Музыкаль – шиғри кисә.
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Шәм» шиғри клубында Новелла Николаевна Матвееваның 80 йәшенә арналған «Мәңгелек Новелла» тигән музыкаль – шиғри кисә үтте.
2014 йылдың 7 октябрендә Новелла Николаевна Матвееваға 80 йәш тулды. Ул Ленинград өлкәһененең хәҙерге Пушкин ҡалаһында тыуған. Новелла Николаевна атаҡлы ғаиләнән сыҡҡан: уның ҡартатаһы Николай Петрович Матвеев-Амурский шағир һәм беренсе «Владивосток ҡалаһының тарихы»ның авторы. Уның әсәһе, ҡустыһы Роальд Николаевич, олатаһы Венедикт Николаевич, ире - Киуру Иван Семенович (1934 – 1992) бөтәһе лә шағир.
Кисәнең барышында Новелла Николаевнаның шиғырҙарын китапхананың уҡыусылары һөйләне, тағы ла авторҙың йырҙарының фонограммаһын тыңланылар. Кисәлә оn-line режимда Skype программаһы ярҙамында өйҙә ултырыусы уҡыусылар ҡатнашты.