Мәҙәниәт учреждениеларында уңайлы мөхит булдырыу буйынса профессиональ практикум - икенсе көн

Мәҙәниәт учреждениеларында уңайлы мөхит булдырыу буйынса профессиональ практикум - икенсе көн
Профессиональ практикумдың икенсе көнөндә «Асыҡ мәҙәниәт» һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мәҙәни мөхиттең инклюзивлығына һәм асыҡлығына арналған лекциялар һәм саралар программаһы үтте. "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгенең инклюзив ижади лаборатория мөдире Марс Сәйетғәлин лаборатория эше хаҡында һөйләне. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге тифлопедагогы Юрий Панчишин архитектура, мәғлүмәт һәм ситуатив ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен яҡтыртты. Практикум барышында Башҡортостан һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы белгестәре учреждениеның эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Тифлобаҫма бүлеге мөхәррире Фәнүр Бәҙретдинов күреү һәләте боҙолған кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн цифрлы ҡорамалдар ҡулланыу тураһында һөйләне. Инновацион-методик бүлек методисы Диана Панчихина һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡулланыусыларҙы виртуаль хеҙмәтләндереүҙә график дизайн тураһында доклад менән сығыш яһай. Сараның төп һөҙөмтәһе булып уңайлы һәм күп функциялы мәғлүмәт ресурсы булған «Уңайлы мәҙәниәт» сайтының презентацияһы тора. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан китапханаһы директоры вазифаһын башҡарыусы Ирина Күсәрбаева билдәләүенсә, платформа яңылыҡтар, иң яҡшы тәжрибәләр һәм файҙалы материалдарҙан тора, был уны тармаҡ белгестәре өсөн дә, шулай уҡ мәҙәниәт мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн дә файҙалы итә. Теоретик өлөштән һуң ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының Милли музейына һәм Башҡорт дәүләт художество музейына экскурсияға юлланды. Унда практикала булған мөхит өлгөләре менән таныштылар. Проект Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты сиктәрендә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәттәге ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн тормошҡа ашырыла. Мәҙәниәт учреждениеларының бөтә 100 уҡытылған хеҙмәткәре лә квалификацияһын күтәреү программаһын уңышлы тамамлай һәм яңы белемдәрен һәм күнекмәләрен раҫлаусы рәсми танытмалар ала.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.