Девяностолетие библиотеки

Мостай Кәримдең һуҡырҙар өсөн «Өс Таған» әҫәре баҫылып сыҡты

Издано произведение Мустая Карима «Таганок» для незрячих
Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә Мостай Кәримдең «Өс Таған» әҫәре башҡорт телендә ике китапта рельефлы-нөктәле шрифт менән донъяға сыҡты. Был китаптар өсөн ижад ителгән сағыу һәм үҙенсәлекле ҡабарынҡы һүрәттәр менән йыһазландырылған йәш уҡыусыларҙы ғына түгел, уларҙың ата-әсәләрен дә ҡыуандыра, һәр битте тере атмосфера менән тултыра.
Бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримгә 100 йәш тулыр ине. Мостафа Сафа улы 1919 йылда, республика ойошторолған йылда тыуған һәм башҡорт әҙәбиәтенең кәүҙәләнеше, Башҡортостандың милли байлығы һәм ҙур күп милләтле илдең дөйөм кешелек мәҙәниәте символына әүерелгән.
Мостай Кәримдең «Өс Таған» повесынан ун ике йәшлек малайҙар тулы тормош менән йәшәй. Уларҙың күңелендә яҡты идеялар, тормошҡа ашырырға мөмкин булған хыялдар бар. Улар ауырлыҡтарға һәм ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, был хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ынтыла. Дуҫлыҡтың хаҡын беләләр, кеше фекерен хөрмәт итергә, үҙ һүҙен, үҙ хоҡуҡтарын яҡларға өйрәнәләр, шул уҡ ваҡытта, ижтимағи закондарҙы үҙләштереп, социализацияланалар.
Китаптар, техник эшкәртеү процесынан һуң, Үҙәк китапханаға һәм Бәләбәй, Белорет һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы филиалдарға тапшырыласаҡ. Теләгән һәр кемгә Мостай Кәримдең ижадына ҡағылырға мөмкинлек биреләсәк.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.