Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә

Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә
Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә
3 март 15:00 сәғәттә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге, Дмитрий Шостакович исемендәге Рәсәй композиторҙары союзының, Халыҡ-ара “Филантроп”конкурсының тәүге премиялары лауреаты, композитор Салауат Әхмәҙи улы Низаметдиновтың хәтер кисәһе үткәрелә.
Композитор бар ғүмерен ижадҡа бағышлай. Уның иҫәбендә ниндәй генә жанрҙар юҡ: опера, симфония, хор, романс, сәхнә өсөн музыкалар.
Салауат Әхмәҙи улы һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының әүҙем уҡыусыларының береһе булды. Ул күберәк классик әҫәрҙәргә өҫтөнлөк бирер ине. Ә инде композитор танылыу яулағас, китапхана, уҡыусылары өсөн, бөйөк шәхестең ижад кисәләрен үткәрә башлай.
Бөгөнгө көндә махсус китапханала Салауат Низаметдинов ижадына арналған мемориаль мөйөш бар.
Кисәнең ҡунаҡтарына китапхана, “Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә” тип аталған, виртуаль китап күргәҙмәһен, шулай уҡ күреү һәләтенән мәхрүм ителгән уҡыусылары өсөн махсус китаптарын, композиторҙың ижады һәм тормош юлы тураһындағы мәҡәләләрен тәҡдим итәсәк.
Кисә Өфө ҡалаһы, Кустарная ура мы,17 адресы буйынса үткәрелә.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.