Девяностолетие библиотеки

Президент гранттары фонды конкурсы еңеүселәре

Победители конкурса Фонда президентских грантов
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы тарафынан "Код доступа" АКҠ ойошмаһы менән берлектә булдырылған проект 2025 йылда президент гранттары Фондының беренсе конкурсында еңеү яуланы. 

«Брайль ҡабарынҡы-нөктәле шрифты менән башҡарылған башҡорт композиторҙарының нота-музыкаль баҫмалары» проектының төп маҡсаты - һуҡыр һәм насар күргән кешеләргә музыкаль белем биреү процесын тормошҡа ашырыу һәм нота грамотаһын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Шулай уҡ, күреү һәләтен юғалтҡан инвалидтарҙы, музыкаль һәләттәрен артабан үҫтереү өсөн, Брайль шрифты менән башҡарылған башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренең нота-музыкаль баҫмалары менән тәьмин итеү.
Проект авторы Нәзилә Дәүләтханова, махсус китапхананың каталоглаштырыу һәм фондтарҙы үҫтереү бүлеге мөдире, проект уникаль булыуын билдәләй. Сөнки башҡорт композиторҙарының ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән башҡарылған нота-музыкаль баҫмаларын булдырыу арҡаһында һуҡырҙар һәм насар күреүселәр тыуған яҡтың музыкаль мәҙәниәтен танып, нота грамотаһына өйрәнеләсәк.
Брайль шрифты менән эшләнгән әҙер нота-музыкаль баҫмалар Башҡортостан Республикаһының 14 музыкаль белем биреү уҡыу йортона: Өфө сәнғәт училищеһына, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның педагогия Институтына, муниципаль китапханаларға тапшырыласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.