Мәрйәм Бураҡаеваның юбилейына

К юбилею Марьям Буракаевой
27 март билдәле башҡорт яҙыусыһы Мәрйәм Бураҡаева үҙенең юбилейын билдәләй. Шуның айҡанлы махсус китапханала Мәрйәм Бураҡаеваның“Һүнмәҫ нурҙары”китап күргәҙмәһе асыла.
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы 1943 йылдың 27 мартында Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында донъяға килә. Шунда уҡ урта мәктәпте тамамлай. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡ Күмертау районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Һуңынан “Башҡортостан ҡыҙы” журналында “Башҡортостан советы” гәзитендә хеҙмәтен дауам итә.
Мәрйәм апай университетта уҡығанда ижад юлын башлай. Тәүге китабы “Һүнмәҫ нурҙары” 1975 йылда баҫыла.
Улы И. Д. Бураҡаев менән халыҡ педагогикаһына нигеҙләнгән “Тормош һабаҡтары” инновацион программаһын атҡарып сығара.
2018 йылда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” титулын ала. Был республика конкурс 5 март тамамланды. Унда 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ көс һынаны.
Мәрйәм Бураҡаева яҙған китаптар махсус китапхана фондында бар.
 
 
По материалам интернет-изданий.
Фото из социальных сетей.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.