Николай Посниковтың Таныш йөҙҙәре

Знакомые лица Николая Посникова
30 март, Һуҡырҙар өсөн Башҡорт республика махсус китапханаһында, һәүәҫкәр фоторәссам Николай Посниковтың Таныш йөҙҙәр күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмә Рәсәй киноһы йылына арналған кисәләр циклын дауам итә.
Экспозицияла 60 фотоһүрәт. Авторҙың эштәрендә кино һәм театр артистарын күрергә мөмкин.
Николай 1942 йылда артистар ғаиләһендә донъяға килгән. Уның ата-әсәһе республика ҡурсаҡ театрының башланғысында уҡ балҡыған йондоҙҙар. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, Николай ҙа ижад кешеһе булып үҫә. Фотоаппараты менән ул Мәскәү, Мәккә, Ялта юлдарын тапай. Уның иҫәбендә йөҙләгән билдәле шәхестәрҙең фотоһүрәттәре бар: Наталья Фатеева һәм Клара Лучко, Юрий Соломин һәм Савелий Крамаров, Марина Влади һәм Софи Лорен, Мишель Мерсье һәм Барбара Брыльска, Фаина Раневская, Борис Чирков, Алла Ларионова, Татьяна Шмыга һәм башҡалар.
Үҙенең фотоһүрәттәре хаҡында Посников: Был минең тормошом. Был минең биографиям, тип ҡабатларға ярата.
Күргәҙмә, шәмбе көнөнән тыш, 09:00 алып 18:00 тиклем, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса эшләй. Витамин заводы туҡталышына тиклем төрлө транспорт төрҙәре бара.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.