьев. — СПб.: Азбука, 2000. — 400 с.

Довлатов, Сергей. Собрание сочинений: в 4 т. Т.2 [Текст]: Зона. Заповедник. Наши. Марш одиноких / С. Довлатов, сост. А.Ю. Юрьев. — СПб.: Азбука, 2000. — 496 с.

Довлатов, Сергей. Собрание сочинений: в 4 т. Т.3 [Текст]: Ремесло. Чемодан. Холодильник. Из рассказов о минувшем лете / С. Довлатов, сост. А.Ю. Юрьев. — СПб.: Азбука, 2000. — 400 с.

Довлатов, Сергей. Собрание сочинений: в 3 т. Т.2 [Текст]: Ремесло. Наши. Чемодан. Виноград. Встретились. Поговорили. Ариэль. Игрушка  / С. Довлатов, сост. А.Ю. Юрьев. — СПб.: Лимбус-Пресс, 1995. — 384 с.

Довлатов, Сергей. Встретились, поговорили [Текст] / С. Довлатов. — СПб.: Азбука, 2001. — 528 с.

Довлатов, Сергей. ЗОНА; Компромисс; Заповедник [Звукозапись] / С. Довлатов. — М.: Логос ВОС, 1992. — С изд.: М.: ПИК, 1991.

Довлатов, Сергей. Иностранка [Текст]: повесть / С. Довлатов. — СПб.: Азбука-Классика, 2004. — 156 с.

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.