Подведены итоги республиканского конкурса

Подведены итоги республиканского конкурса

14 ноябрь инвалид балалар араһында үткән "Ушинскийҙың әкиәтле дәрестәре" Республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. 
2006 йылдан алып М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы иң талантлы үҙенсәлекле балаларҙы  лайыҡлы бүләктәрен тапшырыу өсөн йыя. Ошо ваҡыт эсендә конкурста 2 мең тирәһе бала ҡатнашты. 
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында үткән ижади эштәр конкурсы йыл һайын айырым берәй датаға, йәки  ваҡиғаға бағышлана. Уҡытыусы йылында үткән быйылғы конкурс рус педагогы, яҙыусы, Рәсәйҙә ғилми педагогикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Константин Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналды. 
Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы, муниципаль китапханалар, инвалид балалар һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләүсе ижади берекмәләр һәм йәмғиәт ойошмалары ярҙамында Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы. 
Конкурс инвалид балаларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын китап уҡырға йәлеп итеү маҡсатынан сығып үткәрелде. 
Жюри составына республика депутат корпусы ағзалары, Башҡортостан Республикаһының Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары: Башҡортостан республика яҙыусылар союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, "Аҡбуҙат" башҡорт балалар журналының төп мөхәррире һәм шағирә Лариса Абдуллина инде. 
Конкурсҡа 66 ғариза тапшырылды, 25 район һәм 3 ҡаланан 70 бала ҡатнашты. 
Номинацияларҙа иң яҡшы эштәр тип түбәндәгеләр билдәләнде: 
1. "Константин Ушинский әкиәттәренең тылсымлы аҡылы"  (инша, эссе, хикәйә): Антропов Матвей, 18 йәш (Благовещенск); Сафина Виктория, 12 йәш (Тәтешле районы); Фаллер Анастасия, 17 йәш (Шишмә районы); Дегтярев Матвей, 11 йәш (Федоровка районы). 
2."Константин Ушинскийҙың бала-саҡ донъяһы" (мультимедиялы продукт: буктрейлер, видеоролик): Саливанова Ольга, 13 йәш (Бәләбәй районы); Шелыгина Татьяна, 10 йәш (Белорет районы); Мячин Никита, 12 йәш (Хәйбулла районы). 
3."Китап хазиналары" (Конкурс темаһы буйынса ҡулдан яһалған тактиль китаптар): Хәсәнов Ринат, 14 йәш, Ломакина Елизавета, 12 йәш, Абдуллин Радмир, 16 йәш (Өфө); Афанасьева Ангелина, 9 йәш (Шаран районы); Апаев Максим, 12 йәш (Бөрө районы). 
2024 йылда махсус китапхана инвалид балалар араһында А. С. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған "Мин тағы ла Пушкинды уҡыйым" Республика ижади конкурсын үткәрергә планлаштыра.

Выражаем благодарность за организацию и проведение Штабу общественной поддержки партии «Единая Россия»; Депутату Совета муниципального района Кушнаренковский район Республики Башкортостан Латыпову Тимуру Яновичу (партия "Единая Россия"); сети семейных кафе «Домовенок».

Фото события на Янднкс диске

Трансляция во ВК

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.