Республика инклюзив фестивале үтте
Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуҙы байрам итеү сиктәрендә махсус китапханала "Мин һине яратам, Өфө!" республика инклюзив фестивале үтте.
Китапханасылар уҡыусыларҙы ҡалаға нигеҙ һалыу тарихы, уның архитектура үҫеше һәм беҙҙең көндәргә тиклем үҫеше менән ҡаланың архитектура иҫтәлекле урындарының визит карточкаһы булған тактиль макеттары миҫалында таныштырҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, Өфө к
Кремле архив яҙмаларынан тарихи һүрәттәр буйынса тергеҙелгән.

Тәҡдим ителгән макеттар әлеге йылдың майында Өфөлә «Китап Байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә уҙған «Өфөгә ҡағылыу» республика конкурсында еңеүсе булды.
Ҡунаҡтар шулай уҡ махсус китапханала нәшер ителгән «Ете ҡалҡыулыҡта» ҡабарынҡы-график һүрәттәр һәм Өфө тураһында әсбап менән таныша алды.
Уҡыусылар үҙҙәренең бала сағы, йәшлеге, иң яҡшы йылдары үткән ҡала тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, ҡала транспорты маршруттарын, иҫке һәм хәҙер үҙгәртелгән урамдарҙы иҫкә төшөрөп үтте...
Әүҙем уҡыусылар һәм үҙешмәкәр артистар башҡарыуында Өфө һәм өфөләр хаҡында рус, башҡорт һәм татар телдәрендә шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны.