Сафуан Әлибаевтың 85 йыллығына арналған китап күргәҙмәһе
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы ҡунаҡтар һәм ҡулланыусылар иғтибарына башҡорт шағиры, балалар яҙыусыһы, журналист Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Күңел менән дә, йөрәк менән дә ҡартаймаҫ кеше» китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Сафуан Әфтәх улы Әлибаев (Сафуан Әлибай) 1941 йылдың 21 февралендә Салауат районы Термән ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте буласаҡ шағир тыуған ауылында тамамлай, Ә урта белемде Белорет районының билдәле Сермән ауылында ала.
1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Республика гәзит һәм журналдар редакцияларында эшләй. 1995-1998 йылдарҙа Милли китапхана директоры була. 1998-2002 йылдарҙа - «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире.
Сафуан Әлибай әҙәби эшмәкәрлек менән иртә шөғөлләнә башлай. Беренсе китабы "Сағыу ҡояш - беҙҙең юлдаш" 1968 йылда сыға.
Ун биш шиғри йыйынтыҡ, күп һанлы популяр йырҙар авторы. 1986 йылда «Дауыл» китабы өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһына лайыҡ була. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында уның «Тайыштабан төш күрмәй», «Серле сәйәхәт», «Салауат тауышы» пьесалары ҡуйылған.
1991 йылда уға «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1996 йылда «Тылсымлы шар» йыйынтығы өсөн Сафуан Әлибай Г. Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы дипломға лайыҡ була. 2007 йылда Сафуан Әлибай исеме «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре»энциклопедияһына индерелә. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән шағир Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Күргәҙмәлә махсус китапхана фондынан баҫмалар тәҡдим ителә.
Книги на электронных носителях:
Алибаев, С. Избранные произведения. Т. 2 [Электронный ресурс]: повести, рассказы / С. Алибаев; чит. Ф. Губайдуллина. — (3 ч 33 мин). — С изд.: Уфа: Китап, 2010. - (16+).
Книги, изданные плоскопечатным шрифтом:
Алибаев, С. А. Знай цену жизни [Текст] = Бел кәзерен ғүмереңдең: стихи, песни: на баш. яз. / Сафуан Алибаев. — Уфа: Китап, 2016. — 352 с. — (12+). — ISBN 978-5-295-06388-6.
Алибаев, С. А. Знай цену жизни [Текст] = Бел кәзерен ғүмереңдең: стихи, песни: на баш. яз. / Сафуан Алибаев. — Уфа: Китап, 2016. — 352 с. — (12+). — ISBN 978-5-295-06388-6.
Алибаев, С. А. Избранные произведения [Текст] = Һайланма әсәрзәр: пьесы, стихотворения: на баш. яз / С. А. Алибаев. — Уфа: БФ «Урал», 2011. — 376 с. — ISBN 978-5-13-000109-7.
Алибаев, С. Б. Избранные произведения: в 2 т. Т. 2 [Текст] = Һайланма әсәрзәр. 2 том: стихи, песни, поэмы, сказки для детей: на баш. яз / С. Б. Алибаев. — Уфа: Китап, 2010. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05072-5.
Алибаев, С. А. Избранные произведения. Том 2 [Текст] = Һайланма әсәрзәр. 2 том: стихи, песни, поэмы, сказки для детей: на баш. яз / С. А. Алибаев. — Уфа: Китап, 210. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05072-5.
Алибай, Сафуан (Алибаев Сафуан Афтахович). Для детей [Текст]: стихи, песни, поэмы, сказки, пьесы: на баш. яз. / С. Алибай. — Уфа: Китап, 2001. — 416 с. — ISBN 5-295-02924-7.

Макарим Хусаинович Тухватшин












