Өфөлә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция
Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы, һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы 2025 йылдың 8 октябрендә Мәскәү ваҡыты буйынса 10:00 сәғәттә махсус китапхананың 90 йыллығына арналған «Күп милләтле территорияла мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа һуҡырҙар өсөн махсус китапханаларҙың стратегик инициативалары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәрә.
Конференцияның маҡсаттары:
төбәктең этномәҙәни киңлегендә махсус китапханаларҙың ролен һәм урынын билдәләү, китапханаларҙың милли әҙәби мираҫты һаҡлауҙа ҡатнашыуы;
һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн милли электрон китапхана ресурстарын булдырыу;

күреү буйынса инвалидтар өсөн мәҙәни мөхиттең уңайлы шарттарын булдырыуҙа мәғлүмәт технологиялары һәм инновацион ҡарарҙарҙың роле тураһында фекер алышыу.
Конференцияла ҡатнашыуға инвалидтар менән эшләүсе дөйөм ҡулланылыштағы һәм махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләр саҡырылды.
Конференцияла түбәндәге мәсьәләләрҙе ҡарау планлаштырыла:
Төбәктә йәшәгән этностарҙың милли мәҙәниәтен тергеҙеүҙә, һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә махсус китапханаларҙың роле;
Китапханаларҙың этник-ара китапхана-мәғлүмәт киңлеген формалаштырыуҙа күреү һәләте сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә роле;
Рәсәй һәм донъя халыҡтарының милли-мәҙәни байлығын тәшкил иткән китап, электрон ресурстарҙы һуҡырҙарға асыҡ форматта формалаштырыу, һаҡлау һәм таратыу;
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн Рәсәй халыҡтары телдәрендә әҙәбиәттең цифрлы коллекцияларын булдырыуҙа махсус китапханаларҙың хеҙмәттәшлеге һәм китаптар менән алмашыныуы, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау буйынса берлектәге проекттар;
Күреү буйынса инвалид уҡыусылар араһында тыуған яҡты өйрәнеү эшенә ярҙам итеү;
Төбәк-ара һәм халыҡ-ара китапхана хеҙмәттәшлегендә йәшәү эшмәкәрлеге сикләнгән ҡулланыусылар өсөн күп форматлы баҫмалар;
Кадрҙар әҙерләү һәм махсус китапхана хеҙмәткәрҙәренең профессиональ компетентлығын күтәреү.
Сара 2025 йылда Рәсәй Федерацияһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаларының төп саралары планына индерелә.
Конференцияла ҡатнашыу өсөн 2025 йылдың 15 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса махсус китапхана сайтында https://forms.yandex.ru/u/686e31b950569010ae141891 теркәлергә кәрәк.
Конференция эшенең йомғаҡтары буйынса материалдар йыйынтығын әҙерләү планлаштырыла.
Бәйләнеш мәғлүмәттәре:
Директор - Күсәрбаева Ирина Николай ҡыҙы
телефон: +7 (347) 273-62-38
эл. адрес: direktor@brsbs.ru
Директор урынбаҫары Хәсәнова Нәфисә Ильяс ҡыҙы
телефоны: +7 (347) 273-29-54,
эл. адресы: zam@brsbs.ru
Инновацион-методик бүлек мөдире Маркина Наталья Павел ҡыҙы
телефон: +7 (347) 273-29-54, эл. адрес: metod@brsbs.ru

#90ЛетБРСБС

Макарим Хусаинович Тухватшин