Девяностолетие библиотеки

«Рус классикаһының хазиналары» Бөтә Рәсәй әҙәби акцияһы башлана

Стартует всероссийская литературная акция «Сокровища русской классики»
15 сентябрь 2025 йылда «Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт» тип аталған ведомстволар-ара мәҙәни-ағартыу проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Рус классикаһының хазиналары» Бөтә Рәсәй әҙәби акцияһы башлана. Ул 2025 йылда юбилейын билдәләүсе яҙыусылар һәм шағирҙарға бағышлана.
Быйыл Рәсәйҙә А. С. Грибоедов (230 йыл), А. П. Чехов (165 йыл), И. А. Бунин (155 йыл), А. И. Куприн (155 йыл), С. А. Есенин (130 йыл), М. А. Шолохов (120 йыл) кеүек мәшһүр яҙыусылар һәм шағирҙарҙың юбилейҙары билдәләнә. Уларҙың ижады донъя мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән.
«Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән уҡыусылар әҙәби һәм артистик һәләттәрен төрлө номинацияларҙа һынап ҡарап, ижади ярышта ҡатнаша ала. Акция уҡыусылар араһында уҡырға ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереүгә, һәләтле йәш әҙиптәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән. Балалар беҙҙең яҙыусылар һәм шағирҙарҙың ижады менән яҡындан танышасаҡ, уларҙың шиғырҙарын, романдарын, хикәйәләрен, хаттарын һәм көндәлектәрен яңынан уҡып сығасаҡ, биографияларынан әҙ билдәле булған мәғлүмәттәрҙе беләсәк, иң мөһиме – үҙ әҫәрҙәрен ижад итеп ҡараясаҡ», – тине Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары – статс-секретарь Жанна Алексеева.
Конкурс номинациялары:
    •    «Сәнғәтле уҡыу» (юбиляр яҙыусы/шағирҙың теләһә ҡайһы әҫәрен яттан сәнғәтле уҡыу);
    •    «Театр сәхнәләштереүе» (юбиляр яҙыусы/шағир әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштереү);
    •    «Автор шиғырҙары һәм прозаһы» (юбиляр стиле менән үҙ әҫәрен – шиғыр йә проза – яҙып сығыу, уның әҫәрен дауам итеү);
    •    «Яҙыусылар һәм шағирҙар бөгөнгө донъялыҡта» (юбилярҙың бөгөнгө көндә йәшәгән кеүек бер көнөн күрһәтеүсе видеоролик);
    •    «Авторға бағышлау» (юбиляр яҙыусы/шағирға һәм уның ижадына бағышланған әҫәр).
Эштәрҙең береһен йәки бер нисәһен әҙерләп, «Культурадляшкольников.РФ» порталында шәхси кабинет аша ҡатнашыуға ғариза ҡалдырырға кәрәк. Эштәр 2025 йылдың 15 октябренә тиклем ҡабул ителә.
Акция йомғаҡтары буйынса театр һәм әҙәбиәт өлкәһе белгестәренән торған эксперт комиссияһы иң ҡыҙыҡлы тип табылған 100 еңеүсе эште һайлаясаҡ. Улар 2025 йылдың 11 ноябрендә «Культурадляшкольников.РФ» порталында баҫыласаҡ.
«Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт» проекты Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан Мәҙәниәт стратегиялары һәм проект идаралығы үҙәге (РОСКУЛЬТПРОЕКТ) һәм Рәсәй Мәҙәниәт фонды менән берлектә тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаты – йәш быуынды берләштереү, уларҙы илебеҙҙең бай һәм күптармаҡлы мәҙәниәте менән таныштырыу, һәләтле балаларға үҙ юлдарын табырға ярҙам итеү.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.